Башҡортостан йәштәре “iВолга” форумында дөйөм 1 млн 850 мең һумлыҡ алты грант отто. Улар араһында Салауат ҡыҙы Веана Ғайсинаның да булыуы шатлыҡлы. Ул “Шиғыр терапияһы” проекты менән сығыш яһай.
Ҡыҙ әйтеүенсә, уның был проекты Салауат ҡалаһында бойомға ашырыласаҡ. Ул төҙөкләндерелгән Ағиҙел йылғаһы буйында үҙенсәлекле концерттар үткәрергә ниәтләй.
- Был шиғырҙар, йырҙар менән психотерапия буласаҡ. Дуҫтарым әйтеүенсә, шиғырҙарым күңелдәргә үтеп инә, ижад аша үҙемдең энергиям менән уртаҡлашырға тейешмен. Барыһы ла уңышлы килеп сығыр, тип ышанам, - тип уй-маҡсаттары менән бүлеште Веана Ғайсина.
Шуныһы ҡыуаныслы, Веананың хыялын грант аҡсалары бойомға ашырырға ярҙам итәсәк. Грант суммаһы 80000 мең һум тәшкил итә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, конкурста тағы биш кеше еңеп сыҡҡан: Марат Рафиҡов, Нурислам Улиахметов, Жаргалма Карамова, Илья Кашников һәм Олег Ширяев.
Уларҙың хеҙмәтен һәм һөҙөмтәләрен Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук та баһалай:
- Беҙҙең йәштәр форумда үҙҙәрен юғары кимәлдә күрһәтте һәм көс-ҡеүәт тупланы. Алда - проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм практикала белемдәрҙе файҙаланыу.
Рәсәй йәштәре конкурсы быйыл беренсе тапҡыр Һамар өлкәһендә уҙған “iВолга” Волга буйы федераль округы йәштәр форумы сиктәрендә үткәрелде.
Фото “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан алынды.