газета "Салауат"
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
9 Октябрь 2023, 11:06

Лайыҡлы быуын үҫә

Ҡала хакимиәтендә янғын ваҡытында зыян күреүселәргә ярҙамға килеүсе дүрт кешене бүләкләнеләр. Уларҙың өсәүһе - ҡыҙҙар.

Лайыҡлы быуын үҫә
Лайыҡлы быуын үҫә

Ҡала хакимиәтендә янғын ваҡытында зыян күреүселәргә ярҙамға килеүсе дүрт кешене бүләкләнеләр. Уларҙың өсәүһе - ҡыҙҙар.

Янғын һүндереү, зыян күреүселәрҙе ҡотҡарыу тураһында һүҙ йөрөткәндә, ғәҙәттә, янғын һүндереүселәрҙе күҙ алдында тотабыҙ. Тик был осраҡта бөтәһе лә башҡаса.
22 июндә таңғы 4 сәғәт 27 минутта берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Калинин урамының 59-сы йортонда янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. 
- 22 июндә, Ҡайғы һәм хәтер көнөндә, йәш армеецтар, традиция буйынса, төндә “Мәңгелек ут” мемориаль комплексында вахтала тора. Йорттарына ҡайтып барғанда  үрҙә әйтелгән йортта янғын сығыуын күрәләр, - тип һөйләй Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса идаралыҡ  начальнигы Радик Моратов һәм ваҡиға шаһиттарының береһенең һөйләгәндәрен уҡып ишеттерҙе.
“Таңғы бишенселә ҡайтырға сығып, Калинин урамына боролғанда йорттарҙың береһенең икенсе ҡатынан ҡара төтөн сығыуын шәйләнем. Башҡаларға ашығыс ярҙамға һәм янғын һағына шылтыратырға ҡуштым. Һуңынан уттан ҡотолоу өсөн тәҙрәнән һикергән ҡатындың ерҙә ятыуын күрҙек. Бөтәбеҙ ҙә өҫкә йүгерҙек. Икенсе  ҡатты ут ялмап бара ине, тын алыуы ауыр. Кешеләр йорттан тиҙерәк сыҡһын өсөн ҡыҙҙар ишектәргә шаҡыны,
домофондан шылтыратты, шулай уҡ подъездан бөтә кешене эвакуацияланы. Бер ир-егет менән бергә ике бәләкәй баланы һәм ҡатынды ут эсенән тигәндәй тартып алып аҫҡа йүгерҙек. Барыһын да тышҡа сығарыуға янғын һүндереүселәр, ашығыс ярҙам машинаһы килеп етте, утҡа кәртә ҡуйылды. Беҙ ҡайтып киттек”, - тиелә хәбәрнамәлә.
Әгәр был изге күңелле кешеләр шул мәлдә ярҙамға килмәһә, ваҡиғаның нимә менән тамамланыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.
- Улар үҙҙәре лә аңламайынса батырлыҡ ҡылды. Йәш армеецтарҙы тап ошоға өйрәтәләр, - тип билдәләне Радик Моратов. 
Янғынды һүндереүҙә күрһәткән батырлығы өсөн “Йәш армия”ның урындағы бүлексәһе начальнигы Альберт Рәхимов  ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау ҡулынан рәхмәт хаты алды. Лайыҡлы наградалар шулай уҡ йәш армеецтар: 11-се һәм 17-се мәктәп уҡыусылары Виктория Ежоваға, Алина Фәхретдиноваға  һәм Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы студенты Эмилия
Халиҡоваға ла тапшырылды.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: