Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
6 Октябрь 2023, 13:20

Кадет исемен намыҫ менән йөрөтөргә

Ҡалабыҙҙың 2-се кадет мәктәбендә ошо белем усағын тамамлаусы, Афғанстанда һәләк булған Виктор Карпов иҫтәлегенә митинг һәм 7-се класс уҡыусыларының кадет антын биреү тантанаһы үтте.

Кадет исемен намыҫ менән йөрөтөргә
Кадет исемен намыҫ менән йөрөтөргә

Был сарала ҡала Советы депутаттары, ҡала комиссариаты, ветерандар советы, хәрби ойошма вәкилдәре, махсус хәрби операция хәрбиҙәре ҡатнашты.
Иң башта кадет мәктәбенең 9в класы экскурсоводтары Виктор Карпов һәм уның хәрби батырлығы тураһында һөйләне.
- 4 августа 10 кешенән торған төркөмгә урындағы биләмәгә разведка яһау бурысы йөкмәтелә. Виктор Карпов был төркөмгә санинструктор-пулеметсы булараҡ алына. Улар билдәләнгән йүнәлеш менән барғанда дошмандар менән осраша, көстәр тигеҙ булмай, шуға күрә командирҙың ҡарары менән Карпов һәм уның бер иптәше башҡаларҙы ҡаплау өсөн ҡалдырыла, улар яуҙаштарына хәрби бурысты үтәүгә мөмкинлек тыуҙыра. Граната шартлағас ул яралана, вертолетта госпиталгә барып етер алдынан ғына йән бирә. Виктор Карпов үлгәндән һуң Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнгән, - тип иҫкә төшөрҙө улар.
Быйыл Салауат батырына 63 йәш тулған булыр ине, ә ул 21 йәшендә генә хәрби бурыс үтәгәндә башын һала.
- Беҙҙең геройҙарҙы иҫләүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Ысынлап та Виктор Карпов - беҙҙең заман геройы. Ул Ватан, уның киләсәге өсөн вафат була. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - тине ҡала Советы депутаты Сергей Данилов.
- Беҙ Салауаттың батыр йөрәкле яугире Виктор Карповты йыл һайын иҫкә алабыҙ. Ул бик күп быуын өсөн үрнәк булып тора, - тине ҡала ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина һәм хәрби хәрәкәт ветерандарына йәштәр араһында илһөйәрлек тәрбиәһе алып барыуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Бөгөн кадет мәктәбе патриотик йүнәлештәге эште дауам итә һәм Виктор Карповты иҫкә алыу көнөндә йола буйынса 7-се класс уҡыусыларының ант биреү сараһы уҙғарыла. Был мәлде улар ҙур тулҡынланыу көтөп ала.
«Рәсәй кадеттары сафына баҫып, Салауат ҡалаһы кадеты исемен алып, уны намыҫ һәм лайыҡлы алып барырға ант итәм», - ти ғорур яңғыратты һәр бер етенсе класс уҡыусыһы.
- Бөгөн беҙҙең өсөн мөһим көн - беҙ ысын кадет, Рәсәй кадеты исемен йөрөтәсәкбеҙ. Минең өсөн был ғорурлыҡ. Мин кадет мәктәбендә беренсе кластан алып белем алам, яҡшы уҡырға, төрлө сараларҙа ҡатнашырға, үҙемде тәртипле тоторға тырышам. Беҙҙең класс бик дуҫ, бында миңә оҡшай, - ти 7а класы уҡыусыһы Егор Панов.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: