газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
11 Июнь 2025, 16:07

Яҡты хыялдар менән янып

“Салауат” гәзите иғлан иткән «Сығарылыш класы уҡыусыһы» конкурсында иң күп тауыш йыйып, 25-се башҡорт гимназияһының 9-сы класын тамамлаусы Русалина Ғиззәтуллина еңеп сыҡты. Икенсе урынды 25-се башҡорт гимназияһының 11-се класын тамамлаусы Камилла Исмәғилева яуланы, өсөнсө урында - 25-се башҡорт гимназияһының 9-сы класын тамамлаусы Риана Мусина.

Яҡты хыялдар менән янып
Яҡты хыялдар менән янып

Русалина Ғиззәтуллина бәләкәйҙән врач булырға хыяллана, әммә уның һәр ваҡыт көйләп, йырлап йөрөүен һиҙемләгән таныштары ата-әсәһенә уны вокалға бирергә тәҡдим итә.
- Мине сәхнәгә беренсе тапҡыр алты йәшемдә балалар баҡсаһындағы музыкаль етәксем сығарҙы һәм мин 1-се урын алдым. Һуңынан ата-әсәйем 25-се башҡорт гимназияһында эшләп килгән Сәнғәт мәктәбенә бирҙе  һәм мин унда вокал йүнәлеше буйынса ете йыл уҡып диплом алдым. Бер арала күңелемдең йыр ғына түгел, ә бейеү ҙә талап итеүен аңланым һәм 5-се класта “Адажио” хореография ансамбленә эләктем. Вокал һәм бейеү буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулауым тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе. Әлбиттә, уҡыу менән был мауығыуҙарҙы бергә алып барыу еңелдән бирелмәне, ваҡыты менән ҡыйын да була торғайны. Әммә теләк менән шөғөлләнгәс, барыһына ла өлгөрҙөм, - ти ҡыҙ. 
Русалинаның йыр-моңға булған һөйөүе сикһеҙ, шуға ул киләсәген сәнғәт менән бәйләргә ниәтләй - Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инеү уйы менән яна.
- Тап ошо йүнәлеш буйынса төплө белем алып, квалификациялы белгес булырға хыялланам. Улай ғына түгел, хатта үҙемдең вокал студияһынбулдырып, башҡаларҙың талантын асыу теләгем. Шулай уҡ төрлө илдәргә сәйәхәт ҡылғым килә. Маҡсаттар күп, уларға ҡыйыу ирешергә ҡала, - тип уртаҡлаша ул яҡты хыялдары менән.
Уңған, тырыш, белемгә ынтылышлы ҡыҙ мәктәптең йәмәғәт, мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша:

- Мәктәп менән хушлашыу бигерәк моңһоу. Класташтарымды һәм уҡытыусыларымды һағынасаҡмын, яҡшы хәтирәләр һәм тәьҫораттар күп. Дуҫтарым менән бергә үткәргән күңелле ваҡыттар йөрәгемдә мәңгегә
ҡаласаҡ.
Русалина ғаиләләрендә иң өлкәне, һеңлеләре Риана һәм Рамина өсөн хәстәрлекле апай һәм ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы.
- Ошондай татыу, берҙәм ғаиләм булыуы менән бәхетлемен. Бер-беребеҙгә һәр саҡ ярҙам итәбеҙ, ваҡытты күңелле үткәрәбеҙ. Һеңлеләремә үрнәк, ата-әсәйемә терәк булырға тырышам, - тигән фекерҙә Русалина Ғиззәтуллина.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас