газета "Салауат"
+14 °С
Облачно
Ял сәғәтендә
23 Января 2025, 05:05

Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде

- Бисмилләһир – рәхманир – рәхим. Бар нәмәне бына шулай итеп башлайым. Шул сағында тотонған һәр эшем уң килеп сыға. Сәк-сәкте бешерер өсөн артыҡ нәмә лә кәрәкмәй. Он, йомортҡа, тоҙ һәм көнбағыш майы, - ти ҡалабыҙҙа йәшәүсе Эльвира Хәйбуллина. Бөгөн ул гәзит уҡыусылар менән сәк-сәк бешереүҙең үҙе генә белгән серҙәре менән уртаҡлаша.  

Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлдеСәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде

Сәк-сәктең ҡамыры өсөн 5 йомортка алабыҙ, улар һыуытҡыста булырға тейеш. Мин тик ауыл йомортҡаларын ҡулланам. Йомортҡаларҙы һәйбәтләп бутап аш ҡалағы осонда сода, иләнгән он ҡушып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотабыҙ.

Сәк-сәкте төрлө яҡта төрлөсә бешерәләр эре, ваҡ, йомро, оҙонса итеп киҫәләр. Мин ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйеп, 5-7 мм киңлегендә таҫмалап киҫәм. Был таҫмалар әҙерәк, 5 минут тирәһе кипкәндән һуң ваҡ ҡына бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турайбыҙ. Аҙаҡ ҡалын төплө һауытта (мәҫәлән, ҡаҙанда) ҡайнап торған майҙа бешерә башлайбыҙ. Ныҡ ҡыҙыл булғанын көтөргә кәрәкмәй, һалам төҫө алһа, сәк-сәкте майҙан алабыҙ. Иң мөһиме бешергәндә бутап торорға кәрәк, болғатһаң, сәк-сәктең бөтә яҡтары тигеҙ булып бешә. Ҡайнап торған майҙан алып тишекле сүмескә һалабыҙ, шул саҡта артыҡ майы ағып төшә.

Сироп әҙерләү өсөн бер аш ҡалағы һыу, 5 ҡалаҡ балды утҡа ҡуйып эретеп алабыҙ. Шәкәр ҡомо ҡушмайым. Бешерелгән сәк-сәктәребеҙ һыуынғас, әҙер сиропты һалып бутайбыҙ. Аҙаҡ кәрәкле һауыттарға өйөп, ҡулдарҙы һыуыҡ һыуға манып, сәк-сәкте формаға килтерәбеҙ. Сәк-сәкте йөҙөм, борсаҡ кәнфиттәр менән биҙәп була.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Сәк-сәктәре биҙәй өҫтәлде
Автор:
Читайте нас