Яңы йылда туғандарҙы, яҡындарҙы бүләктәр менән ҡыуандырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Быйыл йыл хужаһы төҫөндәге йәшел әйберҙәргә өҫтөнлөк биреү отошло булыр. Төрлө ағас сувенирҙар, кейем-һалым, аксессуарҙар Аждаһаның күңеленә хуш килер. Ул ҡиммәтле биҙәүестәрҙе лә үҙ итә. Шулай ҙа, иң ҡәҙерлеһе, моғайын, үҙ ҡулдарың менән эшләнгән бүләктер. Балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә был фекер менән килешә.
Йыл һайын музыка мәктәбендә Яңы йыл алдынан “Яңы йыл фантазиялары” тип аталған ҡул эштәре конкурсы уҙа. Ойоштороусыһы - музыкатеоретик бүлек мөдире Фәриҙә Мөхәмәтдинова. Балалар был конкурсҡа бөтә фантазияһын һала. Быйылғыһында ла нимә генә ижад итмәгән улар. Күбеһе төрлө материалдар ярҙамында йыл хужаһының һынын яһаған. Уларҙың бер нисәүһе менән таныштырып үтәбеҙ.
Диана Ҡаһарманова ғәҙәти булмаған шыршы яһаған:
- Конкурста ата-әсәйем менән бергәләп икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Былтыр икенсе урын алғайным, быйыл иһә Гран-приға лайыҡ булдым. Тәүҙә атайым ағастан каркас эшләне. Ә беҙ уны әсәйем
менән магазиндан һатып алынған мишура менән ураныҡ. Аҙаҡ бауҙар һуҙып, яңы йыл уйынсыҡтары, шарҙар элдек. Был шыршыны яратҡан музыка мәктәбемә иҫтәлеккә бүләк итеп ҡалдырам.
Зарина Зөбәйерованың уйынсығы бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан:
- Быйыл Аждаһа йылы булғанға конкурсҡа ғәҙәти булмаған уйынсыҡ эшләргә ҡарар иттем. Уны бөтә ғаилә менән башҡарҙыҡ. Әсәйем балсыҡтан аждаһа яһаны, атайым уны беркетеп ҡуйырға ярҙам итте. Скрипка класында уҡығанға күрә, ошо музыка ҡоралына һөйөүемде белдереп, балсыҡтан скрипка яһаным, апайым уны буяшты. Һуңынан скрипканы махсус заказ буйынса алынған шар эсенә төшөрҙөк. Йыл хужаһын шар өҫтөнә ултырттыҡ, тирә-яғын шыршы ботаҡтары, тубырсыҡтар, уйынсыҡтар менән биҙәнек. Быны уҡытыусым Ирина Мазоваға бүләк итәсәкмен.
Фәриҙә Мөхәмәтдинова фотолары.