газета "Салауат"
0 °С
Облачно
Йәштәр
20 Октября , 05:29

Матурлыҡҡа юл ярыусылар

Салауаттың дәртле һәм ижади йәштәре тырышлығы менән Федераль именлек хеҙмәте идаралығы биләмәһендәге хужалыҡ бинаһы яңы төҫ алды. Был башланғыс иғтибарһыҙ ҡалманы - ҡаланы төҙөкләндереүгә индергән өлөшө өсөн йәштәр Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигының рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Матурлыҡҡа юл ярыусыларМатурлыҡҡа юл ярыусылар
Матурлыҡҡа юл ярыусылар

- Ҡаланы төҙөкләндереү - ул беҙҙең уртаҡ бурыс. Бөгөн йәштәрҙең тырыш хеҙмәте Салауаттың йөҙөн нисек яҡшыртыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Бындай ғәмәлдәр йәштәребеҙҙең тыуған ерҙәрен бөтә күңеле менән яратыуын күрһәтә. Беҙҙең һеҙҙе ошолай тантаналы бүләкләүебеҙҙе күреп, башҡалар ҙа һеҙҙән өлгө алыр, изге эштәргә илһамланыр, тип ышанабыҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин.

Милана Мостафина - Салауат медицина колледжын тамамлаған, әле - Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты. Бының менән бер рәттән ул физик культура һәм спорт идаралығында инструктор-методист
булып эшләп тә йөрөй.

- Бөгөн беҙгә Федераль именлек хеҙмәтенән төҙөкләндереүгә индергән өлөшөбөҙ өсөн рәхмәт белдерҙеләр. Рәсми  рәүештә бүләкләүҙәре - оло хөрмәт. Ваҡыт тығын булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт эшен дә ҡалдырмайым. 28 октябрҙә мин йәнә Санкт- Петербургҡа «tочка» белем биреү программаһына  социаль проектлау оҫталығын камиллаштырыу өсөн юлланам. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй студенттар проектында ҡатнашам, - тип уртаҡлаша Милана.

Ксения Негодина - 23-сө мәктәптең 9-сы класында уҡый, пулянан атыу менән шөғөлләнә.
- ФСБ етәкселегенән рәхмәт хаты тапшырыуҙарына  шатмын. Был бинаға һүрәт төшөрөү тәҡдимен әхирәтем Алина тәҡдим итте. Бәләкәй саҡта художество мәктәбенә йөрөнөм, әммә һуңынан уны ҡалдырырға тура килде. Ләкин ижад итеүгә һөйөүем кәмемәне. Әлеге эш июль айы буйы тиерлек дауам итте. Еңел булманы: йә көндәр эҫе торҙо, йә ямғыр яуа. Шулай ҙа эште атҡарып сыға алдыҡ. Киләсәктә тормошомдо медицина менән бәйләргә уйлайым. Кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу - иң мөһим һәм изге хеҙмәт, - ти Ксения.

Алина Сафина - Салауат медицина колледжының 2-се курс студенты, пулянан атыу буйынса спорт мастеры кандидаты, медицина колледждары араһындағы спартакиада еңеүсеһе һәм Башҡортостан йыйылма командаһы ағзаһы.
- Бөгөн хеҙмәтебеҙҙе юғары баһаланылар. Ябай  ғына күренһә лә, эш еңелдән булманы. Беренсенән, бина бейек - ике метр самаһы. Икенсенән, бер өҫкә менеп, бер аҫҡа төшөп, нисек килеп сыға икән тип, ҡарарға тура килде. Ҡулдар ғына түгел, аяҡтар ҙа арыны. Әммә һөҙөмтә менән ҡәнәғәтбеҙ, - тип билдәләне Алина.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас