Яңыраҡ Беренсе май урамында байрам символикаһы булған Георгий таҫмаһы менән Ҡыҙыл йондоҙ төшөрөлгән плакаттар урамдарҙы яҡтыр-тыусы лампалар бағаларына беркетелеп ҡуйылды. Барлығы ҡала буйынса 110 ошондай тематик плакат-тар ҡуйылырға тейеш. Ҡала хужалығы идаралығының баш белгесе Елена Сидушкина әйтеүенсә, бындай консолдәрҙән тыш, тағы ла яҡтыртыу ҡоролмалары араһына һуҙып 7 һәм йорт фасадтарына 9 баннер урынлаштырыу ҡаралған. Әлеге ваҡытҡа ҡалаға төньяҡтан ингәндә ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған Салауат Юлаев һәйкәле артынан иң тәү сиратта күҙгә салынған Беренсе май урамының 44-се һәм 46-сы йорттары фасадын “Тыныс ваҡыт өсөн рәхмәт”, “Еңеү өсөн рәхмәт!” кеүек сағыу баннерҙар биҙәй ҙә инде. Плакаттар, баннерҙар Беренсе май, Островский, Ленин урамдарында һәм С.Юлаев бульварында урынлаштырыласаҡ.
- Беҙҙең бөйөк байрамыбыҙ алдынан ҡала хакимиәте Салауат биләмәһен байрамса биҙәү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был эштәргә яҡтыртыу бағаналарына нығытылып ҡуйылыусы плакаттар, ике бағана араһына һәм йорттарҙың, биналарҙың фасадтарына тарттырылып ҡуйыусы баннерҙар инә. Уларҙың барыһы ла Бөйөк Еңеү темаһына арналған, - тип һөйләй Елена Евгеньевна.
Барлыҡ эштәр ҡала бюджеты иҫәбенә башҡарыла. Консолдәрҙе һәм яҡтыртыу ҡоролмаларына тарт-тырылған баннерҙарҙы Ырымбурҙан шәхси эшҡыуар ҡуйһа, баннерҙарҙы Өфө компанияһы эшләй.
Баннер һәм плакаттарҙан тыш, ҡалала ике арт-объект та ҡуйыласаҡ. Еңеү парады булған хәлдә улар төп сәхнә янында урын алған булыр ине, ә бөгөнгө шарттарҙа ул «Мәңгелек ут» мемориаль комплексында урынлаштырыласаҡ.