Йәштәр
9 Июня , 10:25

Салауат рухы йәш рәссам ижадында

Уҙған йома ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин 21-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы, Сәнғәт үҙәген тамамлаған Анастасия Степанованы хакимиәткә осрашыуға саҡырҙы. Бының үҙ сәбәбе бар: ҡала мэрын йәш рәссамдың ябай аҡбур ярҙамында ҡалаға ингән ерҙәге милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленең бөйөклөгөн сағылдырған картинаһы йәлеп итә.

Салауат рухы йәш рәссам ижадындаСалауат рухы йәш рәссам ижадында
Салауат рухы йәш рәссам ижадында

- Ҡалабыҙ тураһында тәрән уй-кисерештәр менән һуғарылған картиналар күңелемә ныҡ яҡын. Шуға күрә төрлө йәштәге рәссамдарҙың ижад емештәрен туплайбыҙ. Улар араһында Анастасияныҡыны ла бар. Бихисап эштәр араһында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәлен төшөргән картина айырыуса иғтибарға лайыҡ: унда авторҙың үҙ стиле, тәрән фекере  бар. Ҡала башлығы булараҡ, миңә балаларыбыҙҙың ошондай юҫыҡта эш итеүен күреү айырыуса оҡшай. Ғөмүмән, беҙгә талантлы уҡыусыларыбыҙҙың һәр береһе ҡәҙерле, уларҙың уңыштары менән ҡыуанабыҙ, тыуған ҡалабыҙҙы  данлау башланғыстарында ярҙам итергә әҙербеҙ, - тине Марат Зәһиҙуллин.
Ҡала мэры китап уҡырға яратҡан йәш рәссамға китап магазинына сертификат бүләк итте.
Күрһәткән иғтибары һәм ижадын юғары баһалағаны өсөн Анастасия ҡала башлығына рәхмәт белдерҙе.
Осрашыуға ҡыҙ әсәһе, Сәнғәт үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Оксана Степанова менән килгәйне. Тап ул ҡыҙының эше нисек танылыу яулауын һөйләне.

- Балаларға Ҡала көнөнә Салауаттың иҫтәлекле урындарын төшөрөргә ҡуштым. Өс уҡыусым, шул иҫәптә Анастасия, Салауат Юлаевтың һәйкәлен  һайланы. Эштәрҙең барыһы ла яҡшы килеп сыҡты, тап ҡыҙымдың һүрәте «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайындаүткән «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика фестивалендә юғары баһаланды ла  инде, - тине ул.
Беҙгә ҡыҙҙың ижад юлы менән танышыу мөмкинлеге лә тыуҙы.
Анастасия Степанова бала саҡтан йырларға һәм һүрәт төшөрөргә әүәҫ була. Быны һиҙемләгән әсәһе уның талантын үҫтереүгә булышлыҡ итә -  Сәнғәт мәктәбенә уҡырға бирә. Ҡыҙ уны тик яҡшы билдәләргә тамамлай. Уҡыу йылдарында ул күп техниканы үҙләштерә, эксперименттарҙан ҡурҡмай. Эштәре республика һәм халыҡ-ара конкурстарында еңеүсе була,  Гран-при яулай.
- Мин акбур, гуашь, акварель, папье-маше, майлы буяуҙар һәм башҡа күп төрлө техника ҡулланам, - ти ҡыҙ. - Әммә күңелемә акрил һәм майлы буяуҙар яҡыныраҡ. Темаларҙы ла төрлөһөн һайлайым: йә мине анатомия ҡыҙыҡһындыра, йә емеш-еләк йәки хайуандар төшөрәм, йә көтмәгәндә пейзаждарға өҫтөнлөк бирәм. Салауат Юлаев һәйкәлен һайлау осраҡлы түгел - ул миңә бик оҡшаны, сөнки ул иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу, ғорур. 
Анастасия ижад уның өсөн мауығыу ғына түгел, ә ысын терапия булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
- Ижад менән шөғөлләнгәндә бөтә донъямды онотам. Был стресс менән көрәшергә ярҙам итә, кире хис-тойғоларҙы тарата, - ти ул.
Талантлы кеше бар яҡтан да талантлы, тигән һүҙҙәр Анастасия Степановаға ла тап килә. Һүрәт төшөрөүҙән тыш, ул ҡурсаҡтар эшләй, энә һәм ырғаҡ менән бәйләй, шулай уҡ гитараны һәм укулеланы үҙаллы үҙләштергән, матур йырлай ҙа.
Анастасияға мәктәпте тамамлауға бер йыл ҡалған, ә ниндәй фәндәрҙән имтихан тапшырасағын билдәләп тә ҡуйған - йәмғиәтте өйрәнеү һәм инглиз  телдәрен һайлаған.
- Йәмғиәтте өйрәнеү фәнен уҡытыусыбыҙ Евгения Евгеньевна бик ҡыҙыҡлы алып бара, Ул һәр теманы тормоштан алынған миҫалдар менән нығыта, шуға күрә ошо предметта туҡталдым, - ти тырыш уҡыусы.
Ҡыҙ әлегә ниндәй һөнәр һайлауын аныҡ ҡына әйтә алмай:
- Мин психология менән мауығам. Бәлки, психолог, ә бәлки, әсәйем кеүек уҡытыусы булырмын. Әлегә уйлайым.
Йәш рәссам был осрашыуҙың уның өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне - ҡала башлығы Марат Зәһиҙуллин картинаны үҙенең кабинетында элеп ҡуйырға вәғәҙәләгән. 
- Был - минең өсөн ҙур мәртәбә. Картинамдың ҡала хакимиәте башлығы кабинетында эленеп тороуы менән ғорурланам, - тине ҡыҙ.

Салауат рухы йәш рәссам ижадында
Салауат рухы йәш рәссам ижадында
Салауат рухы йәш рәссам ижадында
Салауат рухы йәш рәссам ижадында
Салауат рухы йәш рәссам ижадында
Автор:Дина Галеева
Читайте нас