газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Ял сәғәтендә
6 Августа 2025, 06:47

Шиғриәт - ул моң шишмәһе, күңелдән сыҡҡан ауаз

Салауат ҡалаһының ҡәләм тибрәтеүселәренән сираттағы ижади шәлкем.

Шиғриәт - ул моң шишмәһе, күңелдән сыҡҡан ауазШиғриәт - ул моң шишмәһе, күңелдән сыҡҡан ауаз
Шиғриәт - ул моң шишмәһе, күңелдән сыҡҡан ауаз

БӘЙЕМБӘТЕМ
Ҡайтып киләм һиңә ауылҡайым,
Күҙ күреме етмәҫ аранан.
Табандарым хатта ергә теймәй,
Атлап киләм ярһыу-ҡабалан.

Ғорур үтәм күкшел яланыңдан,
Арыштарың башаҡ үҫтергән.
“Йәншишмә”ңдән һыуҙар услап
эсәм,
Арҡа тауың буйлап йүгөрәм.
Бәйембәтем минең,
ауылҡайым,
Алһыуланып ата таңдарың.
Елдәр әйҙәй һандуғастар
моңон,
Көй тыңлайҙар нескә талдарың.
Арыуҙарҙы һиҙмәй табаным.


ҺАҒЫНАМ АУЫЛЫМДЫ
Күҙ алдымдан китмәй ауылым,
Йөрөһәм дә матур ҡалала.
Бар уйҙарым баҡса ҡайынына
Әйләнә лә килеп ялғана.


Китеп барам ауылҡайымдан,
Уранып та тәрән һағышҡа.
Көслө булып ҡалам, баш эймәй
Үкенестәр менән ялғышҡа.


Башым эйеп моңһоу оҙатты
Ҡайындарым, минең
талдарым.
Күҙҙән юғалғансы ҡараным,
Маңлайыма ҡуйып ҡулдарым.


Бик оҙаҡҡа тағы ташлап китәм,
Ауылҡайым, минең бергенәм!
Күңелдәрем мөлдөрәмә тулы,
Һөйөп туймам, тыуған
илгенәм!
Хәмдиә Мортазина.


САБЫРЛЫҠ
Ҡатын йәнендә сабырлыҡ -
Ғаиләне һаҡлар ҡорал.
Бәхеткә төйнәп тормошто,
Ныҡлыҡҡа ҡәлғә ҡора.

Аңлы булыу, зирәк булыу,
Сослоҡҡа һуң ни етә?
Еңел-елпе йәшәгәнде
Яҙмыш үҙе кәмһетә.


Ҡатын йәме - әсәлектә,
Күркәмлектә, сафлыҡта.
Ҡыу ағасҡа ҡоштар ҡунмаҫ,
Ни эшләрһең ҡартлыҡта?
Бәхет төҫө - хаҡлыҡта.


ЙӘШӘЙҺЕ КӨН
Был һил төндөң ялт-йолт иткән
күген
Нисә тапҡыр һөҙөп байҡаным.
Йомолорға торған йондоҙ, ана,
Йөрәгемдең сыйҙы саҡмаһын.


Һүнде йондоҙ, әммә сөңгөл
күктә,
Төн шаршауын тартмай
аҙашып,
Моңом ҡалды. Таңда ҡайтыр
микән?
Һарыларға ҡалдым һабышып.


Аңдар етмәҫ көстөң асылымы -
Ошо күкһел Йыһан төбөндә?
Ниңә йөрәгемде күктән сағам?
Йәшәйһе көн ерҙә һүрелә,
Көнөм инде балҡып һүрелә...
Нәзирә Ишҡолова.


МОҢДОҢ ЙӘНЕ - МӨХӘББӘТ
Моңдоң йәне - мөхәббәт,тип,
Юҡҡа әйтмәйҙәр икән.
Йөрәгеңә һөйөү керһә,
Моңдар эркелә икән йөрәктә,
Йырҙар тыуалар икән.
Ысын һөйөү, яҡты ҡараш,
Бәхеткә тыуалар икән.
Мөхәббәт керһен йөрәккә,
Наҙлы йырҙар тыуһындар.
Мөхәббәт булһа йөрәктә,
Шатлыҡтан тыуа йырҙар.
Моңдоң йәне - мөхәббәт,тип,
Юҡҡа әйтмәйҙәр икән.
Мөхәббәттең ауазынан,
Йыр тыуыр мәлдәр икән.

КӨТӘМ ҺАМАН
Алһыу таңдың көмөш нуры
Төшә һыуҙың ярына.
Йөрәк яна, күңел һыҙлай
Һин булмағас янымда.


Ғүмер буйы көтәм һинең
Ҡайтырыңды өҙөлөп.
Сирендәрең сәскә атты
Хуш еҫтәргә күмелеп.


Сут-сут һайрай һандуғастар
Нескә тал суҡтарында.
Яңғыҙ торам уйҙар уйлап,
Йәшлегем һуҡмағында.


Ҡайтсы, иркәм, тыуған яҡҡа
Һағыныуҙар таралыр.
Күңелеңә шатлыҡ тулыр
Яраларың уңалыр.
Ишҡәле Дәминов.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас