газета "Салауат"
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
5 Декабрь 2023, 09:55

Ҡала киләсәге - йәштәр ҡулында

Ҡала хакимиәтендә Салауат мәктәптәрен тамамлаусылар менән онлайн-осрашыу үтте

Ҡала киләсәге - йәштәр ҡулында
Ҡала киләсәге - йәштәр ҡулында

Ҡалабыҙ мәктәптәре йыл да үҙ ҡарлуғастарын осора. Быйыл Салауатта 493 сығарылыш уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраған һәм улар төрлө яҡтарға таралышҡан. 234 йәш кеше Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына ингән, 181 кеше Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм башҡа Рәсәй вуздары студенттары булып киткән.

Ҡала етәкселге, әлбиттә, сығарылыш уҡыусыларының яҙмышы менән ҡыҙыҡһына, улар менән бәйләнеште өҙмәҫкә тырыша. Ҡала хакимиәтендә онлайн форматта үткән осрашыуҙа ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау, хакимиәт башлығы урынбаҫары Олеся Арестова, мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева, йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Розалия Сәлихова, мәғариф идаралығы вәкилдәре ҡатнашты.

- Барығыҙҙы ла күреүемә, ишетеүемә шатмын. Бындай осрашыуҙар тәүгә уҙғарылмай. Уның маҡсаты - һеҙҙе ҡаланы перспективалары менән таныштырыу, һорауҙарға яуап биреү, һеҙҙең менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыу, сөнки беҙ һеҙҙе иҫләйбеҙ, яратабыҙ һәм тыуған ҡалағыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. Бындай аралашыу мөһимдер, тип уйлайым, - тип сәләмләне онлайн осрашыуға ҡушылыусы студенттарҙың барыһын да Артур Рундау.

Быйыл Салауат ҡалаһы һәм “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы йәштәрҙе Салауаттың социаль-иҡтисади күрһәткестәре менән таныштырып үтте:

- Салауат иҡтисадында сәнәғәт алдынғы урынды алып тора. Әлеге ваҡытта ҡалала ике тиҫтәнән ашыу эре һәм урта предприятиелар эшләй һәм унда меңәрләгән кеше эшләй. Сәнәғәт арҡаһында Салауат үҙе етештерелгән тауарҙарҙы тейәп ебәреү, үҙ көс менән башҡарылған эш һәм хеҙмәт күрһәткесе буйынса републикала икенсе урынды биләй. Бөтә илдеке кеүек ҡала иҡтисады ла санкция аҫтында, шуға ҡарамаҫтан, ҡала предприятиелары 24,7 млрд һумлыҡ килем алған. Ә Салауаттағы эш хаҡы төбәктә иң юғарыларҙан – беҙҙә уртаса хеҙмәт хаҡы 60 мең һумдан ашыу. Минеңсә, был мәғлүмәт тыуған ҡалаһына ҡайтырға йыйынған йәштәр өсөн мөһимдер. Ҡала үҫешә һәм тап һеҙ уның киләсәген төҙөрһөгөҙ, тип ышанабыҙ, - тине Артур Рундау.

Студенттарға ҡаланың юбилейына арнап төшөрөлгән видеоролик күрһәтелде. Һуңынан һөйләшеү һорау-яуап форматына күсте. Әйткәндәй, ҡала хакимиәте сығарылыш уҡыусылары өсөн дөйөм чат булдырған һәм унда Салауат егет-ҡыҙҙары үҙ һорауҙарын бирә ала. Ҡайһы бер һорауҙарҙы йәштәр алдан ебәргәйне.

- Ҡалала ниндәй йәштәр проекттары тормошҡа ашырыла?

- Проекттар бик күп. Мин грант ярҙамы алған проекттар хаҡында әйтеп үткем килә.  Веана Ғайсинаның “Шиғыр терапияһы” проекты “iВолга”  форумында 80 мең һумлыҡ грант алды. Александра Чухнинаның психология өлкәһендә эшләй башлаусы белгестәрҙең үҫешенә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тотҡан проекты 120 мең һумлыҡ грант ярҙамына лайыҡ булды. Арина Федьконың 380 мең һумлыҡ проекты ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 4 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге балаларға, үҫмерҙәргә социаль-мәҙәни яраҡлашыу майҙансығын булдырыуға йүнәлтелгән. Әнисә Асҡарованың йәштәр араһында экстремизмды профилактикалау проекты 250 мең һум грант ярҙамы алды. Уларҙың барыһы ла ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, - тине Артур Рундау.

Һөйләшеүгә 2-се мәктәпте тамамлап, әлеге ваҡытта юғары белем алып йөрөүсе Даниил Лунев ҡушылды.

- Ҡалала йәштәр өсөн ниндәй мәҙәни һәм күңел асыу үҙәктәре асыу планлаштырыла? “Октябрь” кинотеатры бинаһында Йәштәр йорто булдырырға уйлайҙар тип ишеткәйнем.

- “Октябрь” кинотеатрына килгәндә, бина шәхси ҡулдарҙа һәм уны Йәштәр йорто итеү мөмкин түгел. Әммә беҙ «Йәшлек-хаус» өсөн икенсе, Островский урамы, 17а адресы буйынса урынлашҡан бинаны әҙерләйбеҙ, проект әлеге ваҡытта ҡарала. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым.

- Йәштәр спорты өсөн ҡалала нимә эшләнәсәк?

- Әлеге ваҡытта йәштәр спорты өсөн биш спорт мәктәбе эшләй. Салауат саңғы юлы төҙөкләндерелә. Төрлө кимәлдәге спорт ярыштары, спартакиадалар уҙғарыла. Ҡалаға билдәле спортсылар килә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Беҙҙә шулай уҡ физкультура, спорт менән шөғөлләнеү өсөн Ағиҙел буйы төҙөкләндерелде, унда хатта башҡа ҡалаларҙан да киләләр. Унда ял итеү урындары, кафе булдырыла.

- Ағиҙел буйын төҙөкләндереү тамамландымы йәки унда эште дауам итеү планлаштырыламы?

- Ремонтты тамамлау мөмкин түгел, уны бер аҙға туҡтатырға ғына була, тиҙәрме, шуға күрә унда төҙөкләндереү тамамланмай һәм уны матурыраҡ итеү өсөн яңы идеялар тыуып тора. Мотлаҡ ағастар ултыртыла, Ағиҙел буйына тиклем тротуар һалынды, яҡтыртыу үткәрелде, хәҙер юл буйына эскәмйәләр ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Артабан ниндәй ҙә булһа күркәм архитектур формалар ҡуйыласаҡ, сауҙа эшен йәнләндереп ебәрергә уйлайбыҙ. Был урын үҙенә тартып торорға тейеш. Ҡала көнө халыҡтың был ерҙә йыйылырға әҙер булыуын күрһәтте.

25-се башҡорт гимназияның сығарылыш уҡыусыһы Дамир Хәбибуллин һөйләшеүгә ҡушылып быға тиклем “Баллы бал”да ҡатнашыусыларҙы буласаҡ байрамға саҡырыу мөмкинме тип ҡыҙыҡһынды.

- Был байрамда ҡатнашыусы сығарылыш уҡыусылары бик күп һәм уның программаһы ла тығыҙ. Шулай ҙа 2-3 кешене саҡырыу, уларҙың сығыш яһауын ойоштороу мөмкиндер тип уйлайым. Был хаҡта “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте етәкселеге менән һөйләшергә кәрәк.  

- Элекке “Алмаз” мәҙәниәт һарайы урынында нимә лә булһа төҙөү планлаштырыламы? – тигән һорауҙы ла бирҙе Дамир ҡала хакимиәте вазифаһын башҡарыусы Артур Рундауға.

Алмаз” “Салауатбыяланың ведомство учреждениеһы ине. Ауыр хәлгә һәм билдәле процедураларға бәйле, предприятие уны шәхси ҡулдарға һата һәм бөгөнгө көндә беҙ уның менән судлашабыҙ. Уның ярты йыл эсендә беҙҙең өсөн ыңғай тамамланыр тип көтәбеҙ һәм был урында йә сауҙа үҙәге, йә башҡа мөхит булдырылыр тип уйлайбыҙ, һәр хәлдә ул урын буш тормаясаҡ.

- Яҡын киләсәктә яңы мәктәп төҙөләсәкме?

- Был бик ауыр тема ҡала һәм төбәк хөкүмәте өсөн. Беҙ барыбыҙ ҙа мәктәп төҙөлөүен теләйбеҙ. Республика адреслы программа сиктәрендә төҙөлөш-монтаж эштәре 2023-2025 йылдарға планлаштырылған. Ҡала хакимиәте тарафынан төҙөлөш эштәренә рөхсәт бирелгән, документтар менән эш бара. Әлеге ваҡытта подряд ойошмаһын һайлау буйынса процедуралар үткәрелә, әммә улар Салауатта түгел, Өфөлә уҙа. Яҙғылыҡҡа подряд ойошмаһын билдәләрбеҙ һәм төҙөлөш эш башланыр тип өмөт итәбеҙ. Эштәр план буйынса 2026 йылда тамамланасаҡ, сөнки төҙөлөш оҙайлы.

Шуныһын да билдәләп үтер инем, бынан тыш, беҙҙең ҡалала 1-се гимназияла, 2-се кадет, 7-се һәм 4-се мәктәптәрҙә ике йыллыҡ капиталь ремонт үткәрелә. Улар буйынса ҡарар ҡабул ителгән, аҡса бүленәсәк, подряд ойошмалар билдәләнгән.    

Онлайн осрашыуға ҡушылыусыларҙың береһе Диана Ниғмәтуллинаны капиталь ремонт башҡарыласаҡ мәктәп уҡыусылары ҡайҙа уҡыясағы ҡыҙыҡһындырҙы.

-  Бының өсөн ҡатмарлы логистик сылбыр төҙөлдө – был беҙҙең мәғариф идаралығының ныҡышмал хеҙмәте. Бер бала ла ҡыйыҡһыҙ ҡалмаясаҡ, барыһы ла яҡын тирәләге мәктәптәрҙә белем аласаҡ.

18-се мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы Аделина үҙе уҡыған ваҡытта белем биреү учреждениеһы ҡыйығынан һыу ағыуын иҫкә төшөрҙө һәм уның тыуған мәктәбе капиталь ремонтҡа эләкмәйме тип һораны.

- Был бәлә менән беҙ көрәштек, үҙебеҙҙең иҫәпкә бөтә етешһеҙлектәрҙе бөтөрҙөк. Әлегә капиталь ремонт күҙалланмай. Беҙ эшләгән ҡыйыҡ ышаныслы, подряд ойошманан биш йылға гарантия бар, шулай булғас бөтәһе лә һәйбәт булыр, - тине Артур Рундау.

Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы исеменә ошондай ҙа һорау яңғыраны:

- Артур Александрович, заман йәштәренә  нимә теләр инегеҙ?

- Мин ҡыйыулыҡ һәм бәхет теләр инем. Бәхет бит аҡса, вазифа менән генә үлсәнмәй,  бәхет – ул күңел тыныслығы, тормош менән ҡәнәғәт булыу, хыялдарҙың тормошҡа ашыуы. Һеҙгә, йәштәргә ҡанатланып осоуығыҙҙы, ул ҡанаттарығыҙҙы һындырмауҙарын, һәр ваҡыт теләгәндәрегеҙгә ирешеүегеҙҙе, яңы эштәргә тотонорға ҡурҡмауығыҙҙы һәм уйҙарығыҙҙы тормошҡа ашыуын теләйем.

 Артур Рундау ҡайһы бер предприятиеларҙың йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн тулы циклы программалар әҙерләүе хаҡында бүлеште. Мәҫәлән, вуздың һуңғы курсында белгесте саҡырып, эш хаҡы түләү, производство эше менән таныштырыу, диплом эшен яҙыуҙа ярҙам итеү, хеҙмәт торлағын биреү.

- Ҡалаға йәш белгестәр кәрәк. Салауаттың потенциалы үҫә, сөнки предприятиелар үҫешә. Республика башлығына инвестиция сәғәтендә даими беҙҙең ҡалала предприятие төҙөү идеяһы менән киләләр. Был “Алға” иҡтисади зонаһын үҫтереү менән дә бәйле. Шуға күрә нефть химияһы, эшкәртеү һәм башҡа өлкәлә эшләргә теләүселәр ихтыяж менән файҙаланасаҡ. Әгәр һеҙ тыуған ҡалағыҙға үҫешергә ярҙам итһәгеҙ бик һәйбәт буласаҡ, - тине Артур Рундау.

- Салауатта ниндәй яңы заводтар төҙөлә һәм был һулар һауабыҙҙың насарланыуына алып килмәҫме?

- Салауатта өс завод төҙөлә. Һәр ҡайһыһында 800-ҙән алып 1000-гә тиклем эш урыны булдырыу ҡарала. Унда төрлө белгестәр кәрәк буласаҡ, һәйбәт эш хаҡы вәғәҙәләнә. Әлбиттә, өс завод та тейешле экспертизаларҙы үткән, таҙартыу ҡоролмаларына ҡушыласаҡ. Ҡала “Таҙа һауа” программаһына индерелгән һәм уның нигеҙендә һауа торошона даими мониторинг уҙғарылып торасаҡ.   

- Йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуҙа ярҙам итеүсе программалар бармы?

- Муниципаль программа юҡ, әлбиттә, шулай ҙа бюджет тармағы хеҙмәткәрҙәре өсөн һәм предприятие үтенесе буйынса тар белгестәр өсөн социаль торлаҡ бар. Улар милеккә бирелмәй, шулай ҙа ғаилә менән йәшәргә мөмкин.

- Салауатта аэропорт буласаҡмы?

- Ундай пландар юҡ, әммә яҡшы хәбәр менән бүлешкем килә: республика башлығы ҡушыуы буйынса Стәрлетамаҡ-Ергән юлын дүрт һыҙатлы итеп төҙөү идеяһы бар. Ул сағында беҙҙең ҡаланан Өфө аэропортына юл бик тиҙ буласаҡ.

- Артур Александрович, ғаиләгеҙ менән ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?

- Мин ғаиләм менән машинала республика буйлап сәйәхәт итергә яратам. Беҙҙең төбәктә гүзәл тәбиғәтле бик матур урындар күп. Башҡортостанды Швейцария менән сағыштыралар, минеңсә, беҙҙә күпкә күркәмерәк. Башҡортостан менән һоҡланмау мөмкин түгел.  

Артур Рундау үҙ сиратында йәштәргә лә һорау бирҙе:

- Ошондай осрашыуҙар кәрәкме, ҡыҙыҡлымы?

- Эйе, әлбиттә, беҙ ҡала тураһында беләбеҙ, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп яуап алабыҙ. Бындай осрашыуҙар файҙалы, тыуған ҡалабыҙҙы иҫкә төшөрөп, бер мәлгә унда ҡайтып килгәндәй, уның тормошонда ҡайнағандай булабыҙ.

- Онлайн осрашыуға ҡушылыуығыҙ өсөн рәхмәт. Һорауҙарығыҙ булһа, социаль селтәрҙә аша бирегеҙ, яуап бирербеҙ. Һеҙ уҡыуығыҙҙы тамамлағандан һуң тыуған ҡалағыҙға әйләнеп ҡайтып, яҙмышығыҙҙы кесе Ватан менән бәйләһәгеҙ шат буласаҡбыҙ. Барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ, - тип йомғаҡ яһаны осрашыуға ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: