

- Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү - ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар алдында дәүләттең туранантура бурысы. Шуға күрә был мәсьәләгә мөмкин тиклем яуаплы ҡарайбыҙ: торлаҡтарҙы ентекле һайлабыҙ, фатирҙар балаларға ремонт менән тапшырыла, - тип билдәләне хакимиәт башлығы Марат Зәһиҙуллин.
- Бөгөнгө көнгә ҡала хакимиәте етем балалар өсөн 18 фатир һатып алды, уларҙың һигеҙе тапшырылды ла инде. Бөгөн беҙ тағы ике кешегә асҡыстар тапшырабыҙ. Яңы фатир эйәләрен ихлас ҡотлайбыҙ! Уларға бәхет һәм именлек теләйбеҙ, - тип өҫтәне ҡала хакимиәтенең торлаҡ бүлеге начальнигы Эльвина Халиҡова.
Был көндө яңы асҡыстарға Камила Мөхәмәҙиева һәм Александр Артамонов эйә булды.
Камила Мөхәмәҙиева - Калининградтағы И.Кант исемендәге Балтик федераль университетының тарих факультеты студенты. Әле ул дүртенсе курста уҡый. Планында - магистратураға инеү. Иң мөһиме, уның тыуған ҡалаһына ҡайтырға ниәте бар.
- Камила, фатирыңдың асҡыстарын беҙҙән ҡабул итеп ал! Хәҙер һинең үҙ мөйөшөң бар. Был фатир һинең тормошоңа тик шатлыҡ, именлек һәм уңыш килтерһен, икенсе яртыңды табып, ошо йортта мөхәббәтле ғүмер кисерегеҙ, балалар үҫтерегеҙ, - тип ҡотланы Камиланы ҡала башлығы.
- Кисергән хис-тойғоларымды әйтеп аңлатырлыҡ түгел, - тип уртаҡлаша ҡыҙ. - Фатир шундай уңайлы, яҡты. Ярҙамдары өсөн хакимиәткә, дәүләткә ҙур рәхмәт. Хәҙер минең үҙ мөйөшөм бар. Хәҙер фатирҙы йыһазландырырға ҡала. Уҡыуымды тамамлағас, Салауатҡа ҡайтырға теләйем. Беҙҙе тәрбиәләгән һәм һәр ваҡыт янымда булған бала өләсәйемә айырым рәхмәт.
Камиланың өләсәһе Флүрә Мөхәмәҙиева ла хистәрен йәшермәй.
- Ирем менән ейәнсәребеҙ Камиланы һәм уның ҡустыһы Кәримде тәрбиәләп үҫтерҙек. Тәүҙә опекун ирем булды, уның вафатынан һуң, был яуаплылыҡты мин үҙ өҫтөмә алдым. Мин 43 йыл балалар дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләнем. Сменалар ауыр булды, кешеләр етешмәне. Балаларҙы ҡалдырырға кеше булмаған саҡтарҙа уларҙы үҙем менән ала инем. Коллегаларыма һәм етәкселәремә бының өсөн бик рәхмәтлемен, - ти Флүрә апай. - Камила тырыш, изге күңелле бала булып үҫте. Уҡыуын тамалағандан һуң уның Салауатҡа ҡайтыуын бик көтәм. Ул - донъялағы иң яҡын, ғәзиз кешем. Өҫтәүенә, хәҙер уның үҙ мөйөшө бар. Уның өсөн бик шатмын. Етем балалар хаҡында хәстәрлек күрһәткәне өсөн дәүләткә һәм ҡала хакимиәтенә ҙур рәхмәт.
Александр Артамоновтың шатлығын уртаҡлашырға уның өләсәһе һәм һөйгән ҡыҙы килгәйне. Уға фатир алыу тураһындағы хәбәрҙе тыуған көнөндә әйтәләр.
- Был ваҡиғаны бик оҙаҡ көттөм, һәм быға бик шатмын. Ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Һәр кем үҙ мөйөшөн булдырыу тураһында хыяллана, бигерәк тә әлеге ауыр ваҡытта. Фатирға шәп ремонт эшләнгән. Хәҙер йортома әйберҙәр алып, йылы мөхит булдырырға ҡала, - тип уртаҡлаша Александр.
Ул комбинатта автослесарь булып эшләй.
- Ошо мөһим ваҡиға һине ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Фатирыңда именлектә йәшәргә яҙһын, бында ғаилә ҡороуыңды теләйбеҙ, балалар тауыштары яңғырап торһон. Был асҡыстар - ҡаланан бәләкәй бүләк. Шуны бел: ҡала һиңә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, - тип теләне Марат Зәһиҙуллин.
Сашаның өләсәһе Александра Артамонова тормош иптәше менән ике ейәнен тыуғандан алып ҡарап үҫтергән.
- Өлкән ейәнемә дүрт йыл элек фатир бирҙеләр, бөгөн иһә кесебеҙҙең ошо шатлығын уртаҡлашабыҙ. Ейәндәребеҙ изге күңелле, намыҫлы, яҡшы кешеләр булып үҫте. Олатайҙары ауырып түшәккә ятҡас, ошо балалар иң ҙур таяныс булды. Улар икеһе лә Салауат индустриаль колледжын тамамланы, әлеге көндә эшләп йөрөйҙәр. Ҡала хакимиәтенә һәм шәхсән ҡала етәкселегенә етем балалар тураһында хәстәрлек күргәндәре өсөн ҙур рәхмәт, - тине Александрҙың өләсәһе Александра Евгеньевна.
- Балаларҙы ташламағанығыҙ, аяҡҡа баҫтырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ уларҙы илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләгәнһегеҙ, - тине Марат Зәһиҙуллин.
Фатирҙар, ысынлап та, йәшәүгә тулыһынса әҙер.
Уларҙа сифатлы таҙа ремонт эшләнгән: тарттырмалы түшәмдәр, пластик тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйылған, иҙәндәргә линолеум түшәлгән. Кереп йәшәргә генә ҡала.
Асҡыстар менән бергә йәштәр хакимиәттән иҫтәлекле бүләктәр ҙә алды.