

Ун йылдан ашыу республикала үткән был акцияға Салауат ҡалаһы йыл да ҡушылып, сыйырсыҡ ояларын эшләүгә конкурс ойоштора. Ояларҙы эшләү тәү ҡарашҡа әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаған кеүек күренһә лә, уны эшләүгә талаптар етди: конструкцияларҙың сағыу биҙәлеше мөһим түгел, ә материалдарҙың экологик яҡтан таҙа, формаһы дөрөҫ һәм ҡоштар өсөн уңайлы булырға тейеш .
Быйыл конкурста ҡаланың 22 мәктәбенән һәм балалар баҡсаһынан ҡатнашыусылар һаны 30-ҙан ашыу булды. Гран-при яулаған еңеүсе 18 апрелдә республика этабында үҙ эшен тәҡдим итә.
Быйыл сара илдә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.
- Ҡатнашыусыларҙың был эшкә ижади ҡарауы, бөтә фантазияһын егеүе күренеп тора. Беҙ мәҙәниәт һәм ял паркындағы иҫке, туҙған ояларҙы алып, уларҙың урынына яңыларҙы ҡуйырға планлаштырғайныҡ, әммә һауа торошо боҙолоп китте. Киләсәктә быны мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡбыҙ, - тип һөйләгәйне ул ваҡытта мәғариф идаралығының баш белгесе Татьяна Сергеева.
Акцияла еңеүселәр ике: «Классик сыйырсыҡ ояһы» һәм «Үҙенсәлекле сыйырсыҡ ояһы» номинацияларында билдәләнде.
21-се мәктәптең өсөнсө класс уҡыусыһы Дарья Степкина Гран-приға лайыҡ тип табылды. Уның эше Өфөлә экологик фестивалендә ҡала исеменән сығыш яһаясаҡ һәм республикабыҙҙың баш ҡалаһы парктарының береһен биҙәйәсәк.
- Миңә атайым ярҙам итте, ул да бөгөн бында минең менән. Сыйырсыҡ ояһын нисек матурыраҡ итеп эшләү өҫтөндә бергәләп уйлаштыҡ, эологик яҡтан файҙалы материалдар ҡулландыҡ. Эшемдең Өфө паркын биҙәүенә шатмын, - тип уртаҡлаша Дарья.
Һәр баланың еңеүе артында ғаиләнең тороуы барыһына ла мәғлүм.
- Ҡыҙым мәктәптән ҡайтып: «Атай, был акцияла ҡатнашырға теләйем», - тине. Ҡыш көнө беҙ уның менән тағараҡтар эшләп тә беренсе урын алғайныҡ. Мин үҙем ағас менән эшләргә яратам, был - минең хобби. Сыйырсыҡ ояһын гаражда эшләнек. Әлбиттә, хәүефһеҙлек өсөн ҡыҙымды станок янына ебәрмәнем, әммә ул миңә төрлө инструменттар биреп торҙо, процеста ҡатнашты. Ике көндә сыйырсыҡ ояһы әҙер ине. Бындай акциялар - балаларҙы эшкә йәлеп итеүҙең яҡшы ысулы, - ти еңеүсенең атаһы Виталий Степкин.
54-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе - дүрт йәшлек Артемдың эше «Үҙенсәлекле сыйырсыҡ ояһы» номинацияһында беренсе, ә уның дуҫы Йәмилдең эше өсөнсө урынды яуланы. Малайҙар ысын күңелдән конкурста еңгәненә шатлана.
- Миңә олатайым ярҙам итте, мин дә уға булыштым. Еңеүебеҙгә шатмын! Хәҙер ҡоштар үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләгән ояларҙа йәшәйәсәк, - ти Артем.
- Беҙҙең проект, ысын мәғәнәһендә, ғаилә эше булды. Төп эште олатаһы башҡарҙы, ә беҙ Артем менән ярҙам иттек, төрлө идеялар тәҡдим иттек. Был конкурста беренсегә ҡатнашабыҙ. Ошондай акциялар балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй, - ти Артемдың әсәһе Екатерина Колыхалова.
Бер нисә көндән көндәр йылытып китте һәм сыйырсыҡ оялары, вәғәҙә ителгәнсә, ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында урынлаштырылды.