Ял сәғәтендә
16 Августа 2021, 04:31

Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 август)

Ҡуҙы (21.03-20.04)Аҙнаның тәүге яртыһында һатып алынған йорт әйберҙәре һеҙгә оҙаҡ хеҙмәт итер. Етәкселегегеҙ һеҙҙең эш менән ҡәнәғәт түгеллеген белдерер. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һәйбәт. Дуҫтарығыҙ менән ҡыҙыҡлы сараға барырһығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 август)Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 август)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 август)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Аҙнаның тәүге яртыһында һатып алынған йорт әйберҙәре һеҙгә оҙаҡ хеҙмәт итер. Етәкселегегеҙ һеҙҙең эш менән ҡәнәғәт түгеллеген белдерер. Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һәйбәт. Дуҫтарығыҙ менән ҡыҙыҡлы сараға барырһығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Был осор финанс һәм ғаилә проблемаларын хәл итеү өсөн уңышлы. Файҙалы кешеләр менән танышыу һеҙҙең бәйләнештәрҙе киңәйтер. Юл төшә үҙегеҙгә. Ял көндәрендә һаулығығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ.     
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Тормошоғоҙҙоң ҡайһы бер өлкәләрендә ҡаршылыҡтарға осрарһығыҙ, был һеҙҙең кәйефегеҙҙе төшөрөр. Туғандарығыҙ ярҙамы менән өҫтәмә аҡса эшләй алырһығыҙ. Әммә сығымдарығыҙ ҙа күбәйер. 
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Карьерағыҙҙа үҙгәрештәр ихтималлығы ҙур, яңы вазифа тәҡдим итерҙәр. Мөхәббәт өлкәһендә лә яҡшы сюрприздар көтөгөҙ. Ҙур күләмле финанс операциялары башҡармау хәйерле. Яҡшы ғына ял итеп алырһығыҙ. 
Арыҫлан (24.07-23.08)
Был аҙна юғары әүҙемлек осоро. Һеҙҙең көс-дәртегеҙ ташып торор, һәр эшегеҙҙе еңел генә атҡарып сығырһығыҙ. Аҡсағыҙҙы иҫәпһеҙ ҡулланыу көрсөккә алып килер. Был йәһәттәр дуҫтарығыҙ ярҙам итер. Балаларығыҙ шатландырыр.   
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Һеҙ килемлерәк эш урыны эҙләй башларһығыҙ, бәлки, теләгегеҙ тормошҡа ла ашыр. Яҡындарығыҙ менән аралашҡанда тыйнаҡ булырға тырышығыҙ, юғиһә, ғауға сығыр. Ял көндәре өйҙә йорт мәшәҡәттәре менән үтер.  
Үлсәү (24.09-23.10)
Үлсәүҙәр был аҙнала күптәнге хыялдарын тормошҡа ашыра аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта бик күп мөһим эштәрҙе башҡарырға тура килер. Һөйгәнегеҙ хаҡында алама хәбәр ишетерһегеҙ. Ял көндәрен тыныслыҡта уҙғарығыҙ.   
Саян (24.10-22.11)
Йондоҙҙар һеҙгә алтын тау вәғәҙә итеүселәргә ышанмаҫҡа саҡыра. Эш мәсьәләһендә лә коллегаларығыҙҙан таяныс тапмаҫһығыҙ. Икенсе яртығыҙ алдында үҙегеҙҙе өҫтөн тотмағыҙ, был уға оҡшамаҫ. Байрамға саҡырыу алырһығыҙ.    
Уҡсы (23.11-21.12)
Хеҙмәттәштәрегеҙ ҙә, етәкселек тә һеҙҙең идеяларығыҙҙы хуплап сығыр, һеҙгә һөнәри яҡтан үрмәләргә ярҙам итерҙәр. Шәхси тормошоғоҙҙа - гармония. Матди хәлегеҙ яҡшы булыр. Эштән буш ваҡытығыҙ күберәк тәбиғәттә үтер. 
Ылаҡ (22.12-20.01)
Рухи яҡтан үҫеш, уҡыу һәм сәйәхәт өсөн уңышлы осор. Шулай ҙа ҡайһы бер эштәрҙә ҡаршылыҡтарға осрарһығыҙ. Аҙна аҙағына яңғыҙлыҡтағы ял тураһында хыяллана башларһығыҙ. Дөрөҫ туҡланыуға күсерһегеҙ. 
 Һыуғояр (21.01-19.02)
Был аҙна һеҙгә тик ыңғай ваҡиғалар һәм хәбәрҙәр генә вәғәҙәләй. Кешеләр күп булған сараларҙа ҡатнашырһығыҙ. Яңы таныштар табырһығыҙ. Бурысҡа аҡса биреп торһағыҙ, килем менән ҡайтара алырһығыҙ. 
Балыҡ (20.02-20.03)
Балыҡтарға үҙ эшенең профессионалы булыуын иҫбатларға тура килер. Алдан һиҙемләү тойғоһо күп кенә проблемаларҙан ҡасырға ярҙам итер. Хроник сирҙәрегеҙ үҙен һиҙҙерер. Шәхси тормошоғоҙҙа яҡшы үҙгәрештәр көтөлә.     

Автор:Дина Галеева
Читайте нас