газета "Салауат"
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
10 Февраль , 10:00

Тапҡырҙарҙың шаян сығышы

Ҡалабыҙҙың «Йәшлек life» атамалы КВН командаһы «Хәүефһеҙ бала саҡ юлы» республика КВН конкурсының финалында иң креатив команда исемен ала. КВН юниор-лигаһында ла уңышҡа өлгәшә.

Тапҡырҙарҙың шаян сығышы
Тапҡырҙарҙың шаян сығышы

Ҡалабыҙҙың «Йәшлек life» атамалы КВН командаһы «Хәүефһеҙ бала саҡ юлы» республика КВН конкурсының финалында иң креатив команда исемен ала. КВН юниор-лигаһында ла уңышҡа өлгәшә.

- Йәшегеҙ, холоҡ-фиғелегеҙ, мауығыуҙарығыҙ төрлө булып та нисек ошондай шәп команда булдыра алдығыҙ?
- 11 йыл элек Алексей Кольцов команда йыйырға тәҡдим итте, ярҙам итергә вәғәҙәләне һәм мин ризалаштым. Беренсе тапҡыр сығыш яһағанда уҡ өсөнсө урын алыуыбыҙ КВН-ға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы.
Мин уйындарҙа ҡатнашмайым, сәхнәгә сыҡмайым, ә команданы сығыш яһарға ғына әҙерләйем. Балалар һәм өлкәндәр уйындарын күп ҡараным, КВН мәктәбендә уҡыу үттем, һәм, әлбиттә, тәрбиәләнеүселәрем менән
даими бергә өйрәнәм. Ошо ваҡыт эсендә өс состав алышынды. Әле 12 кеше. Уларҙың ҡайһылары күптән түгел ҡушылды. Шуларҙың береһе Александр Тонкачеев - беҙҙең өсөн биҡ ҡәҙерле табыш, - тип һөйләй «Йәшлек» балалар- үҫмерҙәр үҙәге педагогы, «Йәшлек life» КВН командаһы тәрбиәләнеүселәренең остазы Лада Иванова.
- Миңә ете йәш, команданың иң йәш ағзаһымын. Ике уйында ҡатнаштым да инде. Сәхнәгә сығыуҙан ҡурҡмайым, киреһенсә, тамашасылар өсөн сығыш яһау оҡшай, алҡыштар яратам, - тип һүҙгә ҡушыла Александр.
Лада Иванова билдәләүенсә, команданың уңышы тәрбиәләнеүселәрҙең оҫталығына бәйле:
- Әйтәйек, Юлиә Илбахтина, Гүзәл Рафиҡова һәм Азиза Сәйетова өсәүләп сәхнәлә бик шәп сығыш яһай. Элек бәләкәстәр ине, хәҙер үҫтеләр,  тәжрибә тупланылар, команданың мөһим өлөшөн тәшкил итәләр.
- Тәүге сығышығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
- Беренсе сығыш яһағанда бик ҡурҡыныс ине, ҡалтырандым, хатта иланым, ә хәҙер сәхнәлә йөҙөп йөрөйөм, - ти Гүзәл.
- Еңеүҙән һуң да илауҙары ихтимал уларҙың. Бер мәл беренсе урын алғас өсәүләшеп йөҙ һыуын түгеп һыҡтанылар, - тип өҫтәй остаздары.
- Шаяртыуҙарҙы кем, ҡасан, нисек яҙа?
- Бөтә мәлдәр тормоштан алына, уларҙы шаяртыуға әйләндерәбеҙ, - ти Ксения Маменко.
- Бергә ултырып уйлашабыҙ. Лада Артур ҡыҙының ҙур блокноты бар, ул унда бөтә идеяларҙы яҙа, - ти Юлиә.
- КВН бит текст ҡына түгел. Ә сағыу йырҙар, бейеүҙәр ҙә булырға тейеш...
- Әлбиттә, һәр кемдең үҙ бурыстары бар. Мәҫәлән, Ксения Маменко текстарҙы бик шәп яҙа, уларҙы билдәле хиттарға һала. Никита Чурбанов ике йыл брейкданс менән шөғөлләнде, Глеб Иванов менән улар сығыштар өсөн элементтар ҡуя. Диана Батыршина - команданың алтын тауышы. Жюри ағзалары менән бәйләнеш булдырыу өсөн Юлиә Илбахтина яуаплы. Гүзәл Рафиҡова менән Азиза Сәйетова ТikТok ярата, тап улар  сығыштарҙы заманса хәрәкәттәр менән тулыландыра, видеолар төшөрә, - тип һөйләй команданың таланттары тураһында педагог.
- Уйын алдынан сығыштарҙы кемдер тикшерәме?
- Лиганың мөхәррире ҡарай һәм тыйылған темаларҙы алып ташлай.
- КВН-сы һөнәре юҡ. Һеҙ ни өсөн КВН-да уйнайһығыҙ? Был һеҙгә нимә бирә, йәштәр?
- Залдағы мөхит, командала аралашыу оҡшай. Юғары лигаға барып етергә хыялланабыҙ, - ти Никита.
- Көлөү ғүмерҙе оҙайта, үҙ баһаңды күтәрә, хәтерҙе яҡшырта, - тип бер тауыштан ҡушылды башҡалар.
Фото «Йәшлек life» КВН командаһынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: