Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
12 Декабрь 2022, 10:47

Күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡларға

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө алдынан Балалар-үҫмерҙәр ижады һарайында 14 йәше тулған 25 малай һәм ҡыҙға тантаналы шарттарҙа мөһим документ - паспорт тапшырылды.

Күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡларға
Күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡларға

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө алдынан Балалар-үҫмерҙәр ижады һарайында 14 йәше тулған 25 малай һәм ҡыҙға тантаналы шарттарҙа мөһим документ - паспорт тапшырылды.

Паспорт алыу - мөһим һәм тулҡынландырғыс ваҡиға. Был үҙ аллы яңы тормош башланыуын аңлата.
- Беҙ ҡаланың йәш граждандарына паспорттарҙы квартал һайын тантаналы шарттарҙа тапшырабыҙ. Паспорт алыу - тормошоғоҙҙағы яңы баҫҡыс. Ул һеҙгә тик ыңғай үҙгәрештәр генә килтерһен. Илебеҙҙең намыҫлы, ғәҙел граждандары булығыҙ. Паспортты юғалтмағыҙ, бысратмағыҙ. Бының өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралыуын да онотмағыҙ, - тине Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек
начальнигы, полиция подполковнигы Оксана Лоҡманова уҡыусыларҙы иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға менән ҡотлап.
Паспорт менән бергә уҡыусыларға хоҡуҡи документ - Конституцияның бөтә статьялары, Рәсәй граждандарының хоҡуҡтары яҙылған Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы ла бирелде. Балаларға ҡала мәғариф идаралығының баш белгесе Татьяна Сергеева үҙ теләктәрен еткерҙе.
- Бөгөн һеҙ ҡулығыҙға иң төп документ - паспорт алдығыҙ. Бының менән яуаплылыҡ та бермә-бер арта. Рәсәй Федерацияһы гражданы исемен лайыҡлы йөрөтөгөҙ, тыуған ҡалағыҙҙы  данлағыҙ, - тине ул.
Паспорт алған балаларҙың йөҙөндә шатлыҡ та, тулҡынланыу ҙа һиҙелә ине.
Милена Рәхмәтуллина, 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы:
- Был минең беренсе мөһим документым. Тантаналы ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көттөм. Хатта тышлыҡ та алып ҡуйҙым. Паспортты ҡәҙерләп һаҡларға кәрәклеге  тураһында әсәйем һөйләне.

Елизавета Рузанова, 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы:
- Паспорт алыу менән иңдәргә ҙур яуаплылыҡ та һалына. Тулҡынланыу ҙа, ғорурлыҡ та бар күңелдә. Бөгөн бит мин законлы рәүештә Рәсәй Федерацияһы гражданы булдым.
Камил Хөснөтдинов, 7-се мәктәп уҡыусыһы:
- Законлы рәүештә Рәсәй гражданы булыуыма ҡыуанам да, тулҡынланам да, сөнки хәҙер үҙ ҡылыҡтарым өсөн үҙемә яуап бирергә тура киләсәгенә төшөнәм. Паспортҡа ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға, уны бысратмаҫҡа, юғалтмаҫҡа кәрәклекте яҡшы аңлайым.
Йәш салауаттарға Балалар-үҫмерҙәр ижады һарайының төрлө түңәрәктәрендә тәрбиәләнеүселәр матур концерт номерҙары бүләк итте.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: