Был объектты төҙөклән-дереү сиктәрендә ваҡланған таш, бордюрҙарҙы алышты-рыу, катерҙы буяу, хәрби техникаларҙы яңыртыу, тро-туарҙы, туҡталыш урынын асфальтлау, штукатур эштәре, үлән ултыртыу һәм мемориаль комплекс тирәләй ҡоймалар ҡуйыу планлаштырылған. Яҡтыртыу ҡоролмалары ла яңыртыласаҡ. Быға тиклем ҡуйылған 30 яңы төрҙәре яҡтыртҡысҡа тағы ла 6 фонарь тибында итеп эшләнгәндәре өҫтәләсәк.
- Беҙ 9 майға был майҙан-ды төҙөкләндереп бөтөргә тейеш, - тип һөйләй генераль подряд ойошмаһының участка начальнигы Марат Монаси-пов. - Майҙан бик ҙур түгел, шулай булғас өлгөрөрбеҙ, тип уйлайым. Бер ниндәй һауа торошона, карантинға ҡарамай, беҙ үҙ бурыстары-быҙҙы үтәп сығасаҡбыҙ. Әйткәндәй, беҙҙең карантин режимында эшләү өсөн рөхсәтебеҙ бар.
Төҙөкләндереүҙе алып барыусы ойошма хеҙмәткәр-ҙәре ветерандарҙың теләктә-рен иҫәпкә алып эшләй. Мәҫәлән, катерҙы буяғанда бер һоро төҫтө генә түгел, башҡа төҫтәрҙе лә ҡулланасаҡ. Ҡала хужалығы идаралығы ла мемориаль комплексты яңыртыу проекты Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм оло быуын вәкилдәре менән килешеп әҙерләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.