-4 °С
Болотло
Тыуған төйәгебеҙҙе нурлап яҙ килде. Май беҙгә көләс ҡояшы, йылы көндәре, наҙлы һулышы менән генә түгел, Еңеү байрамы менән дә ҡәҙерле. Салауатта Бөйөк Еңеүгә арналған саралар, йола буйынса, 8-ендә үк башланды. Күп кеше йәлеп ителмәй генә «Юрматы ере» мемориаль комплексында митинг уҙҙы, һуңынан ҡалабыҙҙың Геройҙары ҡәберҙәренә һәм Муса ҡасабаһындағы стелаға сәскә һалынды.
Был сараларҙа ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов, уның урынбаҫары Нил Ғабрахманова, ҡала комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов, ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ҡатнашты. Был саралар хаҡында «Салауат» гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.