Был аҙнала 15-се мәк-тәптә Мәңгелек ут символын 11-се мәктәпкә тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Унда ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, уның урынбаҫары Дилбәр Мостафина, мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
- Әлеге ваҡытта Сала-уат ҡалаһы мәктәптәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған эстафета бара. Һәр белем биреү учреждение-һында айырым бер теманы, айырым бер ҡала өсөн алыш ваҡиғаһын алып, уны һүрәтләп, Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә совет халҡының индергән өлөшө хаҡында йәштәргә еткереү маҡсаты ҡуйыла. Йәш быуын ил азатлығы өсөн күпме кешенең баш һалыуын, балалыҡтан, йәшлектән мәхрүм булыуын белеп үҫергә тейеш. Бөгөн был һуғышҡа ҡарата төрлө фекер йөрөтөүселәр бар, әммә уның хаҡындағы дөрөҫлөктө, беҙҙең ил халҡының фашизмға ҡаршы тора алыуын, үҙебеҙҙең илде генә түгел, Европа илдәрен дә азат итеүҙәрен беҙ һөйләргә бурыслы. Эйе, һеҙ тарихты, еңеү, ҡаһармандар тураһында китаптарҙан уҡып беләһегеҙ, әммә ул тарих беҙҙең яҡындарыбыҙ тормошонан тороуын да оноторға ярамай. Минең өләсәйем дә олатайымды 1941 йылдың көҙөндә һуғышҡа оҙатҡан һәм уны башҡа бөтөнләй күрмәй. Хәбәрһеҙ юғалған булып иҫәпләнһә лә, уның исеме, Ҡыҙыл Армияла булыуы хаҡында бер мәғлүмәт тә юҡ. Өләсәйем бик күп ауырлыҡтар кисереп, балаһын бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Был минең ғаиләмдең тарихы һәм ул бик күп ғаиләләрҙең яҙмышына оҡшаш. Тап ошо ябай кешеләрҙең тормошо аша ла беҙ һуғышты аңларға тейешбеҙ. Оло быуын кешеләренә еңеү, иректә йәшәү мөмкинлеге бүләк иткәндәре өсөн рәхмәтле булырға кәрәк, - тип сығыш яһаны Динар Ғәли улы.
Һуңынан ул Клавдия Мар-малеваға, Рауза Әһәтуллинаға, Валентина Зайцеваға, Антони-на Богатыреваға “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл” юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
- Минең атайым яу яланынан сал сәс менән ҡайтып төштө, танырлыҡ та түгел ине. Беҙ аслыҡты ла, яланғыслыҡты ла, бөтә михнәттәрҙе баштан үткәрҙек. Шуға күрә йәштәргә ололарға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙарын теләйем. Яҡшы итеп белем алһындар, хәҙерге заманда бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Тыуған илебеҙҙе яратығыҙ, - тине Клавдия Афанасьевна.
Сарала 15-се мәктәп уҡыусылары шиғыр һөйләп, йырҙар йырлап, ветерандар менән осрашыуҙар үткәреү-ҙәре һәм эҙләнеү эштәре алып барыуҙары хаҡында бәйән итеп, залдағыларҙы рухландырҙы.