Бөтә яңылыҡтар
13 Март 2020, 11:13
Победа 1945-2020

Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал!

25 февралдә ҡалала 5-10 класс уҡыусылары араһында иншалар конкурсы уҙғарылды. 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Байрас Ишемғолов үҙ тиҫтерҙәре араһында 1-се урын яулай. Беҙ һеҙгә уның иншаһын тәҡдим итәбеҙ.

25 февралдә ҡалала 5-10 класс уҡыусылары араһында иншалар конкурсы уҙғарылды. 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Байрас Ишемғолов үҙ тиҫтерҙәре араһында 1-се урын яулай. Беҙ һеҙгә уның иншаһын тәҡдим итәбеҙ.

Башҡорт халҡының ба-тырҙары бик күп. Халҡыбыҙ улар тураһында ҡобайырҙар, йырҙар, әкиәттәр, риүәйәттәр, легендалар ижад иткән.
Мин дә бәләкәйҙән үк Урал батыр, Салауат батыр, Шайморатов генерал һәм башҡа бик күп батырҙарыбыҙ тураһында белеп, ишетеп үҫтем. Улар – халҡыбыҙҙы донъяла танытыусы, уға рухи көс биреүсе заттар.
Минең кесе Тыуған илем - Ҡырмыҫҡалы районы. Алай-ғыр ауылында тыуып-үҫкән атайым Айнур Ишемғолов һәм шул ауылда йәшәгән олатайым менән өләсәйем миңә Ҡырмыҫҡалы районынан сыҡҡан данлыҡлы шәхестәр - мәғрифәтсе-шағир Мөхәмәтсә-лим Өмөтбаев, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов, яҙыу-сылар Ғайса Хөсәйенов, Фәрит Иҫәнғолов, Ирек Кинйәбулатов, ғалимдар Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Социалистик Хеҙмәт Геройы, сөгөлдөрсө Банат Батырова һ.б. тураһында ғорурланып һөйләнеләр.
Ә инде 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының ле-гендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шаймора-товтың һәйкәле янында булыу һәм уның тураһында бик күп тарихи мәғлүмәттәр ишетеү миндә онотолмаҫ тойғолар ҡалдырҙы.
Миңлеғәли Шайморатов Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә (хәҙер Шайморатов) ауылында тыуған. Ул бик белемле булған, бер нисә сит телдә һөйләшкән, оҙаҡ йылдар хәрби разведкала эшләгән.
Уның исеме, командирлыҡ һәләте Совет Армияһында легендалар тыуҙырған. Миңле-ғәли Шайморатов етәкселе-гендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ныҡлы дисциплина һәм көслө рухлы яугирҙары менән айырылып торған. Командирҙары һәләк булғандан һуң дивизия Шай-моратов дивизияһы тип атала башлай һәм “Шаймора-товсылар, алға!” тигән хәрби оран менән Еңеүгә тиклем һуғыша. Тап ошо дивизия Тыуған илгә Дан орденының 5 тулы кавалерын һәм 78 Советтар Союзы Геройын бирә. Бындай батырлыҡ Советтар Союзының бер генә дивизияһы тарихында ла юҡ.
Башҡортостан Республика-һы башлығы Радий Хәбиров уның тураһында ошондай һүҙҙәр әйтте: “Батырҙары булған халыҡ – бәхетле. Шайморатов кеүек батырҙары булған халыҡ икеләтә бәхетле. Сөнки нәҡ батырҙар беҙҙе берләштерә, уйландыра, тарихты хәтерләтә һәм беҙ бер ҙур ғаилә икәнде аңлата. Хәҙерге заманда нәҡ батырҙар йәшәүгә көс бирә”.
Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Миңлеғәле Шайморатовтың данлы дивизияһы Дондан Эльбаға тиклем меңәр саҡрым ер үтә, ерҙә тыныслыҡ урынлаштырыуға үҙ көсөн керетә. Халҡыбыҙ уның батырлығын бер ваҡытта ла онотманы, бөгөн дә ул утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ милли батырыбыҙ булып күңелдәрҙә йәшәүен дауам итә.
Киләсәк быуын үҙ халҡы батырҙарын белергә һәм улар менән ғорурланырға тейеш.

Читайте нас: