

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алексей Касьянов йәштәргә «Ҡайнар йөрәк» билдәһен тапшыра. Был награда - эскерһеҙ ярҙам итеү символы, һәм Шәфҡәт менән Этэри уға хаҡлы рәүештә лайыҡ. Хәҙер «Ҡайнар йөрәк» Бөтә Рәсәй батырлыҡ йылъяҙмаһында салауаттарҙың исемдәре лә бар. Әммә ҡайнар йөрәкле студенттар үҙ ҡылыҡтарын батырлыҡҡа тиңләмәй.
- Был - туранан-тура бурысым, мин башҡаса булдыра алманым. «Ҡайнар йөрәк» наградаһын тапшырыу тантанаһы күп ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы, - ти Шәфҡәт Яхеев.
Егеттең ата-әсәһе ҡурҡыу белмәҫ улдары менән ғорурланыуын йәшермәй.
- Улыбыҙҙың игелекле, ярҙамсыл кеше булып үҫеүе менән һоҡланабыҙ. Батырылығы юғары кимәлдә танылыуын күреү - ҙур шатлыҡ. Был - уның ғына түгел, бөтә ғаиләбеҙҙең ғорурлығы. Алда уны тағы ла күп бәхетле мәлдәр, ҙур уңыштар һәм лайыҡлы еңеүҙәр көтһөн, - ти улар.
Этэри ла был ҡылығын батырлыҡ, тип иҫәпләмәй.
- Беҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарырға тейешбеҙ. Был - беҙгә йөкмәтелгән иң ҙур яуаплылыҡ, - тип уртаҡлаша батыр йөрәкле ҡыҙ. - Изге ғәмәлебеҙгә бирелгән юғары баһа ата-әсәйебеҙ күңелендә оло ғорурлыҡ уятты.
- Ҡыҙыбыҙҙың ҡаҙанышы ғына түгел, ә уның мәрхәмәтле, шәфҡәтле кеше булып үҫеүе лә һоҡланыу уята. Ул бер ҡасан да башҡаларҙың бәләһенә битараф түгел, ярҙамға мохтаждарҙың барыһының да хәленә инә белә, - тип ҡыҙҙың
ата-әсәһе.