«Бала саҡты ҡайтарыу» - йәмәғәт проекты һәм балалар йорттарына ярҙам итеүгә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың адаптацияһына йүнәлтелгән. Бер нисә йыл ҙур сараһыны уҙғарыу майҙансы булып Башҡортостан тора.
Быйыл фестивалдә Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 380 бала ҡатнаша. Ойоштороусылар бай программа әҙерләй: конкурстар, спорт ярыштары һәм хатта кулинар бәйгеһе. Малай һәм ҡыҙҙарҙы экскурсияларға, дискотекаларға, баскетбол, һөнәри йүнәлеш алыу буйынса сараларға, оҫталыҡ дәрестәренә саҡыралар.
Александра Шереметьева - «Ҡояшлы» үҙәге тәрбиәләнеүсеһе. Ҡыҙ 22-се мәктәптең һигеҙенсе класында уҡый, спорт, ҡул эштәре менән шөғөлләнә һәм аш-һыу әҙерләргә ярата.
- Ғәҙәттә интернетта тапҡан ҙур булмаған видеороликтар буйынса өйрәнәм. Мин бешерергә яратҡан иң яҡшы 3 ризыҡ: шоколад йәки клубника менән тултырылған кекстар, картуфтан йәки ҡабаҡтан эшләнгән драниктар, ҡатмарлы һәм ябай салаттар, - тип бүлешә Александра. - Мин аш-һыу әҙерләргә яратам, шуға күрә үҫеү өсөн нимәнелер яңыны өйрәнеп ҡарарға булдым һәм карвингты һайланым. Был йүнәлеш тураһында уҡыным, интернетта авторҙарҙың йәшелсә һәм емеш-еләктән ҡыҙыҡлы формалар ҡырҡыуын күрҙем һәм илһамланып эшкә тотондом.
Александра карвинг менән 2023 йылда шөғөлләнә башлай. Шул саҡта ул «Кулинария оҫталығы» конкурсында ҡатнашырға ҡарар итә һәм өсөнсө урынды яулай. Быйыл конкурсҡа уны өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжының Салауат филиалы уҡытыусыһы Эльвира Ибраһимова әҙерләгән.
- Мин тиҙ генә отоп алам: бер тапҡыр күрһәтеү етә - барыһын да аңлайым һәм иҫтә ҡалдырам. Конкурсҡа ике аҙна әҙерләндем, уҡыу үттем, әммә күп нәмәне белә инем, - ти Александра. - Мин ҡарбузды ҡырҡып эшләргә яратам - һүрәтте сәғәт ярым эсендә төшөрә алам. Конкурсҡа әҙерләнгәндә биш ҡарбуз ҡулландым. Шулай уҡ ҡабаҡ, редис, торма, алма, кишер һәм ташҡабаҡ ҡырҡып яһаным. Һүрәттәрҙе белгәндәремде ҡулланам, үҙем дә нимәлер уйлап сығарам. Конкурста 3,5 сәғәт өҙлөкһөҙ һүрәттәр ҡырҡтым. Бик ауыр булманы - күнеккәнмен.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың хеҙмәтен Рәсәйҙең, шул иҫәптә Башҡортостан Республикаһының профессиональ кулинарҙары һәм шеф-поварҙары баһалай. Улар бөтә нәмәгә лә иғтибар итә: башҡарыу оҫталығына (һүрәттәр, тәрәнлек, комбинация), ҡатмарлыҡҡа (ингредиенттар һаны), биҙәү идеяһына, эш урынының таҙалығын һаҡлауға.
- Яңы күнекмәләр һәм тәжрибә алыу өсөн был конкурста ҡатнашыуға ынтылдым. Шулай уҡ башҡа конкурсанттар менән таныштым, - тип уртаҡлаша Александра. - Һөҙөмтәләр иғлан ителгәндә шаҡ ҡаттым! Икенсе йәки өсөнсө урын алырмын тип уйлағайныҡ, ә мин беренсе урын алдым. Иң ҡыҙыҡлыһы, конкурста мин 1-се өҫтәл артында ултырҙым һәм ҡатнашыусылар исемлегендә беренсе инем, ә һуңынан беренсе урынды алдым - символик рәүештә килеп сыҡты. Үҙәк, ҡала һәм республика намыҫын яҡланым. Ныҡ яуаплылыҡ тойҙом. Мин нимә эшләй алыуымды күрһәтергә, иҫбатларға теләнем. Бәхеткә күрә, барыһы ла килеп сыҡты, һәм мин быға бик шатмын.
- Александра конкурста беҙҙең үҙәк, ҡала һәм республика исеменән сығыш яһаны. Уның ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Әҙерләнергә ваҡыт күп түгел ине, әммә ул беренсе урынды яуланы! Алтын ҡуллы ҡыҙ, бик эшһөйәр, тиҙ генә барыһын да аңлай, - тип өҫтәй «Ҡояшлы» үҙәгенең директор урынбаҫары Марина Осипова.
Еңеүсегә грамотаны һәм ҡиммәтле бүләк - смарт-сәғәтте Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина тапшыра.
- Сәғәт миңә оҡшай, функциялары ла күп, - ти Александра.
Ҡыҙ әҙерләргә генә яратмай...
- Аш-һыуға һөйөү - хобби. Иң мөһиме - кейем дизайнеры һөнәрен үҙләштерергә теләйем, - ти ул. - Тегергә һәм бәйләргә яратам. Мин эшһөйәр һәм бик ныҡышмал, шуға күрә миңә был шөғөл бик тура килә. Минең уйынсыҡтарым күп - мин уларҙы үҙем бәйләнем. Хәҙер, әлбиттә, буш ваҡытым аҙ, шуға күрә йыш бәйләй алмайым. Һуңғы эштәремдең береһе - зәңгәр итәк миди.
Тағы ла Александра үҙен спорттан тыш күҙ алдына килтерә алмай. Ул бейеү, акробатика, тауға үрмәләү менән шөғөлләнә, хәҙер үҙен ауыр атлетикала ла һынап ҡарай.
- Һүрәт төшөрөү, бәйләү бәйгеләрендә, спорт ярыштарында бик күп ҡатнаштым, бик күп наградаларға лайыҡ булдым, шулай ҙа кулинар конкурстағы еңеүем - иң әһәмиәтлеһе, - ти ул.
Александра Шереметьева киләһе йылда ла, БДИ-ға әҙерләнеүгә ҡарамаҫтан, кулинар конкурсында тағы ла лидер булырға планлаштыра. Ул барыһына ла ваҡыт етәсәк, тип иҫәпләй.
Ойоштороусылар «Профессионалитет» проекты сиктәрендә эшлекле һәм туристик программа әҙерләй. Башҡа ҡатнашыусылар менән бергә Саша сәнәғәт предприятиеларында, вуздарҙың фәнни лабораторияларында, колледждарҙағы практик дәрестәрҙә була, власть вәкилдәре һәм йәмәғәт ойошмалары активистары менән осраша.
Башҡортостан «Профессионалитет» федераль проекттында ҡатнашыу буйынса лидерҙар иҫәбендә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәнәғәт һәм социаль өлкәләр өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләүҙе үҫтереү сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле алып бара.
«Беҙҙең йәштәрҙең кумирына тотона белеүселәр генә түгел, ә именлек өсөн хеҙмәт итеүселәр әйләнергә тейеш. Беҙ бер нисә йылдан хеҙмәт баҙарында белеме һәм оҫталығы талап ителгән киләсәк белгестәрен әҙерләүгә иғтибарҙы йүнәлтергә тейеш», - тип аңлата ул.
Фото Александра Шереметьеванан.