газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
4 Август 2025, 17:10

Һәр көн байрам

Салауат егете бер нисә йыл авторлыҡ проектын алып бара - «Һәр көн байрам» тигән календарь эшләй.

Һәр көн байрам
Һәр көн байрам

Барыһы ла офистағы буш торған магнит таҡтанан башлана.

- Мин уны йәнләндерергә ҡарар иттем. Башта коллегаларыма ябай теләктәр яҙып ҡуйҙым. Аҙаҡтан, был идея киңәйә барҙы. Таҡтала көн дә билдәләнгән байрамдарға арналған тематик иллюстрациялар төшөрә башланым. Шулай «Һәр көн байрам» тигән авторлыҡ календары барлыҡҡа килде, - тип һөйләй Наил Ғайсин.
Беренсе эше 2021 йылдың июнендә донъя күрә, ул шариклы ручканың тыуған көнөнә арнала.- Магнит таҡтаға төшөрөү уңайлы. Һүрәтте эш барышында үҙгәртергә мөмкин. Ә иртәгәһенә бөтә нимәне юйып, яңыны төшөрәһең, - ти уртаҡлаша Наил.
Ул яңы эштәрҙе түҙемһеҙлек менән көткән хеҙмәттәштәренең йылмайыуҙарынан һәм рәхмәтле һүҙҙәренән илһам ала. Ғәҙәттә, бер һүрәт өсөн 10-15 минут ваҡыт сарыф ителә, шуға ла Наил эшкә иртәрәк килә. Таҡталағы һүрәттәрҙең ваҡытлыса  булыуын аңлап, Наил уларҙы смартфонына төшөрә башлай. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Һәр ваҡыт байрам» календары тигән төркөм булдыра, унда үҙенең ижадын киңерәк аудиторияға күрһәтә.
Наилдың яҡындары һәм дуҫтары уның проектына һоҡланып ҡарай, талантына хайран ҡала. Хатта ҡыҙы ла ҡайһы берҙә календарь биттәрен биҙәүҙә ярҙамлаша. Интернетта проект яҡшы баһа ала, Наил үҙенең  эштәрен ҡулланырға рөхсәт итә. Ул үҙенсәлекле рәсемдәр Салауат халҡының да күңеленә хуш килер, тип өмөтләнә.

Фото Наил Ғайсиндың «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәге сәхифәһенән

Автор: Дина Галеева
Читайте нас