Уҡыусылар бер аҙна дауамында тәбиғәттә һәм ҡала шарттарында хәүефһеҙ йәшәү алымдарына, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү нескәлектәренә төшөнә, төрлө саралар ойошторорға өйрәнә. Үҫмерҙәр шулай уҡ топография фәне, уҡтан атыу, хәрби марш, үҙ-үҙеңде һаҡлау, спорт туризмы үҙенсәлектәре менән таныша.
- Былтыр 24 сентябрҙән 26-һына тиклем “Авангард” уҡытыу-методика үҙәге базаһында Салауат ҡалаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ирекмәндәре “Хәүефһеҙлек ирекмәндәре мәктәбе” проектында ҡатнашты. Ул Президент гранттары фонды ярҙамында “Хәүефһеҙлек мәктәбе” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлеге тарафынан мобиль отрядтарҙы үҫтереү маҡсатында бойомға ашырыла. Уҡыусылар “Тәүге ярҙам”, “Тәбиғәттә хәүефһеҙлек”, “Урында ориентирлашыу”, “Авария-ҡотҡарыу эштәре” йүнәлештәре буйынса уҡыу үтте. Үҙҙәренең алынған белемдәрен файҙаланып, ҡаланың дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары өсөн хәүефһеҙлек дәрестәре үткәрҙе, - тип һөйләй ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеттың баш белгесе, Салауат командаһы етәксеһе Илүзә Янбаева.
Сменаның һуңғы көнөндә “Хәүефһеҙлек ирекмәндәре мәктәбе” проектын бойомға ашырыу буйынса йомғаҡ яһала. Ҡаланың “Ҡала көсө” берләшмәһенең ирекмәндәр командаһы республиканың 22 командаһы араһында маҡтаулы өсөнсө урынды яулай. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында хәүефһеҙ тәртипте пропагандалау буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барғаны өсөн Илүзә Янбаева Рәсәй Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Фото Илүзә Янбаеваның шәхси архивынан.