Ҡала хакимиәтендә Йәштәр хакимиәтенең яңы составы менән беренсе киңәйтелгән ултырыш уҙҙы. Йәштәргә вәкәләттәрен раҫлаусы таныҡлыҡтар ҙа тапшырылды.
- Яңы состав эшкә әүҙем тотонор һәм йәштәр менән хакимиәт араһында бәйләнеш булдырылыр, тип ышанам. Ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа үҙ фекерҙәрегеҙҙе ҡыйыу белдерә алаһығыҙ. Һәр ваҡыт алдынғы булырға, тигән девиз менән алға барығыҙ. Уңыштар һеҙгә, дуҫтар! - тип теләне йәш “коллегалары”на ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау.
Йәштәр хакимиәтенә ҡаланың белем биреү учреждениеларының әүҙем уҡыусылары һәм студенттары ингән. Ойошманың рәйесе - ӨДНТУ-ның Салауат филиалы студенты Алексей Узенев.
- Эшебеҙҙең төп йүнәлеше - йәштәрҙең мәнфәғәтен яҡлау, уларҙың проблемаларын асыҡлау һәм хәл итеү юлдарын табыу. Йәштәр өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар уҙғарабыҙ, улар менән төрлө акциялар үткәрәбеҙ. Ҡала
хакимиәтендәге кеүек, йыйылыштар уҙғарабыҙ, йыйылыу урыны булып ҡала хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитет тора. Унда көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, тәҡдимдәр ҡабул итәбеҙ. Бөгөнгө көнгә Йәштәр
хакимиәте составына 20-нән ашыу кеше ингән. Планда, тәү сиратта, йәштәрҙе үҙебеҙҙең ойошмаға мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү, яңы бурыстар ҡуйып эшебеҙҙе дауам итеү, - ти Алексей.
Ысынлап та, бында барыһы ла етди. Ҡала хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары булған кеүек, Йәштәр хакимиәтендә лә һәр йүнәлеш өсөн яуаплы кеше билдәләнгән. 23-сө мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Сабина Сабитова ойошманың ниндәй эштәр башҡарыуын киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу менән шөғөлләнә.
- Мин Йәштәр хакимиәтендә беренсе йыл. Бурысым - үткәргән саралар тураһында социаль селтәрҙәргә мәғлүмәт урынлаштырыу. Ғөмүмән, кешеләр менән аралашыу, мәҡәләләр яҙыу оҡшай. Буласаҡ һөнәремде
лә журналистика менән бәйләргә уйлайым. Бөгөн ҡулға таныҡлыҡ алыу ҙа ойошмабыҙҙың етди булыуын иҫбат итә. Минең фекеремсә, йәштәр хакимиәте - йәштәр һәм ҡала хакимиәтенең өлкән кешеләре араһында күпер ул, - ти Сабина.
2-се гимназияның 11- е класс уҡыусыһы Эльвина Ғәниева спорт һәм туризм өсөн яуаплы.
- Йәштәр хакимиәте составына күптән түгел генә инһәм дә, миңә бында әле үк бөтә нимә оҡшай. Спорт һәм туризм йүнәлеше өсөн яуаплы итеп билдәләнеләр. Киләсәктә йәштәр өсөн спорт байрамдарын уҙғарыу
күҙаллана. “Ҡала көсө” ирекмәнлек хәрәкәте ирекмәне лә булып торам, сөнки кешеләргә ярҙам итеү оҡшай. Бөгөн таныҡлыҡ тапшырҙылар, быға бик шатмын. Йәмғиәттең бер өлөшөн тәшкил итеүҙән һәм һинең һүҙең дә
ниндәйҙер көскә эйә булыуҙан ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм,- тип һөйләй Эльвина.
Таныҡлыҡтарҙы тапшырғандан һуң йәштәргә ҡала хакимиәте буйлап экскурсия ойошторолдо. Улар төрлө бүлектәрҙең эше менән танышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Улар үҙҙәре лә ҡала үҫешенә ҡағылышлы
ҡыҙыҡлы тәҡдим менән сыҡты.