газета "Салауат"
+17 °С
Облачно
Ял сәғәтендә
1 Августа 2025, 10:26

Ут күршеләрем тураһында хәтирәләр

Ут күршебеҙ булған Сәхи бабай менән Зәлифә инәй мин иҫ белгәндә ҡарттар ине инде. Бабай колхоздың емерелеп бөтә яҙған алама ғына тауыҡ фермаһында эшләне. Шунан, хаҡлы ялға сыҡҡас, өйҙә ултырҙы. Инәй бай ҡыҙы булған, ә инде Сәхи бабай уларҙың ялсыһы була. Революциянан һуң буталыштар киткәс, ғаиләһеҙ йәш егет ҡулай кейәү булып йортҡа ингән. Ике ҡыҙҙары тыуа.

Ут күршеләрем тураһында хәтирәләрУт күршеләрем тураһында хәтирәләр
Ут күршеләрем тураһында хәтирәләр

Зәлифә инәй, ҡартайһа ла, бик мөләйем ине. Йәш ваҡытында төҫкә матур булғандыр, тип уйлайым. Сөнки ҡыҙҙары, уға оҡшап, сибәр инеләр. Сәхи бабай ҙа сибәр егет булғандыр. Бер ҡыҙҙары, һуйып ҡаплаған, тиерһең, аталарына оҡшаған.

Зәлифә инәй ҙә, ҡыҙҙары ла холоҡ-фиғелдәре менән бер үк төрлөләр. Әкрен генә, бик тауыштарын күтәрмәй генә һөйләшәләр. Бөтә нәмәгә, эш-фәләнгә яйлап ҡына уйлап тотоналар, атлауҙары ла ауыл кешеләрене- кенән айырылып тора - кәүҙәләрен матур, төҙ тотоп, яйлап ҡына, ҡабаланмай атлайҙар, әй-терһең, ҡала байҙары - аҡһөйәктәр, һөйләшкәндә бер генә лә насар һүҙ әйтмәҫтәр, көлөүҙәре лә бик тәртипле - тештәрен күрһәтеп йылмайған һымаҡ ҡына көләләр.

Хәҙисә исемле ҡыҙҙары бик бәхетле йәшәне. Ә бына Зөлҡәғизәләре бәхетһеҙ булды. Ире эсеп һуғышыр ине. Балаларын эйәртеп, айырылып ҡайта ла бер аҙҙан тағы кире китә иренә. Шулай көн итте. Зөлҡәғизәнең оло малайы олатаһы-өләсәһе менән йәшәне. Аяғы ниңәлер сатан булып, гел генә ҡултыҡ таяғы менән һикереп йөрөгәне хәтеремдә ҡалған. Күп йәшәмәне бахыр малай, ун дүрт йәштәр тирәһе булғандыр, берҙән-бер көндө баҡыйлыҡҡа күсте лә ҡотолдо шулай тормош мәшәҡәттәренән.
Сәхиулла бабай биш намаҙын уҡый. Мин уның тәһәрәт алғанын ҡарап ултырам тупһала. Ҡомғанын тотоп һарайға барып килә, шунан инде тупһаға ултырып, аяҡтарын йыуа ла, таҙа сепрәк менән ҡоротҡансы һөртә. Шунан өйгә инеп, һикелә аҙан әйткәндән һуң, намаҙын уҡый.
Мин быларҙы тупһала ултырған килеш күҙәтеп ултырырға яратам. Мейес башына менеп ү унда гел ҡабаҡ емдәре була торғайны - шуларҙы әҙерәк ашайым да, төшөп өйгә ҡайтам. Ҡабаҡ емен күп ашамайым, иртәгәһен тағы киләм бит.
Беренсе тапҡыр туҡмасты Зәлифә инәйгә киҫтем. Нисек булғандыр инде, әрләгән кеше булманы. Гел әсәйем туҡмас ҡырҡҡанда ҡарап ултырып өйрәнгәйнем. Зәлифә инәй ҡышын-йәйен аҡ йөндән тубыҡҡа тиклем оҙой итеп бәйләнгән шул бер ойоғон кейә торғайны. Түрҙә эленеп торған еләне бар ине. Үҫә төшкәс, концерт ҡуйғанда гел һорап алып тора инем.
Инәйҙең сәстәре ап-аҡ, эшлекле кешеләй, алъяпҡысын бер ҙә һалмай кейә. Мин етенсе класта уҡығанда Зәлифә инәй гүр эйәһе булды. Шунан бабай күрше ауылдан бер әбей алды. Йәмһеҙ, уҫал бер әбей. Беҙҙең менән һуғышыр сиккә етеп талаша ине. Сәхи бабайҙың оло ҡыҙы Зөлҡәғиҙә инде ҡайтып йөрөмәй ине, ни булғандыр, ниңә ҡайтмаған икән? Үгәй әбей ҡаты торҙомо икән? Мин дә уларға инмәй инем. Бабай үлгәс, өйөн һатып, ауылына кире ҡайтып китте.
Зөлҡәғиҙә инәй (ул әсәйемдән оло ине) менән әсәйем дуҫ инеләр. Зөлҡәғиҙә инәй, иренән ай¬ырылып, ҡайтып-китеп йөрөгән ваҡытында ныҡ дуҫлашып киткәйнеләр. Үлгән малайҙан кесеһе - ҡыҙы һәм бер өс-дүрт йәшлек малайы бар ине. Шул ҡыҙ беҙгә килә, минең туғандарым менән уйнай. Ниңәлер йәштәштәре унан гел көләләр, шаярталар, мыҫҡыл итәләр. Бер ваҡыт ишетәм: “Нәсихә, ҡаҙығыҙ нисәү?” - тип һорайҙар. Теге яуап бирә: “Иҡау, иҡау, иҡау”, - тип. Бала-сағаларға шул етә ҡала - хәлдәре бөткәнсе көләләр. Бына шул ҡыҙ ҙа үҫеп еткән. Сала-салпы ғына ишетеп ҡалғылайым: кейәүгә барған икән. Аталары күптән үлгән. Зөлҡәғиҙә инәй, көсө барҙа, өй һалған, тип тә ишеттем. Минең энем уларға йыш бара ине. Теге бәләкәй малай менән дуҫтар ине.
Нәсихә әсәһен бик йәберләгән икән, тип ишеттем. Бер ҙә көн күрһәтмәгән, тиҙәр. Һикһәнде ҡыуған әбей ни генә эшләй алһын инде?! Әсәһе Зәлифә инәйгә оҡшап, йыуаш ҡына, ипле кеше ине бит ул. Бына һиңә мә: аталарынан күпме нужа күреп, туҡмалып, кәмһетелеп, шул балалар, тип йәшәгән. Зөлҡәғиҙә инәй ҡыҙынан кәмһетелеп йәшәһенсе! Күпмегә түҙгәндер бахыр инәй, берҙән-бер көндө, бер кемгә лә әйтмәйенсә, өйҙән башы һуҡҡан яҡҡа сығып китә.

Әҙ-мәҙ аҡсаһына туҡланып күпме генә йөрөгәндер?! Ҡунырға ла урыны булмаған. Ниңә шунда тыуған ауылына ҡайтмағандыр, ҡалай ҙа берәр терәк табыр ине! Алыҫ булһа ла туғандары юҡ ине шул унда. Нисек ауылдаштарына ауыҙын тотоп ҡайтһын инде: “Ҡыҙым өйҙән ҡыуҙы”, - тип?! Күпме йөрөгәндер инде, шулай йөрөй торғас, район үҙәгендә бер мәрхәмәтле ҡатын менән таныша. Баштан үткәндәрен бәйнә-бәйнә һөйләп биргән әбейҙе теге ҡатын, йәлләп, ҡунаҡ йортона алып килә. Был ҡатын үҙе шунда эшләгән була. Йоҡларға бүлмә бирә һәм эшләй алырлыҡ эш бирә. Күпме генә эшләгән, тиһең инде, бахырҡайым. Төндәр буйы йәшел тышлы дәфтәргә уй-хистәрен яҙа бара. Үҙенең бәғер ите ҡыҙының ҡыланыштарын да теҙеп яҙа. Нисек атаһы менән йәшәгәнен, нисек балаларын үҫтергәнен, ниндәй ауырлыҡтар аша ғүмер иткәнен - бөтәһен дә яҙа. Шул йәшел тышлы дәфтәрҙе тултырғансы яҙғандан һуң, ҡунаҡхананың ҡатын-ҡыҙ бәҙрәфендә үҙенә-үҙе ҡул һала. Зөлҡәғиҙә инәй ҡыҙынан кәмһетелеп йәшәһенсе! Күпмегә түҙгәндер бахыр инәй, берҙән-бер көндө, бер кемгә лә әйтмәйенсә, өйҙән башы һуҡҡан яҡҡа сығып китә. Әҙ-мәҙ аҡсаһына туҡланып күпме генә йөрөгәндер?! Ҡунырға ла урыны булмаған. Ниңә шунда тыуған ауылына ҡайтмағандыр, ҡалай ҙа берәр терәк табыр ине! Алыҫ булһа ла туғандары юҡ ине шул унда. Нисек ауылдаштарына ауыҙын тотоп ҡайтһын инде: “Ҡыҙым өйҙән ҡыуҙы”, - тип?! Күпме йөрөгәндер инде, шулай йөрөй торғас, район үҙәгендә бер мәрхәмәтле ҡатын менән таныша. Баштан үткәндәрен бәйнә-бәйнә һөйләп биргән әбейҙе теге ҡатын, йәлләп, ҡунаҡ йортона алып килә. Был ҡатын үҙе шунда эшләгән була. Йоҡларға бүлмә бирә һәм эшләй алырлыҡ эш бирә. Күпме генә эшләгән, тиһең инде, бахырҡайым. Төндәр буйы йәшел тышлы дәфтәргә уй-хистәрен яҙа бара. Үҙенең бәғер ите ҡыҙының ҡыланыштарын да теҙеп яҙа. Нисек атаһы менән йәшәгәнен, нисек балаларын үҫтергәнен, ниндәй ауырлыҡтар аша ғүмер иткәнен - бөтәһен дә яҙа. Шул йәшел тышлы дәфтәрҙе тултырғансы яҙғандан һуң, ҡунаҡхананың ҡатын-ҡыҙ бәҙрәфендә үҙенә-үҙе ҡул һала.

Миңзада Жданова.

 

Автор:
Читайте нас