“Иғтибар - балалар!” акцияһы сиктәрендә 59-сы балалар баҡсаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса сара үтте. 4-се әҙерлек төркөмөнә йөрөүсе малай-ҡыҙҙарға ҡунаҡҡа Винни-пух һәм Пятачок килде. Балалар әкиәт геройҙарына ни өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, йәйәүлеләрҙең нисек хәрәкәт итә алыуын белеү һәм светофорға иғтибар итеү мөһимлеген ҙур ҡыҙыҡһыныу менән аңлатты.
- Балалар баҡсаһында көн һайын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатлап торабыҙ. Был белемдәр мәктәпкә барғанда һәм балалар бер үҙҙәре йөрөй башлағанда бигерәк тә кәрәк була. Ошолай уйын формаһында аңлатыу улар өсөн ҡулай алым, - тип һөйләй төркөмдөң тәрбиәсеһе Елена Леонова.
Асыҡ дәрес ваҡытында балалар үҙҙәренең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белгәндәрен шиғырҙар һөйләп, юл билдәләре буйынса пазлдар һәм һүрәттәр йыйып, әкиәттәге ҡунаҡтарға юлды нисек үтергә кәрәклеген күрһәтеп, һорауҙарға яуап биреп күрһәтә, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡатмарлы эштәрҙе башҡарып сыға алды.
- Йәйәүлеләр үткәүелендә нисек дөрөҫ йөрөргә беләм, бөтә билдәләрҙе күрәм. Яҡында машиналар юҡмы икәнен ҡарайым. Тәүҙә һулға ҡарайым, уртаға етеп, уңға ҡарайым, - тип һөйләй Вадим Фархшатов исемле малай.
- Әгәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәһәк, машина аҫтына эләгергә мөмкин, - тип өҫтәй Агния Алентьева. - Беҙ бик күп билдәләр өйрәнәбеҙ, улар иҫкәртеүсе, тыйыусы һәм бойороусы була. Светофорҙың йәшел уты янғанда ғына, хәрәкәтте башларға мөмкин.
- Ибраһим улым менән көн һайын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатлайбыҙ. Сөнки тәү сиратта был хәүефһеҙлек, уның һаулығы һәм ғүмере. Ә балалар баҡсаларында бындай саралар үткәреү кәрәк, сөнки бәләкәйҙән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү мөһим, - тип һөйләй Рөстәм Бәширов.
Был көндө балаларға ҡунаҡҡа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Рәмил Иралин килде.
- Мин һеҙҙең сығышығыҙҙы ҡараным һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүегеҙгә инандым. Балалар, иң мөһиме, белеү генә түгел, ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәк. Автомобилдәрҙә йөрөгөндә махсус креслола ҡайыштарығыҙҙы тағып, ҡараңғы ваҡытта кейемдә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланырға онотмағыҙ, - тине Рәмил Рәфҡәт улы малайҙарға һәм ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итеп.