Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
5 Июль , 09:50

Дәрттәре ташып торор мәлдәре

Төҙөкләндерелгән Ағиҙел буйында ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты тарафынан ойошторолған сағыу сара - Йәштәр көнө уҙҙы. Һауа торошоноң боҙолоуы ла йәштәргә кәртә ҡуя алманы: байрам салауаттарҙы ғына түгел, ә күрше Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Мәләүез районының Воскресенское ауылынан ҡунаҡтарҙы ла йыйҙы.

Дәрттәре ташып торор мәлдәре
Дәрттәре ташып торор мәлдәре

Төҙөкләндерелгән Ағиҙел буйында ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты тарафынан ойошторолған сағыу сара - Йәштәр көнө уҙҙы. Һауа торошоноң боҙолоуы ла йәштәргә кәртә ҡуя алманы: байрам салауаттарҙы ғына түгел, ә күрше Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Мәләүез районының Воскресенское ауылынан ҡунаҡтарҙы ла йыйҙы.

Иртән иртүк пляж волейболы башланһа, һуңғараҡ пляж футболы, баскетбол, трюк самокаттарында йөрөү буйынса ярыштар старт алды, заманса бейеү батлы уҙҙы. Бер рәттән “Колезиум” компьютер клубында киберспорт турниры барҙы. Байрамдан көмөш ирекмәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте, изге эшкә теләгән һәр кем ҡушылып, алғы һыҙыҡта Тыуған илде һаҡлаусы яугирҙарға ярҙам итә алды. Ә фотобудкала иһә иҫтәлеккә фотоға төшөп, фотоһүрәттәрҙе шунда уҡ алырға мөмкин ине.
Һәр майҙансыҡта ярыштар ҡыҙыу барҙы. Йәшлек йәшлек инде, әйтерһең, улар өсөн һалҡын ямғыр ҙа яумай, көслө ел дә иҫмәй. Командаларҙың, уларҙың көйәрмәндәренең көр тауыштарынан Ағиҙел буйы гөрләп торҙо.
Пляж футболы майҙансығында айырыуса кеше күп. Ялан аяҡ ҡомда йүгергән футолсылар көнәркәштәренең ҡапҡаһына мөмкин тиклем күберәк гол индерергә маташты.
1-се гимназия уҡыусыһы Ролан Кәримов футбол менән дүрт йыл шөғөллләнә.
- Пляж футболы буйынса ярыштарҙа тәүгә ҡатнашыуым. Ул ғәҙәти футболдан күп нимәһе менән айырыла. Командабыҙҙа дуҫтарым, таныштарым тупланған. Яңы ғына уйнай башланыҡ. Әлегә еңеләбеҙ - беҙгә ике гол
кереттеләр. Хәлде яҡшыртырға тырышасаҡбыҙ, - ти Ролан.
Воскресенское ауылынан килгән Анжелика Семавина волейбол буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡан.
- Был спорт төрө менән алты йәштән шөғөлләнәм. Һауа торошо бик яҡшынан булмаһа ла, волейболды үҙ итеүселәр апаруҡ йыйылған. Алдағы тормошомдо полиция менән бәйләргә ниәт итәм. Волейбол хеҙмәтемә ярҙам ғына итәсәк, сөнки яҡшы физик әҙерлек полиция хеҙмәткәре өсөн бик мөһим, - тип ураҡлаша Анжелика.
Трюк самокаттарында һәм BMX велосипедтарында төрлө трюктар башҡарған, һауала өйөрөлөп, ергә тигеҙ генә төшөп ултырған малайҙарҙы ҡарап тороу үҙе бер тамаша булды.

Ишембай ҡалаһының нефть колледжы студенты Кирилл Дороговцев BMX велосипедтарында биш йыл тирәһе йөрөй.
- Салауатта уҙған Йәштәр көнөн бер ҙә ҡалдырғаным юҡ. Быйыл да теләп ҡушылдым. Үҙем BMX дисциплина буйынса ярыштарҙа ҡатнашам. Ямғыр бер аҙ ҡамасаулаһа ла, барыһы ла һәйбәт үтте. Һөҙөмтә шатландырыр, тип уйлайым, - ти Кирилл.
Егет яңылышмаған, бүләкләү тантанаһында уның беренсе урынды алыуы асыҡланды.
Киксутеринг буйынса турнирҙа ҡатнашыусыларға билдәле ваҡыт эсендә ҡағиҙәләрҙе боҙмайынса мөмкин тиклем күберәк трюктар башҡарырға кәрәк ине. Бында Ишембай ҡалаһынан Кирилл Насонов беренселеккә сыҡты.
- Был байрамдың уҙғарылыуы тураһында социаль селтәрҙән белдек, дуҫтарым менән килдек. Былтыр өсөнсө урын алғайным, бөгөн һөҙөмтәмде яҡшырттым, - ти ул.
Быйыл Йәштәр көнө Халыҡ-ара наркотик матдәләр ҡулланыуға һәм уның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнөнә тап килде. Шуға йәштәр араһында наркоманияны иҫкәртеү өсөн “Йәштәш” йәштәр үҙәгенең “Тормош ритмында” наркотиктарға ҡаршы урындағы хәрәкәт активистары флешмоб үткәрҙе.
Бейеү батлы уҙған майҙансыҡта үтә йәнле ине. Бында “Тормош ритмында” хәрәкәте ирекмәне Эвелина Ниғмәтуллина еңеүсе тип танылды.
- Бейеү - минең тормошом. Zara Dance бейеү студияһында биш йыл шөғөлләнәм. Киләсәктә лә унан айырылырға уйламайым, хореограф булырға теләйем, - ти бейеүсе ҡыҙ.
Бына иң-иңдәрҙе бүләкләү мәле етте. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Олеся Арестова ярыштарҙа еңеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
- Бөгөн - һеҙҙең байрам, һеҙҙең көнөгөҙ. Ҡуйған маҡсатығыҙға ирешегеҙ, беҙ һеҙҙең менән ғорурланырыҡ булһын. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, - тине ул ҡотлау телмәрендә.
Сараны Стәрлетамаҡ ҡалаһының PANDA JAM кавер төркөмөнөң сығышы, Салауаттан DJ Roma TwiST-тан дискотека тамамланы. Байрам ҡунаҡтары музыканттар менән бергә ҡушылып йырланы, бейене, йәштәргә хас дәрт- дарман менән күңел асты.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: