

Салауат хакимиәте ярҙамы менән улар, ниһайәт, үҙ мөйөшөн тапты.
- Һеҙ бөгөн үҙ фатирҙарығыҙҙың асҡысын ҡулығыҙға алаһығыҙ. Ошолай ярҙам күрһәтеп, дәүләт үҙенең социаль бурысын үтәй. Йорттарығыҙҙа бәхетле ғаилә ҡороғоҙ, сабыйҙарҙың шат тауыштары яңғырап торһон, иң изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Һәм, әлбиттә, киләсәктә торлаҡ майҙанын киңәйтеүегеҙҙе теләйем, сөнки ғаилә, балалар барлыҡҡа килһә, урын да күберәк кәрәк буласаҡ. Фатирҙар Салауатта урынлашҡан, һәм, минеңсә, ҡалабыҙҙа яҡшы эш таба алырһығыҙ. Мәҫәлән, «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы - Рәсәйҙә иң ҙуры, ә беҙҙең ҡала хаҡлы рәүештә республиканың сәнәғәт баш ҡалаһы тип иҫәпләнә, - тине Марат Зәһиҙуллин яңы фатир хужаларына асҡыстар тапшырып.
- Быйыл кәм тигәндә ун бер етем балаға торлаҡ бирергә ниәтләйбеҙ. Бөгөнгө көнгә ҡала хакимиәте һигеҙ фатир һатып алған, һәм беҙ асҡыстар тапшырыу процедураһын башлайбыҙ. Бөгөн асҡыстарҙы тәүгеләрҙән булып Эльвина Дауытова һәм Богдан Хәлитов алды, - тип уртаҡлашты ҡала хакимиәтенең торлаҡ бүлеге начальнигы Эльвина Халиҡова.
21 йәшлек Богдан Хәлитов күптәнге хыялының тормошҡа ашыуына шат булыуын белдерҙе.
- Өфөлә тыуғанмын, әммә дүрт йәшемдән Салауат ҡалаһында йәшәйем. Бында мәктәпте, индустриаль колледжды тамамланым, әле ситтән тороп Өфө дәүләт нефть-техник университетының Салауат филиалында уҡыйым, Ҡазанда эшләп йөрөйөм. Бөгөн миңә үҙемдең фатирымдың асҡыстарын тапшырҙылар. Был ваҡиғаны оҙаҡ көттөм. Бик шатмын, хис тойғоларымды һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел. Үҙ торлағың булыу - ул киләсәккә ышаныс нигеҙе. Дәүләткә етем балаларға булған иғтибары һәм ярҙамы өсөн бик рәхмәтлемен. Әлегә фатирҙың фотоларын ғына күрҙем - ремонт оҡшаны. Артабан нисек булыр, ваҡыт күрһәтер. Хәҙер Салауатта үҙ йортом бар, бәлки, бында күсеп тә ҡайтырмын, - тине Богдан.