газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәтендә
31 Декабрь 2023, 01:22

Байрам табынына - тәмле ҡаҙ

Мөғжизәле байрам яҡынлашҡан һайын һәр кем өҫтәлгә нимә ҡуйырға, нимә бешерергә тип баш вата. Һәр кем ҡулынан килгәнсә мул табын әҙерләргә, йыл хужаһының көйөнә килерлек ризыҡтар ултыртырға тырыша.

Байрам табынына - тәмле ҡаҙ
Байрам табынына - тәмле ҡаҙ

Мөғжизәле байрам яҡынлашҡан һайын һәр кем өҫтәлгә нимә ҡуйырға, нимә бешерергә тип баш вата. Һәр кем ҡулынан килгәнсә мул табын әҙерләргә, йыл хужаһының көйөнә килерлек ризыҡтар ултыртырға тырыша.

Быйыл - Аждаһа йылы. Ул ғәйрәтле, көслө булыуы менән айырыла. Шуға табынға мул итеп һыйыр, һарыҡ, ҡош итен ҡуйыу кәңәш ителә. Өҫтәлдә балыҡ булыуына Аждаһа ҡәнәғәт ҡалыр. Ә бына бәшмәк, ҡуян ите, боростан, һуғандан баш тартырға кәрәк.

Ҡаланың йәштәр эштәре буйынса комитеттың баш белгесе Илүзә Янбаева Яңы йылды ғаилә байрамы тип иҫәпләй һәм бөгөн гәзит
уҡыусыларға яҡындары яратып ашаған ризығының рецебын тәҡдим итә.
- Үҙем алыҫ Баймаҡ районынанмын. Яңы йылды һәр йыл апайымдар менән әсәйем янына ҡайтып ҡаршылайбыҙ. Тәмле-тәмле ризыҡтар әҙерләп, байрамды матур итеп үткәрәбеҙ. Ҡаҙҙы духовкала бешермәгән сағыбыҙ юҡ. Әсәйем дә уны бик тәмле әҙерләй. Бөгөн бүлешкән рецебым да уныҡы.
Тәүҙә ҡаҙҙы яҡшы итеп йыуабыҙ, эсен, тышын тоҙлап, һарымһаҡ ҡушылған майонез һылап 5 - 6 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Һуңынан эсенә алма тултырып, тегәбеҙ. Балалар бешкән алманы рәхәтләнеп
ашай. Ҡаҙҙы 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкаға яҡынса 2,5 сәғәткә оҙатабыҙ, эргәһенә картуф та һалып сығабыҙ. Әҙерләнеү ваҡыты, әлбиттә, ҡаҙҙың ҙурлығына ҡарай. Табынға ҡаҙҙы эргәтирәһен төрлө йәшелсәләр менән биҙәп ҡуябыҙ.
Ғаиләбеҙ менән тағы беряратҡан ризығыбыҙ бар. Ул да булһа “Тун аҫтындағы балыҡ” салаты. Уны бер ваҡытта ла яһамай ҡалдырғаныбыҙ юҡ.
Шулай уҡ традицион блюдоларҙан башҡа яңы, заманса рецептарҙы ла файҙаланабыҙ. Шуларҙың береһе “Ҡырмыҫҡа иләүе” салаты бик тәмле килеп сыға. Уны һеҙҙең менән дә бүлешәм.

Был салат өсөн 300 грамм бешкән тауыҡ ите, 2 ҡыяр, 2 помидор, 80 грамм сыр, 2 картуф, тоҙ, үҫемлек майы, укроп кәрәк.
Салатты ҡатлы итеп эшләйбеҙ. Тәүге ҡатына һаламлап туралған тауыҡ ите һалабыҙ, һуңынан шулай уҡ һаламлап туралған ҡыяр, шаҡмаҡлап туралған помидор, эре ҡырғыс аша үткәрелгән
сыр һалабыҙ. Иң һуңғы ҡатҡа үҫемлек майында йоҡа ғына итеп оҙонсалап турап ҡыҙҙырылған картуфты өйөп һалабыҙ. Магазинда әҙере лә һатыла. Һәр ҡатына майонез һыларға, әҙ генә тоҙ һибергә.
Табынға йәшел укроп менән биҙәп бирергә. Барығыҙҙың да аштары тәмле булһын. Яңы йыл һәр ғаиләгә именлек, бәхетшатлыҡтар алып килһен.
Фото Илүзә Янбаеванан

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: