газета "Салауат"
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
22 Декабрь 2023, 11:48

Һәр ваҡыт беренсе булырға!

“Беренселәр хәрәкәте” тәүге ҡала форумы ҡала хакимиәтендә балалар һәм йәштәр ойошмаларының иң һәләтле, талантлы ҡатнашыусыларын: ирекмәндәрҙе, йәш армеецтарҙы, пионерҙарҙы һәм кадеттарҙы үҙендә йыйҙы.

Һәр ваҡыт беренсе булырға!
Һәр ваҡыт беренсе булырға!

“Беренселәр хәрәкәте” тәүге ҡала форумы ҡала хакимиәтендә балалар һәм йәштәр ойошмаларының иң һәләтле, талантлы ҡатнашыусыларын: ирекмәндәрҙе, йәш армеецтарҙы, пионерҙарҙы һәм кадеттарҙы үҙендә йыйҙы.

- Форум ҡатнашыусыларын сәләмләүемә шатмын. Осрашыуҙың барыбыҙ өсөн дә файҙалы икәнлегенә ышанам. Бында Салауат ҡалаһы яҙмышына битараф булмаған, киләсәктә тыуған ҡалабыҙҙы, республикабыҙҙы
һәм илебеҙҙе төҙөйәсәк йәш быуындың йыйылыуына шигем юҡ. Һеҙ - белемгә ынтылыусы, тирә-яғығыҙҙағы тормошто үҙгәртерҙәй көскә эйә булған әүҙем, ижади кешеләр, - тине форумды асып ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау.
Ул ҡала һәм республика сараларында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн 2-се кадет мәктәбе уҡыусылары - байраҡ йөрөтөүсе төркөм ағзалары Александр Корыстовты, Алмаз Садиҡовты, Степан Байсковты, Семен Буренинды, Тамерлан Байымбәтовты һәм Роман Аҡсуринды рәхмәт хаттары менән бүләкләне. “Башҡортостан пионерҙары” ойошмаһы лидерҙары Елена Кононова, Розалия Хөснуллина һәм Елизавета Пивцайкинаға ла наградалар тапшырылды.
“Беренселәр хәрәкәте”нең төбәк бүлексәһе рәйесе Рәнис Хәсәнов Салауаттағы тәүге форумдың абруйлы ҡунағы булды:
- Был форум - һеҙҙең өсөн ҙур һәм яңы мөмкинлек, - тине ул йәш салауаттарға мөрәжәғәт итеп. - Уның киләсәктә традицион уҙғарылыуына ышанам. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙың ҡыҙыҡлы үҙ идеяһы бар, әммә берләшмәйенсә һәм уйығыҙ менән кем менәндер уртаҡлашмайынса, уларҙы бойомға ашырыу мөмкин түгел.
Һуңынан “Йәш армеец” урындағы бүлексәһенең сафына яңы ағзаларҙы ҡабул иттеләр. Балалар йәш армеец антын бирҙе һәм күптән көткән таныҡлыҡты һәм билдәләрҙе алып ҡыуанды.
- Әлеге ваҡытта Салауатта “Беренселәр хәрәкәте”нең беренсел бүлексәләре 17 урта, биш махсус, алты өҫтәмә белем биреү учреждениеларында һәм “Йәштәш” йәштәр үҙәгендә асылған, - тине хәрәкәттең Салауаттағы етәксеһе Искәндәр Абдуллин.
Ҡала Советының 5-се саҡырылыш ҡарары буйынса Йәштәр советының яңы составы раҫланды, 14 йәш кеше унда ағза булып инде.
- Тормошҡа үҙ ҡарашы булған ошондай инициативалы, талантлы йәштәрҙе сәләмләүемә шатмын! Һеҙ йәмәғәт мәнфәғәттәренә эскерһеҙ ярҙам итергә әҙерһегеҙ һәм был донъяны әлегенән дә яҡшыраҡ итергә ынтылаһығыҙ, - тине ҡала Советы рәйесе Лариса Давыдова. - Бөгөнгө көндә бик күп йәштәр ойошмалары бар, шуларҙың береһе - ҡала хакимиәте һәм ҡала Советы менән үҙ-ара килешеп эшләгән Йәштәр советы. Уның ағзаһы итеп алынғас, балалар парламент эшмәкәрлеге менән таныша, закондар сығарыу өлкәһендә етди тәжрибә ала. Был киләсәктә яҙмышын сәйәсәт менән бәйләргә теләгәндәр өсөн яҡшы старт майҙансығы булып тора.
Лариса Давыдова Йәштәр советы ағзалары Веана Ғайсинаға, Русалина Гуцолға, Ольга Ивлеваға, Валерия Максимоваға, Ғимран Баҡыевҡа, Розалия Ғәлиәхмәтоваға, Розалия Хисмәтуллинаға, Карина Хәлитоваға, Эльмира Ғәниеваға, Аделя Хәбибуллинаға таныҡлыҡ тапшырҙы.
- Балалар, Тыуған илде яратығыҙ, үҙегеҙ булып ҡалығыҙ, үҫеш юлында туҡталмағыҙ, алға барығыҙ! Тәүгеләрҙән булығыҙ! Ә беҙ, өлкәндәр, башланғыстарығыҙҙа ярҙам итербеҙ, - тине Артур Рундау “Беренселәр
хәрәкәте”нең тәүге ҡала форумына йомғаҡ яһап.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: