Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
4 Декабрь , 18:35

Рухлы башҡорт замандашыбыҙ

Данир Ирғәлин хаҡында осраҡлы рәүештә генә белеп ҡалдым. Уның башҡорт телендә заманса итеп йырлағанын ишетеп: “Була бит рухлы егеттәр”,- тип һоҡланып ҡуйғайным. Күп кенә район һәм ҡалаларҙа гастролдәр менән дәртле концерттар ҡуйып йөрөүсе йәш кеше менән бер ҡалала йәшәйбеҙҙер, тип башыма ла килтермәнем. Нисек бығаса хәбәрҙар булмағанмын?! Салауатта йәшәүен һәм эшләүен белгәс тә, уның менән бәйләнешкә сығырға һәм әңгәмә лә ҡороп алырға булдым. Ул бик асыҡ, ихлас һәм йәштәр өсөн өлгө алырлыҡ замандашыбыҙ булып сыҡты.

Рухлы башҡорт замандашыбыҙ
Рухлы башҡорт замандашыбыҙ

- Данир, белеүемсә, һин сәхнәлә IRDAN исеме аҫтында сығыш яһайһың, ни өсөн Данир Ирғәлин булып ҡалманың?
- Был минең ҡушамат тип әйтергә була, ул минең мәктәп ваҡытынан килә. Класташым Финсур менән фамилиямдың һәм исемемдең беренсе ижектәрен алып, ошондай һүҙ уйлап тапҡайныҡ. Данир Ирғәлин булып та сығыш яһап йөрөнөм, ә бына башҡорт эстрадаһында ныҡлап йырлай башлағас, IRDAN булып киттем. Әйтеүе лә ябай, табыуы ла еңел.


- Башҡорт эстрадаһын нисек яулай башланың, сәхнәгә ҡасан сыҡтың?
- 2019 йылда «RE.FEST» тигән фестивалдә ҡатнашҡайным, шунда мине күреп ҡалып төрлө концерттарға саҡыра башланылар. Ә былай йыр менән бала саҡтан дуҫмын, минең музыка уҡытыусыһы Вәсилә апайға ҙур рәхмәт. Ул мине йырларға өйрәтеп, төрлө бәйгеләргә йөрөттө, сәхнәлә үҙемде тоторға ла ул өйрәтте.


-Сығышың менән ҡайһы яҡ егете һин?
- Мин Федоровка районы Юлдаш ауылынан. Ауылда 11-се класты тамамлағас, Салауатҡа килдем һәм әлеге көндә лә ошонда йәшәйем. Ҡалабыҙҙың медицина колледжын тамамланым, холоҡ төҙәтеү колонияһында һөнәрем буйынса эшләп йөрөйөм. Күптәр, сәхнә тормошон нисек төп эшең менән йәнәш алып бараһың, тип ҡыҙыҡһына. Ижад менән ял көндәре, буш ваҡытым булғанда шөғөлләнәм. Отпуска ваҡыттарында, байрамдарҙа республика буйлап егеттәр менән концерттар ҡуйып йөрөйбөҙ.


- Ижадыңа килгәндә, күберәк ниндәй темаға яҙаһың, йырҙар һайлағанда иң тәүҙә нимәгә иғтибар итәһең?
- Ундан артыҡ йырым бар, үҙем ижад иткәндәре лә, төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарына йырҙар яҙғаным да булды. Минең йырҙарым, күбеһенсә, күңел менән йырлана, мәғәнәһенә ҡарап һайларға тырышам, шуға ла тамашасы уны оҡшатып ҡабул итә.


- Данир, ни өсөн күберәк Өфөлә үткән концерттарҙа сығыш яһайһың, үҙебеҙҙең Салауатта күренмәйһең?
- Медицина колледжында уҡығанда ҡалабыҙҙың бөтә мәҙәниәт йорттарында йырлап, төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөнөм. Аҙаҡ, уҡып бөткәс, ниңәлер саҡырмай башланылар, шуға ла әлеге ваҡытта баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған мәҙәни сараларҙа йышыраҡ ҡатнашам, унда мине күберәк беләләр, тиһәм дә була.


- Бөгөнгө көндә йәш артистар алдында ниндәй ҡыйынлыҡтар килеп тыуа, сәхнәлә йырлап йөрөр өсөн нимәләр етмәй?
- Аллаға шөкөр, йәштәр бик әүҙем. Уларҙы таныу өсөн бәлки реклама етеңкерәмәйҙер. Былай йырҙар яҙҙырырға студиялар, аранжировкалаусылар бар.


- Данир, ижадта һин берәй маҡсат ҡуйып эшләйһеңме, бәлки йәштәр күберәк үҙ телендә йырҙар тыңлаһын тип, йәки берәй проблеманы күтәрәһеңме?
- Беҙ әлеге ваҡытта бөтәбеҙ ҙә бер теләк менән йөрөйбөҙ - беҙҙең йәштәр башҡортса һөйләшһен һәм үҙ телдәрендә йырҙар тыңлаһын. Сөнки бер ваҡыт кешеләр башҡорт йырҙарын тыңламай башлағайны, беҙ үҙебеҙсә, яңы стиль, йүнәлеш менән ошоларҙы төҙәтергә ынтылабыҙ, шуның өсөн тырышып йөрөйбөҙ.


- Йырҙан, сәхнәнән тыш тағы ла нимәләр ҡыҙыҡһындыра? Нимәләр илһамландыра?
- Сәхнәнән тыш, әйтеп үтеүемсә, эшләйем. Элек бейей торғайным, шиғырҙар ҙа һөйләргә яратам. Күбеһенсә үҙебеҙҙең интернет селтәрен алып барам.


- Холҡоңдағы ниндәй сифатҡа рәхмәтлеһең һәм ҡайһы һыҙатың ҡамасаулап ҡуя?
- Минең холҡом бик шәп ул, мин ябай егет, шулай булып ҡалырға тырышам. Тәртиплемен, тынысмын, атай-әсәйемә ҙур рәхмәт миңә яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн. Шул тәрбиә менән йәшәйем.


- Данир, киләсәккә пландарың менән дә бүлешһәң ине.
- Киләсәктә үҙемде күтәрергә, исемемде белдерергә теләйем. Кешеләр күберәк башҡорт телендә тыңлаһындар тигән маҡсаттар менән йөрөйөм. Яңыраҡ ҡына Башҡортостан гимнын йырлап сығарҙым, башҡорт халыҡ яҙыусыларының шиғырҙарын китаптарҙан сығарырға, уларҙы йыр итеп башҡарырға тип янам.
- Әңгәмәң өсөн рәхмәт. Һиңә артабан да әүҙем ижади үҫештә булыуыңды, ҙур сәхнәләрҙе яулауыңды теләйбеҙ.
Гөлиә Нуриманова.
 

Автор:
Читайте нас: