- 10 апрелдән 16-на тиклем Башҡортостан Республикаһында йыл һайын уҙғарылып килгән Бөтә Рәсәй һөнәри йүнәлеш биреүсе «Турникетһыҙ аҙна» акцияһы үтә. Акция Рәсәйҙең алдынғы предприятиелары эшмәкәрлеге менән уҡыусыларҙы таныштырыу, эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Был акция сиктәрендә Салауат ҡалаһы буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәге 7-11 кластар өсөн ойошмаларға экскурсиялар ойоштора. Бөгөн ашнаҡсы һөнәре һәм уның эш шарттары менән танышыу өсөн «Дөйөм туҡланыу» муниципаль предприятиеһына килдек, - ти Салауат ҡалаһы буйынса көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡтың мәшғүллек үҙәге филиалының һөнәри консультанты Анна Казанцева.
Уны һүҙҙәренсә, был акция сиктәрендә уҡыусылар тағы ла Авария-ҡотҡарыу отрядына һәм «Аркада» тегеү фабрикаһына экскурсияларға барасаҡ.
7-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусылары «Турникетһыҙ аҙна» акцияһының тәүге ҡатнашыусылары булды.
«Дөйөм туҡланыу» предприятиеһының аҙыҡ һәм ярымфабрикаттарҙы әҙерләү шарттары менән танышырға инер алдынан, уҡыусылар талаптар буйынса баштарына шәпкәләр, өҫтәренә халаттар, аяҡтарына бахилла кейҙе.
Экскурсия барышында егет һәм ҡыҙҙарға заманса кухня йыһаздары, уларҙың нимә өсөн ҡулланыуы, шулай уҡ аҙыҡ әҙерләү өсөн продукттарҙың ҡайҙа һаҡланыуы, «Таңсулпан» кафеһында ҡаланың мәктәптәре һәм балалар баҡсалары өсөн нисек ярымфабрикаттар әҙерләнеүе тураһында һөйләнеләр. Уҡыусылар ашнаҡсының рецептарҙы һәм блюдоларҙы әҙерләү технологияһын, аҙыҡты һаҡлау ҡағиҙәләрен, дөйөм туҡланыуҙы ойоштора, продукттарҙы дөрөҫ һайлай белергә, үҙенең эшен яратып башҡарырға тейешлеге хаҡында ла белде.
Экскурсия береһен дә битараф ҡалдырманы.
- Мин бөгөн үҙем өсөн күп нәмә алдым һәм бында миңә оҡшаны. Кәтлиттәрҙең нисек әҙерләнеүен, туңдырылыуын һәм һуңынан мәктәптәргә, балалар баҡсаларына алып барылыуын белдем. Аҙыҡтарҙы әҙерләү һәм һаҡлау процесы менән танышыу ҡыҙыҡ булды, - тип тәьҫораттары менән бүлешә 7-се мәктәптең 9б класы уҡыусыһы Юлиә Йәнгирова.
- Экскурсия ваҡытында йәшәлсәләрҙе һәм башҡа продукттарҙы таҙартыуҙан алып әҙерләгәнгә тиклем бөтә этаптарҙы күрҙек. Ашнаҡсының балалар өсөн тәмле ризыҡ әҙерләү өсөн бөтә күңелен һалып эшләүен дә белдек, - ти 7-се мәктәп уҡыусыһы Аня Герасимова.
Марина Васина иһә өйҙә лә тәмлекәстәр бешереү менән мауыға икән. Шуға күрә был уның белемдәрен байытыу өсөн өҫтәмә мәғлүмәт биргән.
- Бында килеү ҡыҙыҡлы булды. Киләсәктә ашнаҡсы булырға хыялланмаһам да, аш-һыу әҙерләүҙә кәрәкле бик яҡшы мәғлүмәттәр алдым, - ти ул.