газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
27 Март 2020, 11:10
Победа 1945-2020

Был ғәмәлдең даны юйылмаҫ...

Бына тағы тыуған еребеҙгә шаулап гөрләп яҙҙар килде. Зәңгәр аяҙ күктә алһыу ҡояш илебеҙҙәге тыныслыҡты тағы ла бер иҫкә төшөрөп, яңы тыуған матур көнгә шатландырып нурҙарын айырыуса ихлас һибә төҫлө. Ә уның менән бергә барса халыҡ та ергә 75-се Еңеү яҙының килеүенә ҡыуанғандай.

Ә бит һәр ваҡыт тормош былай ғына бармаған. Бынан ете тиҫтә йылдар элек еребеҙ ҙә, халҡыбыҙ ҙа ҡаты һынауҙарға, юғалтыуҙарға дусар булған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында совет һалдаттары дошманды еңеү өсөн үҙҙәрен аямай һуғышҡан, үлемдең күҙенә тура ҡарап алышҡан, аҡтыҡ ҡанынаса Тыуған илдәренә тоғро ҡалған. Тылдағылар “Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән лозунг аҫтында иртәнән төнгә тиклем ал-ял белмәй баҫыуҙа, заводтарҙа барыһын да эшләгән. Һуғыштың тәүге көндәренән үк илдә патриотик хәрәкәт алып барыла. Кешеләр еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙ-ҙәренең һаҡлыҡҡа йыйылған һуңғы аҡсаларын тапшыра. Ғөмүмән, совет халҡында бул-ған рух ныҡлығы ауыр саҡтарҙа ла һынмаҫҡа, бирешмәҫкә, дошманды еңергә көс бирә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан халҡы Оборона фондына 248 миллион һум аҡса күсергән. 1944 йылдың башында “Башҡортостандың 25 йыллығына үҙебеҙҙең аҡсаға 25 хәрби самолет төҙөйөк” девизы аҫтында аҡса йыйыу дауам итә. ВЛКСМ комитетының район хеҙмәткәрҙәре иң алыҫ ауылдарға ла барып йыйы-лыштар үткәрә. Уның көн тәртибен алдан белгәндәрҙең күбеһе, үҙҙәре ас, яланғас булһа ла, аҡсаларын килтереп тапшыра.
Ошондай уҡ йыйылыш 1944 йылдың 28 февралендә “Ҡыҙыл батыр” колхозында ла булырға тейеш була.
- Улым, йыйылышҡа барғас, минең һәм минең фронтовик улдарымдың исеменән ошо аҡсаларҙы тапшырырһың, - тип Хәҙисә Бәхтеғәли ҡыҙы һандығы төбөндә кәрәк-яраҡҡа тип һаҡлап йыйылған аҡсаһын сығарып улы Ғилметдингә тоттора. Уны һуғышҡа һаулығы арҡаһында алмаған булалар. Ғилметдиндең ҡатыны, алты бала әсәһе Мөнирә лә:
- Һин һуғышта ҡатнашмаһаң да, дошманға ҡаршы көрәшкә беҙ ҙә өлөш индерәйек. Бына бында беҙ күп йылдар буйына бөртөкләп йыйған 10 мең һум, уларҙы ла алып бар, - тип аҡса һона.
Зөбәйеровтар ғаиләһен-дә илһөйәрлек, дошманды тиҙерәк еңеү, ил күргән ауырлыҡты бергә күтәреү тойғолары бик ныҡ көслө була.
- Атайым, ғаилә башлығы булараҡ, ул көндө йыйылышҡа бармаҫҡа, ә аҡсаны тағы арттырып район комитеты секретарына шәхсән тапшы-рырға, тигән ҡарарға килә - тип иҫкә ала Ғилметдин Зөбәйеровтың ҡыҙы Зөлхизә. - Икенсе көнөнә ул Аллағыуат баҙарында һыйырын, башма-ғын, ваҡ малын, хатта кейем-һалымдан ҡайһы бер әйберҙә-рен һатып, 35 мең һум аҡса ала. Иртә таң менән сумкаһына йыйылған барлыҡ аҡсаны тултырып райкомға ашыға.
Секретарь урынында булып сыға.
- Минең фамилиям Зөбә-йеров, мин “Ҡыҙыл батыр” кол-хозынан. Иптәш секретарь, беҙҙең ғаиләнән самолет төҙөү өсөн ошо 55 мең аҡсаны ҡабул итегеҙ. Әсәйем ошо уңайҙан Сталинға хат яҙып булмаймы икән тип белешкәйне, мин үҙем яҙа белмәйем.
Секретарь телефон аша өл-кән кассирҙы саҡырта ла, ул аҡ-са һанағансы, Зөбәйеров исе-менән Сталинға хат та әҙерләй.
Башҡортостан халҡы йый-ған аҡсаға самолеттарҙы биш айҙан һуң төҙөйҙәр. Подмосковье райондарының береһендә уларҙы фронтҡа ебәреү буйынса сара уҙғарыла. Ул митингта ҡатнашыусы делегация составында Ғил-метдин Зөбәйеров та була.
Һуңынан Зөбәйеровтар ғаиләһе И.В.Сталин исеме-нән рәхмәт һүҙҙәре менән телеграмма ала. Әлеге ваҡытта был телеграмма Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы музейҙа һаҡлана, ә уның күсермәһе Салауаттың 23-сө мәктәбе музейында бар.
Мөнирә һәм Ғилметдин Зөбәйеровтар алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың барыһы ла был тормошта үҙ урынын, үҙ юлын таба. Уларҙың барыһы ла Салауат ҡалаһы предприятиеларында һәм ойошмаларында намыҫ менән хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. Хәҙер инде улар үҙҙәре кеүек тырыш, изгелекле ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләй. Бөйөк Еңеү байрамын ҡаршы алғанда Мөнирә һәм Ғилметдин Зөбәйеровтарҙың балалары ла ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерә, сөнки уларҙың ғәзиз кешеләренең дә был еңеүгә индергән өлөшө бар.

Читайте нас: