Ярыш көсөргәнешле барҙы. Бәләкәй генә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың оло ағайҙар менән уйнап, уларҙы еңеүе бигерәк тә ҡыҙыҡлы күренеш булды. Балаларҙың шахмат серҙәрен яҡшы белеүе хайран ҡалдырҙы.
Ҡыҙҙар араһында беренсе урынды 7 йәшлек Мәликә Баянова алһа, икенселеккә Юлдаш мәктәбе уҡыусыһы Әминә Зәһиҙуллина сыҡты, ә өсөнсө урынды Йәсминә Мусина яуланы.
Малайҙар араһында беренсе урында - Руслан Баянов, икенселә - Радмир Бәширов, өсөнсө урынға Алмаз Әбүбәкеров лайыҡ булды.
Ололар категорияһында беренсе баҫҡыста - Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенты Юлиә Ишкинина, икенсе урынға Наилә
Баһаутдинова һәм өсөнсө урынға Иҙел Хәлимов сыҡты.
Уйындың абсолют чемпионы исемен һәм кубогын Руслан Баянов алды.
Еңеүселәр дипломдар, миҙалдар, приздар менән бүләкләнде. Ә балалар баҡсаһынан килгән иң йәш шахматсы Асҡар Ғәлиәскәровҡа грамота тапшырылды.
Ошо ярышты үткәрергә ярҙам иткән Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы директоры Мария Ивановаға, шахмат буйынса тренер Андрей Андреевҡа, Юлдаш мәктәбе
уҡытыусыларына, ярышты матур ҡурай моңдары менән биҙәгән музыка колледжының дүртенсе курс студенты Мөхәммәт Рәхмәтуллинға, «Аҡбуҙат» ойошмаһы һәм ата- -әсәләр комитеты ағзаларына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Рәсимә Дәминева.