Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
22 Ноябрь , 10:00

Әсәй, беҙ бәхетле һинең яныңда

Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр был донъяла. Гүзәл заттар араһында педагогтар, ғалимдар, табиптар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, намыҫлы хеҙмәте менән тормошобоҙҙо яҡшыртҡан төрлө тармаҡ эшселәре бар, әммә улар тәү сиратта сикһеҙ һөйөү, аҡыл һәм хәстәрлек өлгөһө булып торған әсәләр. Тап улар балаларына      ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы, изге юлдан етәкләп алып барыусы. 

Әсәй, беҙ бәхетле һинең яныңда
Әсәй, беҙ бәхетле һинең яныңда
«Салауат» гәзите Әсәйҙәр көнөнә арнап социаль селтәрҙә «Әсәй, беҙ бәхетле һинең яныңда» тип аталған фотоконкурс уҙғарҙы. Унда иң күп тауыш йыйып, еңеүсе исеменә Дилә Мәһәҙиева лайыҡ булды. Һүҙебеҙ бөгөн уның хаҡында булыр. Шулай уҡ икенсе урынды биләүсе Гөлдәр Ғәзизованы һәм өсөнсө урынға сығыусы Регина Аҙнаеваны ла билдәләп үткебеҙ килә. 
Дилә Мәһәҙиеваның фотоһын конкурсҡа уның ҡыҙы Ләйсән Ғәлиуллина ебәрҙе. 
- «Салауат» газите Әсәләр көнөнә арнап фотоконкурс иғлан иткәс, берҙә шикләнмәй әсәйемдең фотоһүрәтен ебәрҙем. Эйе, ысынлап та беҙ, уның балалары уның янында иң бәхетлеләре, сөнки әсәйебеҙ - беҙҙе яратыусы, ҡурсалаусы. Ә кем әсәйем өсөн тауыш биргән, уларға бик ҙур рәхмәт. Әсәйемә байрамға бик ҙур бүләк булды, тип шатланам. Һәм бөтә әсәләрҙе лә яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайым, уларға иҫәнлек, һаулыҡ теләйем.
 
Дилә Мөхтәр ҡыҙы изгелекле, рухлы, хәстәрлекле балалар үҫтерә алыуы менән бәхетле. Ул тормош иптәше Рәфис Мәһәҙиев менән ике балаға ғүмер биреп, уларҙы лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарыу өсөн бар көстәрен һалалар.  
- Тормош иптәшем Рафис менән ике балаға ғүмер бирҙек. Ҡыҙыбыҙ Ләйсән, улыбыҙ Салауат ҡалабыҙҙың башҡорт балалар баҡсаһына йөрөп, 25-се башҡорт гимназияһын тамамланылар. Хәҙер инде үҙ тормоштарын ҡороп беҙҙе шатландырып ҡына йәшәп яталар. Ҡыҙыбыҙ Ләйсән һәм кейәүебеҙ Айнур улдары Ислам, ҡыҙҙары Сулпан менән Толбазы ҡасабаһында йәшәп яталар. Ейәнем менән ейәнсәрем Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһында белем алалар, гимназия тормошонда актив ҡатнашалар,  конкурстарҙа алдынғы урындарҙы алып беҙҙе шатландыралар.
Улыбыҙ Салауат һәм киленебеҙ Нәргизә улдары Әмирхан менән Салауат ҡалаһында йәшәйҙәр. Ейәнебеҙ башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй, - тип ихлас бүлешә Дилә Мәһәҙиева. 
 
Дилә Мөхтәр ҡыҙы әсәй, өләсәй булып, балаларҙың уңыштарына ҡыуанып, уларҙан ихтирам тойоп йәшәү тормоштоң иң ҙур мәғәнәһе, тип иҫәпләй.  
Әйткәндәй, Дилә Мөхтәр ҡыҙының эше лә донъялағы иң изге һөнәрҙәрҙең береһе киләсәк быуынды тәрбиәләү менән бәйле. Ул өс тиҫтә йылға яҡын 50-се башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Дилә Мөхтәр ҡыҙынан әсәйҙәрсә йылы наҙ менән тәрбиә алған сабыйҙары өсөн ата-әсәләр уға рәхмәтле, коллективта ла тәжрибәле остаз булараҡ хөрмәт менән ҡарайҙар. 
- Ваҡытында тәрбиәсе һөнәре буйынса китеүемә бер ҙә үкенмәйем, - Дилә Мәһәҙиева. - Өлкән тәрбиәсе декретта булғанда уның урынынында ла эшләп алдым, күңелемә тәрбиәсе һөнәре яҡыныраҡ булды.алаларҙың үҫкәнен, төрлө яҡлап үҫеш аҙымдарын, телдәре асылыуын, яңынан-яңы һөнәрҙәргә өйрәнеүен күреү ҡыуаныслы. Мин уларҙың һәр береһен үҙемдең бала кеүек итеп ҡабул итәм. Бөтә күңелемде ошо сабыйҙарға бирәм. 
 
Фото Дилә Мәһәҙиеванан. 
Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: