Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
11 Декабрь 2023, 10:20

Ил гражданы - почетлы һәм яуаплы

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө алдынан Салауатта ҡаланың йәш граждандарына паспорт тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Ил гражданы - почетлы һәм яуаплы
Ил гражданы - почетлы һәм яуаплы

12 декабрҙә илебеҙҙең төп законына 30 йыл тула. Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙың 14 йәше тулған 80-дән ашыу үҫмеренә тантаналы шарттарҙа паспорт тапшырылды. Үҙҙәренең тәүге мөһим документтарын ҡулдарына аласаҡ йәштәр Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайында уҙасаҡ сараға тулҡынланыу менән йыйылды.
- Беҙҙең илдә 14 йәше тулған һәр кеше шәхесен раҫлаусы документ - паспорт ала. Бөгөн һеҙ үҙегеҙҙе олораҡ, яуаплыраҡ тоя башларһығыҙ, - тине Рәсәй эске эштәр идаралығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең миграция һорауҙары буйынса бүлек начальнигы Оксана Лоҡманова.
Егет һәм ҡыҙҙарға паспорттарҙы тапшырғанда мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Хәсәнова ил именлеге өсөн тырышыуҙары теләне.
- Тормошоғоҙҙағы әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлайым. Ҡулығыҙҙа паспорт, уға һаҡсыл ҡарағыҙ. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы тапшырыла, уны ла өйрәнегеҙ, үҙегеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы һәм бурыстарығыҙҙы белегеҙ. Шулай уҡ изге, файҙалы эштәрегеҙ, тырышып уҡыуығыҙ менән илебеҙҙе көслөрәк итегеҙ, - тине ул.
Йәштәрҙе «Беренселәр хәрәкәте» дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәрҙең йәмәғәт-дәүләт хәрәкәтенең Салауаттағы етәксеһе Искәндәр Абдуллин ҡотланы, ул тантанала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла «Беренселәр хәрәкәте» символикаһы менән паспорт тышлығы бирелеүен билдәләне.
- Быйылғы уҡыу йылынан «Беренселәр хәрәкәте» республиканың Эске эштәр министрлығы менән берлектә «Беҙ - Рәсәй граждандары» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Тыуған илегеҙҙе яратығыҙ һәм уға тоғро булығыҙ, - тине Искәндәр Абдуллин.
Уҡыусылар паспорт алғандан һуң тантаналы ант бирҙе. Балалар (үҫмерҙәр) ижады үҙәге коллективтары сағыу концерт номерҙары бүләк итте.
24-се мәктәптең 7а класы уҡыусыһы Анастасия Волкотруб:
- Бөгөн иң әһәмиәтле документ алыуыма шатмын. Быны ошолай тантаналы шарттарҙа үткәреүҙәре лә оҡшаны. Паспортҡа һаҡсыл ҡараясаҡмын.
17-се мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Михаил Крижановский:
- Был көндө тулҡынланыу менән көтөп алдым. Үҙемде олораҡ, яуаплыраҡ тоя башлаған кеүекмен.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: