Йылан йылын ҡаршылаған табында ит, балыҡ ризыҡтарын төрлөләндереп бешереү кәңәш ителә. Йылан тәбиғи ризыҡтар ярата, шуға бал, сәтләүек өҫтәлгән десерттар әҙерләргә онотмағыҙ. Кәңәштәрҙе лә тыңлағыҙ, шул уҡ ваҡытта яҡындарығыҙҙы иң мөһиме үҙегеҙ яратҡан аш-һыу менән һыйлағыҙ.
Ошондай үҙе яратып әҙерләгән аш-һыу рецебы менән ҡалала йәшәүсе Гүзәл Нечаева бүлешә. Оҫта ҡуллы ханым һәр табынды йәмләрлек рулет һәм капкейктар бешерергә өйрәтә. Уларҙы биҙәү өсөн еңел һәм тәмле крем тәҡдим итә.
“Йылан” рулеты
1 стакан һыуҙы йылытырға ҡуяһың, бер семтем генә тоҙ, бер сәй ҡалағы шәкәр ҡомо һалып ҡайнатып сығараһың. Ҡайнап сыҡҡас тиҙ генә 140 гр он һалып ебәрәһең һәм газды һүндермәй бутап торабыҙ, иң мөһиме туҡтамай бутап торорға кәрәк. Был масса йомарлаҡҡа әйләнергә тейеш. Шул ваҡытта газды һүндерергә була, ошо ҡамырға яйлап ҡына йомортҡа ҡушабыҙ, берәүҙе һытып бутап ҡарайһың, аҙаҡ икенсеһен. Ҡамыр ҡаты һымағыраҡ күренһә, тағы бер йомортҡа ҡушырға була.
Йомортҡаларҙы эҫе ҡамырға һалырға кәрәк, һыуынғанын көтөргә кәрәкмәй. Ҡамыр духовка табаһына һыланып ҡына ятырлыҡ булырға тейеш, ҡоймаҡтыҡы кеүек шыйыҡ булмаһын. Ҡалаҡ менән йәйеп һалырлыҡ, йәғни пластилин кеүек булыуы яҡшы. Ошо килеп сыҡҡан массаны тигеҙ генә итеп противенгә һылайбыҙ. 200 градуста 25-30 минут бешереп алабыҙ. Крем өсөн 2 стакан һөт ҡайнатырға ҡуябыҙ. Икенсе һауытҡа 150 гр шәкәр ҡомо, 50 гр кукуруза йәки картуф крахмалы, әҙ генә тоҙ һалабыҙ, 2 йомортҡа ҡушып һәм ҡаты ғына ҡамыр килеп сығырлыҡ итеп бутайбыҙ. Һөт ҡайнап сыҡҡас, яртыһын ошо ҡамырҙың өҫтөнә һалырға кәрәк һәм ҡамыр шыйыҡлана. Бер төрлө массаға ингәс, ҡалған һөттөң өҫтөнә ҡояһың да газда тағы ҡайнатаһың. Туҡтатмай ғына бутап тораһың, туҡтатҡан осраҡта һөт көйөргә мөмкин. Ул кисель кеүек ҡуйы ғына массаға әйләнә. Ҡуйырып, күбекләнә башлаһа, крем әҙер тигәнде аңлата.
Газды һүндерәһең һәм бер ҡап ваниль шәкәр ҡомо һалаһың. Тағын ныҡ итеп бутайһың да, һыуыҡҡа сығарып ҡуяһың.
Крем һыуыҡ булырға тейеш, аҙаҡ ошо массаға 150 гр һыуыҡ май өҫтәп, миксер менән туҡыйбыҙ. Кремды рулетҡа һалып урайбыҙ һәм ул әҙер.
Тәмле капкейктар
Башта 200 гр майҙы иретеп шуға 200 гр шәкәр ҡомо ҡушып, туҡырға кәрәк. Был массаға 2-3 аш ҡалағы йогурт йәки кефир, йә ҡаймаҡ, 3 йомортҡа һалып бутарға. 250 гр он һәм сәй ҡалағы осонда ғына сода өҫтәйбеҙ. Бөтәһен бергә ныҡ ҡына итеп бутап, кекс һауыттарына һалып сығабыҙ.
Капкейктар бер генә ҙурлыҡта булһын өсөн, аш ҡалағы менән тултырып һалырға була. Аҙаҡ духовкала 25-30 минут тирәһе, матур ғына төҫ алғансы бешерергә.
Крем өсөн 500 гр эремсекле сырға 200 мл һөт өҫтө, 100 гр шәкәр пудраһы ҡушып, миксер менән ныҡ итеп болғатырға. Был крем ошо рулеттарға һәм капкейктарға етә, кем ныҡ шәрбәтте яратмай, яртыһын ҡалдырырға мөмкин.
Гөлиә НУРИМАНОВА.