Башҡортостанда тыуып үҫкән егет Рәсәйҙә киң прокатҡа сығасаҡ «Чекаго» (18+) криминаль драмала төп ролдәрҙең береһен башҡара. Үҙ-үҙеңә ышаныу һәм маҡсатыңа табан ныҡышмалы барыу арҡаһында хыялын тормошҡа ашырыусы Салауат егете Эльдар Сафиканов ул.
Фильмдың премьераһы 2022 йылдың 1 сентябрендә 44-се Мәскәү халыҡ-ара кинофестиваль сиктәрендә күрһәтелә, ә киң прокатта уны 2023 йылдың 23 февраленән ҡарап була.
«Был хәҙерге замандың иң киҫкен проблемаларының береһе - йәштәрҙе наркоенәйәткә ылыҡтырыу тарихы. Сюжет буйынса йәш рэпер тыуған Чегаринскийынан (халыҡта ул Чекаго тип йөрөтөлә) күрше Красноярскиға наркотиклы сумканы алып барырға риза була һәм үҙе, яҡындары күңелһеҙ хәлдәргә осрай. Был жанр формаһында төрлө персонаждарҙың яҙмыштары бергә ҡушылыуы аша себер провинцияһындағы тормошҡа заманса ҡараш күрһәтелә», - тип хәбәр ителә фильмдың анонсында.
Режиссер-ҡуйыусыһы Николай Рыбников билдәләүенсә, фильмдың бер мөһим үҙенсәлеге - ул продюсер, режиссер, оператор, рәссамдан алып уны төшөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың 70 проценты дебютанттар.
Фильм Хакасияла төшөрөлә. Ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, фильм бик тере, үҙенсәлекле, бай һәм тәрән йөкмәткеле килеп сыға.
2020 йылда ҡала гәзитендә илебеҙ вуздарын яулаусы һәләтле салауаттар тураһында яҙғанда Эльдар Сафиканов хаҡында ла мәҡәлә баҫылып сыға. Эльдар еңел генә ГИТИС студенты булып китмәй. Ул тәүҙә колледжда электрикка уҡый. «Выбор» гәзите журналисы З.Исламовҡа биргән интервьюһында Эльдар Сафиканов уның буласаҡ һөнәрен һайлауына Алексей Балабановтың «Брат» фильмы булышлыҡ итеүен әйтә. Унда кино донъяһына эләгеү, актер булыу теләге уяна. Колледжа ул поэзия менән мауыға башлай, гитарала уйнарға өйрәнә.
- Мин баш ҡалала театр вуздарына турҙарҙың даталарын белештем. Бөтә ерҙә лә имтихандар өс турҙан тора. Абитуриенттар бик күп, улар сират тороп, фамилияларын яҙҙырта, көнөнә ике йөҙләп кеше яҙыла. Беренсе турҙа шиғыр, басня, прозанан өҙөк һөйләргә кәрәк, тағы ла йыр башҡарыуҙы һоройҙар. Мин бер нисә әҫәр әҙерләгәйнем. ГИТИСта Лермонтовты, Есенинды, Крыловтың басняһын, прозанан Борис Васильевтың «Ә таңдар бында тыныс» повесына өҙөк һөйләнем. Гитарала уйнап йыр башҡарҙым. Имтихан залына ун кеше индерҙеләр һәм икәү генә икенсе турға үтте. Икенсе һәм өсөнсө турҙарҙа шул уҡ процедура, тик кеше генә әҙерәк. Һуңынан һөйләшеү уҙғаралар: ни өсөн театр вузын һайланың, элек нимә менән шөғөлләндең, һинең яратҡан фильмдарың һәм башҡа һорауҙар. Һөҙөмтәлә актерҙар факультетында 25 кеше ҡала. Беҙҙең курсты Маяковский исемендәге Мәскәү академия театрының художество етәксеһе Миндаугас Карбаускис йыйҙы, - тип иҫкә ала Эльдар Сафиканов.
Тәүге курс ысын һынауға әйләнә.
- Шәхси проблемалар барлыҡҡа килде, ғашиҡ булдым. Икенсе курста кешеләр артынан күҙәтеп, уларҙың үҙҙәрен тотошон өйрәндек, был «Вербатим» тип атала. Кафеларға, баҙарҙарға барып билдәле кешеләрҙе күҙәттек, улар менән һөйләштек, мөмкин булғанса телмәрҙе диктофонға яҙҙырттыҡ, рөхсәт итһәләр видеоға төшөрҙөк. Өсөнсө курста классиктарҙың әҫәрҙәре менән эшләй башланыҡ, уларҙы сәхнәләштерҙек, мини-спектаклдәр уйнаныҡ, төрлө темаларға видеоматериалдар, микрофильмдар әҙерләнек, унда һин сценарист та, монтажсы ла, актер ҙа, һуңынан улар буйынса фекер алыштыҡ.
2020 йылда Эльдар дүртенсе курсты көтөүен, ул ваҡытта төрлө театрҙар режиссерҙарының студенттар араһынан кемдәрҙе үҙ театрына һайлап алыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәге тураһында һөйләй.
- Мин үҙемде һынарға теләгәйнем һәм мин теләгемә ирештем, - ти ул.
Күреүебеҙсә, Эльдар Сафикановтың хыялы тормошҡа аша.
Гүзәл Шәрипова.