

БЕЙЕКЛЕККӘ - ҠАТМАРЛЫҠТАР АША
Осрашыуҙың иң ҡыҙыҡлы өлөшө - Салауат хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллиндың шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы булды. Ул хеҙмәт юлын ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләүҙән башлай.
Марат Ғәйнулла улы үҙ сығышында етәксе булыу - ул тик кабинетта ултырыу түгел, ә кешеләрҙең тормошон, уларҙың ихтыяждарын аңлау икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауыл мәктәбендәге уҡытыусылыҡтан башланған юл, мәғариф бүлегендәге 12 йыллыҡ хеҙмәт, төҙөлөш һәм бизнес өлкәһендәге тәжрибә - былар барыһы ла уға идара итеүҙең нескәлектәрен өйрәнергә ярҙам иткән.
- Мәғариф бүлеге начальнигы белем биреү учреждениеларын тотоу, ремонтлау, төҙөлөш, туҡланыу һәм балаларҙың ялын ойоштороу менән шөғөлләнә. Был район эсендә бәләкәй ҡала менән идара итеү кеүек: бында логистика ла, финанс та, кадрҙар ҙа, инфраструктура ла бар. Әгәр һин быны эшләй алһаң, тимәк, картинаны тулыһынса күрә беләһең, - тип аңлата ул.
Салауат хакимиәте башлығы кадрҙар потенциалын үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлә. Ул хакимиәткә нәҡ үҙ ҡалаһының проблемаларын йөрәге аша үткәргән, урындағы халыҡ менән аралашырға әҙер булған йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү яҡлы.
- Һәр урамды, ихатаны, туҡталышты
белгән, халыҡтың күпселек өлөшө менән шәхсән таныш булған кешеләрҙе хакимиәтенә эшкә алырға тырышам. Ҡалала йәшәгәндә кеше бөтә проблеманы аңлай, шуға күрә Салауатҡа абстракт карта йәки отчеттар йыйылмаһы кеүек ҡарамаясаҡ - ул тере кешеләрҙе, уларҙың ысын ихтыяждарын күрәсәк. Һәм был идаралыҡта иң ҡиммәтлеһе, - тип билдәләй Марат Зәһиҙуллин.
Шул уҡ ваҡытта ҡала башлығы өҙлөкһөҙ уҡыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала: ике юғары белемгә һәм ҙур профессиональ тәжрибәгә ҡарамаҫтан, ул даими рәүештә квалификацияһын күтәрә, башҡа ҡалаларҙың һәм илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнә, коллегаларының идара итеү практикаһын анализлай.
МУНИЦИПАЛЬ ХЕҘМӘТ - УЛ ЯУАПЛЫЛЫҠ
Муниципаль хеҙмәттә эшләү шарттары тураһында осрашыуҙа ҡатнашыусыларға ҡала хакимиәтенең кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Галина Калинина һөйләне, мөмкинлектәр спектры тәү ҡарашҡа күренгәндән киңерәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Муниципаль хеҙмәт - ул тик юғары вазифалар ғына түгел. Ябайыраҡ белгес вазифаларына урта йәки урта махсус белем менән дә инергә мөмкин. Әммә етәкселек итеүсе звеноға үрләргә теләүселәргә юғары белем мотлаҡ. Идаралыҡ начальнигы булыу өсөн иһә һайлаған һөнәр буйынса тейешле квалификация талап ителә.Муниципаль хеҙмәткә инеү процедураһына ҡәтғи регламент ҡаралған. Хеҙмәткә 65 йәштән өлкән граждандар инә алмай.
Мотлаҡ шарт - вазифа бурыстарын үтәүгә ҡамасаулаған сирҙәр булмаҫҡа тейеш. Һайлап алыуҙың мөһим этабы - Рәсәй Президенты указы менән раҫланған махсус анкета тултырыу.
- Был анкета электрон формала ғына түгел, ә Рәсәй Федерацияһы дәүләт хеҙмәте порталында махсус электрон тәьминәт ярҙамында тултырыла. Һәр граждан теркәлергә, теләһә ниндәй муниципаль йәки дәүләт хеҙмәтенә инеү өсөн онлайн-анкета тултырырға мөмкин, - тип һөйләй кадрҙар бүлеге начальнигы.
Был өлкәлә эшләүселәрҙең тормошо асыҡ булырға тейеш. Кадрҙар бүлеге кандидаттың социаль селтәрҙәге аккаунттарын, шулай уҡ яҡын туғандары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ентекләп тикшерә. Бынан тыш, муниципаль хеҙмәттә «туған-тыумаса» принцибы буйынса эшләү тыйыла: яҡын туғандарҙың береһенең икенсеһенә туранан-тура буйһоноуына юл ҡуйылмай.
Айырым вазифаларға һайлап алыу конкурс нигеҙендә үткәрелә. Ҡала хакимиәте даими рәүештә конкурстар иғлан итә, шул иҫәптә кадрҙар резервы булдырыу өсөн.
- Барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡырам. Әгәр һеҙ беҙҙең кадрҙар резервында торһағыҙ, һеҙҙе хатта башҡа органдарға, учреждениеларға һәм муниципалитеттарға тәҡдим итә алабыҙ, - тип аңлата Галина Калинина.
Студенттар өсөн практика һәм ҡала хакимиәтенең структур бүлексәләрендә стажировка үтеү кадрҙар йәлеп итеүҙең мөһим ҡоралы булып тора.
- Әгәр һеҙ хакимиәттә практика үтһәгеҙ, эшкә урынлашыу еңелерәк буласаҡ, - тип өҫтәй Марат Зәһиҙуллин.
СИТТӘ УҠЫП, ТЫУҒАН ҠАЛАҒА ҠАЙТЫУ ПЕРСПЕКТИВАЛАРЫ
Салауат мәктәптәрен тамамлаусылар өсөн юғары белем алыу географияһы йылдан-йыл киңәйә. Былтырғы сығарылыш уҡыусыларының күпселеге үҙ киләсәген Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге алдынғы вуздар менән бәйләне. 503 уҡыусының 208-е республика вуздарын һайлаһа, 206-һы Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан кеүек ҙур ҡалаларға юлланды.
Ситтә белем алған йәштәрҙең тыуған ҡалалары менән бәйләнешен өҙмәүе ҡыуаныслы. «Дәүләт Старты. Диалог» проекты сиктәрендә үткән осрашыуҙа студенттар үҙҙәренең пландары менән уртаҡлашты.
Анастасия Малышева Сочи дәүләт университетының бишенсе курс студенты. Ҡыҙ юрист һөнәренә уҡый, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң тыуған ҡалаһына ҡайтырға теләй.
- Әсәйем менән Салауатта тыуғанбыҙ, тыуған ҡалабыҙҙы бик яратабыҙ. Ҡала менән бәйләнеш ныҡлы, шуға күрә кире ҡайтырға теләйем, - тип уртаҡлаша ҡыҙ. - Юрист булып эшләргә теләйем, бәлки, прокурор йәки судья булырмын, хакимиәттә эшләү мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ине. Университетты тамамлаған мәлдә кадрҙар мөмкинлектәренән һәм тәҡдимдәрҙән сығып эш итәсәкмен.
Валерия Шәрәфетдинова Екатеринбургта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал ГПС институтында «Суд экспертизаһы» һөнәре буйынса уҡый.
- Салауаттың үҫеше, йәштәр өсөн төҙөлгән инфраструктура һәм киләсәккә булған өмөт - тыуған яҡҡа ҡайтыу өсөн төп сәбәптәрҙең береһе, - ти Валерия.
Йәш белгестәрҙең ошондай ҡарашы «Дәүләт Старты» программаһының әһәмиәтен тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай. Был проект - дәүләт хеҙмәтендә үҙен һынап ҡарарға теләгән йәштәр өсөн ысын «социаль лифт».
Программа стажировкалар үтеү, тәжрибәле етәкселәр менән аралашыу, ирекмәнлек һәм һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу кеүек биш төп йүнәлеште үҙ эсенә ала.
«Дәүләт старты. Диалог» - тәжрибә уртаҡлашыу һәм йәш хеҙмәткәрҙәр менән етәкселәр араһында диалог төҙөү өсөн майҙансыҡ;
«Дәүләт старты. Стажировкалар» - власть органдарында практика үтеү һәм реаль эш тәжрибәһе алыу мөмкинлеге;
«Дәүләт старты. Изгелекле хеҙмәткәр» - дәүләт хеҙмәткәрҙәренең ирекмәнлек һәм хәйриә башланғыстарын берләштергән йүнәлеш;
«Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт оҫтаханаһы» - һөнәри күнекмәләрҙе үҫтереү өсөн белем биреү майҙансығы;
«Йәштәр советтары» - власть органдары ҡарамағында йәштәр эксперт берләшмәләрен булдырыу өсөн платформа.
«Дәүләт Старты» программаһында ҡатнашыу йәштәргә үҙ төбәктәренең үҫешенә өлөш индерергә, фекерҙәштәр табырға һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә.