

Ултырыш эшлекле мөхиттә үтте, барлыҡ мәсьәләләр ҙә регламентҡа ярашлы ҡаралды.
Йәштәр советы рәйесе һәм секретары һайланды, шулай уҡ ике: йәштәрҙе социаль яҡлау һәм ялын ойоштороу, йәштәрҙе уҡытыу һәм уларҙыңмәшғүллеге буйынса ике комиссия ойошторолдо, рәйестәре һайланды.
Сессияны Совет депутаты, бюджет, һалымдар һәм милек мәсьәләләре буйынсакомиссия секретары Гүзәл Сафина асты һәм уларҙың уңышлы эшләүенә ышаныс белдерҙе:
- Һеҙҙе Йәштәр советына инеүегеҙ менән ҡотлайым. Алда һеҙҙе ҙур һәм мөһим эштәр көтә. Ул ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы буласаҡ, уның яҡшы һөҙөмтәләрбирәсәгенә ышанабыҙ. Һеҙ йәштәр парламентында,хакимиәт, депутаттар менән эшләйәсәкһегеҙ, ҡала Советы менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итәсәкһегеҙ. Был һеҙгә тәжрибә тупларға, закондарҙың нисек ҡабул ителеүен эске яҡтан күрергә мөмкинлек бирә. Был сәйәсәттә лә, дәүләт хеҙмәтендә лә старт алыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Хатта икенсе юл һайлаһағыҙ ҙа, был тәжрибә һеҙгә ышаныслыраҡ булырға, лидерлыҡ күнекмәләрен үҫтерергә һәм аралашыу даирәһен киңәйтергә ярҙам итәсәк. Һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, - тине Гүзәл Сафина.
Ҡала Советы депутаты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ерҙәрҙе, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу, сауҙа һәм халыҡтың башҡа хеҙмәттәре буйынса комиссия секретары Рафаэль Солтанғужин да йәш ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.
- Һеҙҙең энергияғыҙ, яңы ҡарашығыҙ һәм ижадҡа ынтылышығыҙ - ул ҡалабыҙҙың уңышлы үҫешенең һәм сәскә атыуының нигеҙе. Йәштәр советына нәтижәле эш, дөрөҫ ҡарарҙар, ышаныслы фекерҙәштәр һәм бөтә ҙур проекттарығыҙҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйем. Белмәгәнегеҙҙе һорағыҙ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ, - тине ул.
- Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәбеҙ, - тип мөрәжәғәт итте ҡала Советы секретары Гөлнара Канюкова. - Бөгөн етди уй-ниәттәр менән яныуығыҙҙы күреп бик шатландым. Афарин, артабан да шулай булығыҙ. Баҡтиһәң, беҙҙә йәштәр бик әүҙем икән. Яҡын арала эш планын төҙөрбөҙ.
- Ҡыйыу идеяларҙан ҡурҡмауығыҙҙы, инициативалы булыуығыҙҙы теләйем. Йәштәр советына ингәнһегеҙ икән, быға яуаплы булығыҙ, - тине Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Розалия Сәлихова.
Сессия эшен Йәштәр советының яңы һайланған рәйесе Герман Тартыгин алып барҙы. Ул Салауат индустриаль колледжының өсөнсө курсын тамамлаған. Уҡыуҙан тыш, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә: «Берҙәм Рәсәй»ҙең Йәш гвардияһы»ның урындағы бүлексәһенә етәкселек итә һәм Төбәк штабы составына инә.
- Йәштәр советының, ниһайәт, ҡабаттан тергеҙелеүенә шатмын. Уны етәкләү өсөн тәжрибәм етерлектер, тип уйлайым. Командам да көслө, һәр береһе менән тиерлек танышмын. Улар менән уңышҡа өлгәшеүебеҙгә ышанам, - тип уртаҡлашты
Герман Тартыгин.
Йәштәр советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын Милана Мостафина биләйәсәк.
- Салауат медицина колледжында директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе һәм «Йәштәш» йәштәр үҙәгендә белгес булып эшләйем. Йәштәребеҙҙе үҫтерерҙәй идеялар бик күп. Мин үҙем тәжрибә туплау өсөн республиканан ситкә төрлө
форумдарға йөрөй башланым, унда алынған тәжрибәне ҡалаға алып ҡайтам. Башта студенттар һәм ирекмәндәр менән генә эшләһәм, хәҙер проекттарымды киңерәк форматта үткәрергә теләйем,- ти Милана.
Кристина Крехова Йәштәр советы секретары итеп тәғәйенләнде.
- Салауат ҡала дауаханаһында фельдшер булып эшләйем. Был ролде ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән ҡабул итеп алдым. Ҡала хакимиәте ҡарамағындағы йәштәр хакимиәтендә эшләү тәжрибәһе үҙ көсөмә ышанырға мөмкинлек бирер, тип уйлайым. Байрамдарҙы ойоштороу һәм үткәреүҙең нимә икәнен беләм, шуға күрә тулҡынланыу юҡ. Йәштәргә ярҙам итеү өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен. Хәҙер проект эшмәкәрлеге әүҙем үҫешә, һәм егет-ҡыҙҙарға үҙ