газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 11:03
Победа 1945-2020

Минең атайым да Бөйөк еңеүҙе яҡынайтыуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән

Минең атайым Йәһүҙә Абдулхалиҡ улы Мирсаяпов 1917 йылдың 16 апрелендә Ишембай районының Әрмет-Рәхим ауылында тыуа. 1938 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Финдарҙың Советтар Союзы менән конфликтында ҡатнаша. Ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.

Фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып инеү менән Ватанабыҙҙы дошмандарҙан һаҡлау өсөн бөтә ил халҡы ҡалҡып сыға. Улар иҫәбендә минең атайым да була. Оло йәштәге ата-әсәһен һәм 13 йәшлек һеңлеһе Мөғлифәне ҡалдырып фронтҡа китә.
Һуғыш башланғандың тәүге айҙарында уҡ башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөлә башлай. 1941 йылда Миңле-ғәли Шайморатов етәкләгән 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы фронтҡа китә һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша башлай. Атайым ошо данлыҡлы дивизияла хеҙмәт итә. 1943 йылдың февраленән уны 62-се гвардия кавалерия полкы уполномоченныйының ат ҡараусыһы итеп тәғәйен-ләйҙәр. Уның менән бергә хеҙмәт иткән өс ҡыҙыл армеецтың һөйләүе һәм архив мәғлүмәттәре буйынса, атайыбыҙ намыҫ менән хеҙмәт иткән тигән һығымта яһарға була. Уға Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылау бәхете лә тейә.
Беҙ, улдары, унан һуғышта нисек алышыуы, ниндәй ҡурҡыныстар булыуы, ни өсөн бүләкләнеүе хаҡында йыш ҡына һораша торғайныҡ. Был һорауҙарға ул һаран яуапланы, кисергән ауырлыҡтарын беҙҙән йәшерергә тырышты. Әммә, ғаиләбеҙ менән күмәкләп һуғыш тураһында фильмдар ҡарарға ултыр-һаҡ, түҙә алмайынса, күҙ йәштәренә ирек бирер ине. Шул саҡта бик үтенеп һорағас ҡына, күңеленә тулған хәтирәләр менән уртаҡлаша торғайны. Ни тиһәң дә, ул бит һуғыштың тере шаһиты. “Бик, айырыуса ҡыштарын, һыуыҡтарҙа, бурандарҙа ауыр булды. Сталинград янындағы алышты иҫкә төшөрөү ҡыйын”, - ти ине ул.
Сталинград алышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн атайыбыҙ “Сталинградты обороналау өсөн” миҙалы менән бүләк-ләнә. 1943 йылдың февра-лендә Дебальцево станцияһы районында дошман тылына рейдта ҡатнаша. 1943 йылдың 23 февралендә Вороши-ловград өлкәһе Штеровка ауылы янында легендар дивизия командиры, генерал Миңлеғәли Шайморатовтың батырҙарса һәләк булыуы тураһында ла һөйләне.
Атайыбыҙ әйтеүенсә, 1943 йылдың йәйендәге Курс алышы иң эреһе булған-дыр. “Аяҡ аҫтында ер яна төҫлө ине. Ҡоралдарҙан һәм минометтарҙан, ике яҡтың танктары атышынан хатта ҡайҙа беҙҙекеләр, ә ҡайҙа немецтар икәнен дә айырырлыҡ түгел ине. Шулай ҙа Курскты азат иттек. Һуңынан Орел һәм Белгород булды. 1942 йылдың ғинуар-февралендә дивизия һөжүм итеү операцияһын алып барҙы”.
Йәһүҙә Абдулхалиҡ улы Мирсаяпов Варшаваны штурмлау һәм азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн 1945 йылдың ғинуарында миҙал менән бүләкләнә. 1945 йылдың апрелендә 1-се Белоруссия фронты составында Германия территорияһына инә, уның Берлинды алған өсөн миҙалы ла бар. Атайымдың дошмандарға ҡаршы батыр-ҙарса һуғышыуын уның наградалары ла иҫбатлай: Советтар Союзының Юғары Советы указы менән II дәрәжә-ле “Ватан һуғышы” ордены бирелә, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, “Бөйөк Еңеүҙең 25, 30, 40, 50 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары һәм башҡалар. Атайым Советтар Союзының Юғары баш командующийы Маршал И.В.Сталиндың бойо-роғо менән 1945 йылдың февралендә Бервальд, Темпельбург, Фалькенбург, Драмбург, Вангерин, Лабсс, Фрайенвальд, Шифельбайн, Регенвальд, Керлин, Дойтч-Крон һәм Меркиш-Фридланд ҡалаларын яулап алыуҙары өсөн Рәхмәт хаты менән бүләк-ләнеүенә сикһеҙ ғорурланды.
Хәрби наградаларҙан тыш, уның колхоздағы фиҙаҡәр хеҙмәте осон алынғандары ла бихисап: “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, “Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” ордендары.
“Ҡыҙыл йондоҙ” ордены атайыма 1943 йылда дошман тылына рейдта ҡатнашыуы өсөн бирелә. Немецтарҙың һөжүменә ҡаршы торған ваҡытта ул дүрт немецты юҡ итә һәм аты менән ҡоралдарын юғалтыуһыҙ алып сыға ала.
Ҡыҫҡаса ҡылыҡһырламала былай тип яҙылған: 1944 йылдың 10 ғинуарынан 11-нә ҡарай төндә Й.А.Мирсаяпов Мозырь ҡалаһын үткәндә үҙенең пулеметынан өҙлөкһөҙ һәм мәргән атыуы арҡаһында ат эскадронының алға барыуын тәьмин итә һәм өс немец һалдатын юҡ итә. Бынан тыш, ошо уҡ алышта дошман уты аҫтында яраланып ятыусы разведка взводы командиры гвардия лейтенанты Кузне-цовты ҡотҡара. Беренсе булып блиндажға яҡын шыуышып килә һәм унда гранаталар ырғыта. Һөҙөмтәлә ике фашист үлтерелә, ҡалғандары ҡаса.
1944 йылдың 12 апрелендә взвод составында тимер һәм шоссе юлдары киҫелеше өсөн ике тапҡыр дошман яуын кире ҡағалар. Уға кире сигенергә тигән бойороҡ булһа ла, ул немец автоматсылары китмә-йенсә, үҙ позицияһын ташла-май. Алыш барышында пуля аҫтынан ауыр йәрәхәт алған ике яугирҙе хәүефһеҙ урынға алып сыға. Быларҙың барыһы ла архив документтар ҙа бар.
“Батырлыҡ өсөн” миҙалы уға 1944 йылдың 29 майында Слобода ауылын азат иткәне өсөн бирелә.
Мин атайым менән сикһеҙ ғорурланам. Ул ғәҙел, тәртипле кеше булды, беҙҙе, алты улы һәм ике ҡыҙын, үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне.Ә яңыраҡ архив документтарын өйрәнеп, уға шундай юғары наградалар тапшырылыуын белеп, атайым менән тағы ла нығыраҡ ғорурлана башланым. Ысынлап та ул батыр булған бит.
Әле булһа хәтеремдә, йыл һайын Еңеү көнөндә ауылдашыбыҙ Шәһит бабай Хәмиҙуллин килер ине лә: “Атайығыҙ - ысын герой. Ул минең ғүмеремде ҡотҡарҙы. Мине яраланып ятҡан еремдән табып алын, әллә нисәмә саҡырым күтәреп алып барҙы”, тип әйтер ине. Ә атайым, үҙе, бындай хәлдәр тураһында маҡтанғаны ла, һөйләгәне лә булманы. Балалыҡ менән үҙебеҙ ҙә был һүҙҙәргә артыҡ әһәмиәт бирмәгәнбеҙ. Тимәк, атайыбыҙ, тоғро дуҫ та, Тыуған илен яратыусы патриот та булған. Ул иптәштәренә һәм командирына хыянат итмәгән, ауыр минуттарҙа ташлап китмәгән. Яҡыныбыҙҙың әлеге көндә яныбыҙҙа булмауы бик ҡыҙғаныс. Күп нәмә тураһында ентекләп һорашырға кәрәк булғанлығын әле генә аңлайым.
1990 йылда ауылға Ғәбделбәр исемле яуҙаш дуҫы килгәйне (ул беҙҙе нисек эҙләп тапҡандыр, белмәйем). Фамилияһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотҡанмын. Күпме фәһемле һәм кәрәкле мәғлү-мәт алыу мөмкинлеге булған. Ә беҙ бынан файҙаланмағанбыҙ. Үкенескә ҡалды инде...
Атайыбыҙҙың арабыҙҙан китеүенә 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Тыныс йоҡла, атай, һин мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Улдары, ҡыҙҙары һәм килендәре исеменән
Әбүзәр Мирсаяпов.

Читайте нас: