газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
26 Ғинуар , 10:39

Йәштәрҙең хыялын тормошҡа ашырыу юлдары

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров Салауатта йәштәр менән осрашты. Стратегик сессия форматында үткән сарала ул федераль проекттар һәм гранттар менән таныштырҙы.

Йәштәрҙең хыялын тормошҡа ашырыу юлдары
Йәштәрҙең хыялын тормошҡа ашырыу юлдары

Салауатта ирекмәндәр хәрәкәттәрен һәм ижади, әүҙем йәштәрҙе берләштерәсәк үҙәк булдырыу идеяһы яңы түгел. Уны тормошҡа ашырыу юлдары эҙләнә. Был үҙәкте Өфөнөң «Йәшлек House»ы өлгөһөндә ойоштороу күҙаллана.
- Бөгөн беҙ йәштәр менән аралаштыҡ, улар менән быйыл «Йәштәр өсөн төбәк» федераль конкурсына заявка әҙерләргә ниәтләйбеҙ. Был осрашыу йәштәрҙең  хәлен белеү, уларҙың нимә менән йәшәүен һәм федераль субсидияға ғаризаны нимә менән тултырырға кәрәклекте аңлау өсөн ойошторолдо, - тине Вито Сабиров.
Йәштәр сәйәсәте министры Салауат активистары менән элек тә осрашҡан булған. Вито Сабиров хатта Салауат индустриаль колледжының өсөнсө курс студенты һәм «Берҙәм Рәсәйҙең «Йәш гвардияһы»ның урындағы бүлексәһе етәксеһе Герман Тартыгинды үҙенә эшкә саҡырҙы. Был осраҡлы түгел, сөнки йәш кешенең пландары ҙур.
- Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дүрт йыл шөғөлләнәм, күптән түгел Салауат бүлексәһе етәксеһе вазифаһына һайландым. Әлеге ваҡытта беҙҙең командала 22 кеше, әммә ул артасаҡ,  тип уйлайым, сөнки беҙҙә үҙ иленә ихлас ярҙам итергә теләгән йәштәр күп. Тап шуға мин үҙем өсөн уңышлы сәйәсмән булыу маҡсатын билдәләнем, - тип уртаҡлаша Герман Тартыгин.
Вито Сабиров «Йәштәр һәм балалар» милли проекты тураһында һөйләне, ул туғыҙ федераль проектты үҙ эсенә ала. Уларҙың өсәүһен Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тормошҡа ашыра. Министр шулай уҡ «Йәшлек йүнәлеше» экосистемаһы сиктәрендә башҡарылған эштәр менән дә таныштырҙы. Был экосистема мәктәп, студент, ижади, һөнәри, грант һәм медиа йүнәлештәрен берләштерә. 
- Проекттарҙың һәм уларҙың авторҙарының төрлөлөгөн күрһәткән 2024 йылғы грант алыусыларҙың өс сағыу миҫалын килтерәм. Уларҙың идеяларын тормошҡа ашырыуға алған суммаһы - 190 меңдән 1 миллион һумға тиклем. Улар  араһында - һаңғырау-телһеҙ Артемий Антонов, 16 йәшендә брейк-данс мәктәбен асҡан Тәтешле районынан Арлиан Ғабдулхаҡов һәм уҡытыуға гаджеттар индергән педагог Екатерина Саранова. Был миҫалдар, йәшкә һәм үҙенсәлектәргә ҡарамай, үҙ идеяһын тормошҡа ашырырға теләгән һәр кем өсөн мөмкинлектәр барлығын асыҡ күрһәтә. Бөгөн ижади, спорт, ирекмәнлек темаларына социаль  проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткән бик яҡшы механизм бар. Ул «Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы» тип атала. Уны Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ үткәрә, һәм унда һәр йәш кеше үҙенең шәхси банк карточкаһына 1 миллион  һумға тиклем грант ота ала, - тип уртаҡлашты министр.
2015 йылдан алып уҙғарылған Бөтә Рәсәй форумдарында йәштәр төрлө йүнәлештәр буйынса уҡый, таныша, аралаша. Улар араһында мәҙәниәт, ирекмәнлек, патриотизм, аграр йүнәлеш, медиа, сәйәсәт, тар һөнәрҙәр, программалау буйынса белгестәр һәм башҡалар бар. 

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте гранттар һәм ял лагерҙары менән генә сикләнмәй, ә үҫмерҙәрҙе әүҙем эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙе лә үҙ эсенә ала. Рәсәйҙә күмәк ирекмәндәр хәрәкәте 2014 йылда Сочиҙағы Олимпиада менән башланған. Ошо мәлдән алып илебеҙҙә ирекмәндәр хәрәкәте яңы эшмәкәрлек төрҙәрен үҙ эсенә ала. Салауатта хәҙер бер нисә тиҫтә ирекмәндәр берләшмәһе бар. Шуларҙың береһе - «Ҡала көсө», уның әүҙем ағзаһы булып 25-се гимназияның 11-се класы уҡыусыһы Карина Тәүхетдинова тора.
- Минең өсөн барыһы ла һигеҙенсе класта «Беренселәр хәрәкәте», ә һуңыраҡ ирекмәнлек эшмәкәрлеге тураһында белеүемдән башланды. Унынсы синыфта беҙгә мәктәпкә йәштәр эштәре буйынса комитет вәкиле килде, ул ниндәй хәрәкәттәр һәм берләшмәләр барлығы тураһында һөйләне. Мин ун бер йыл буйы халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнәм, хәҙер хәрәкәтебеҙ сараларында һәр ваҡыт  ҡатнаша алмайым. Программист булырға теләйем. Мин яратҡан шөғөлөмдө артабан да дауам итәсәкмен, - тип уртаҡлашты ҡыҙ.

- 2024 йылдан башлап беҙ Башҡортостан Республикаһының һәр муниципаль биләмәһе йәштәре менән осрашыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Был осрашыуҙарҙың төп маҡсаты - балалар менән танышыу, уларҙың һорауҙарын, проблемаларын белеү һәм уларға яуап бирергә тырышыу. Шул уҡ ваҡытта республиканың һәм илдең йәштәр сәйәсәте системаһында булған мөмкинлектәр тураһында һөйләү ҙә мөһим. Был осрашыуҙар йәштәргә үҙҙәренең потенциалын асырға, яңы идеялар табырға һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле ярҙамды алырғабулышлыҡ итергә тейеш, - тип йомғаҡ яһаны Вито Сабиров.
Фотолар «Выбор» гәзитенән.

Йәштәрҙең хыялын тормошҡа ашырыу юлдары
Йәштәрҙең хыялын тормошҡа ашырыу юлдары
Автор: Дина Галеева
Читайте нас