- 18 мартта Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу көнөн билдәләйбеҙ - был илебеҙ тарихында мөһим ваҡиға, - тип һөйләне «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Ольга Шалева. - Быйыл Ҡырым яҙы ваҡиғаларына теүәл 11 йыл тула. Шул саҡта референдум үтә, унда Ҡырым халҡы ярымутрауҙың Рәсәйгә ҡушылыуы өсөн тауыш бирә. Һуңынан Мәскәүҙә Ҙур Кремль һарайының Георгий залында дәүләт-ара килешеүгә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы Рәсәй Федерацияһының яңы субъекттары булып китә.
Ҡырымдың Һәм Тамань ярым утрауының Рәсәй империяһына ҡушылыуы тураһында манифестҡа императрица Екатерина II 1783 йылдың 19 апрелендә ҡул ҡуя. Шул уҡ ваҡытта Ҡырымдың күпселек ҡалаларына, шул иҫәптән Севастополгә нигеҙ һалына. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡырым ярымутрауында, Советтар Союзының башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, ҡаты алыштар бара. 1954 йылдың 19 февралендә Никита Хрущев Ҡырым өлкәһен РСФСР составынан УССР составына тапшыра. Теүәл 60 йылдан һуң, 2014 йылда Ҡырым халҡы Рәсәй менән берләшеү яҡлы булыуын белдереп референдум үткәрә.
- Бөгөн музей хеҙмәткәрҙәре тәүге тапҡыр беҙҙең колледжда ошондай сара үткәрҙе, - ти Салауат механика - төҙөлөш колледжының социаль педагогы Екатерина Солнышкина. - Үткән йылдарҙа ул тарихи - тыуған яҡты өйрәнеү музейында уҙҙы, әммә ҡала музейы теләгән һәр кемде һыйҙыра алмай, шуға күрә локацияны үҙгәртергә тәҡдим иттеләр. Студенттарыбыҙ фәһемле сығыштарҙы ярата, концерттарҙы, тамашаларҙы, флешмобтарҙы, лекция кеүек сараларҙы иғтибар менән тыңлайҙар. Тарихҡа экскурсияны үҙ эшенең белгестәре - ҡала музейы хеҙмәткәрҙәре үткәрә.
- Миңә Ялтала ял итергә тура килде. Иҫ киткес матур курорт ҡалаһы, ғәжәйеп тәбиғәт. Бөгөн Ҡырымдың таврҙарҙан һәм скифтарҙан алып 2014 йылғы референдумға тиклем тарихын белеү бик яҡшы булды, - тип үҙ фекере менән бүлешә колледждың беренсе курс студенты Роман Ғәзизов.