газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
5 Ноябрь 2022, 10:10

Ижады - күңел ҡушыуы буйынса

Йәш Салауат егете, 1-се гимназия уҡыусыһы Андрей Репиндың “Ҡыш” тигән эше компетентлы жюри тарафынан 11-14 йәшлек үҫмерҙәр араһындағы “Golden Time Talent” халыҡ-ара рәссамдар конкурсының “Һынлы сәнғәт” номинацияһында иң яҡшыһы тип таныла.

Ижады - күңел ҡушыуы буйынса
Ижады - күңел ҡушыуы буйынса

Йәш Салауат егете, 1-се гимназия уҡыусыһы Андрей Репиндың “Ҡыш” тигән эше компетентлы жюри тарафынан 11-14 йәшлек үҫмерҙәр араһындағы “Golden Time Talent” халыҡ-ара рәссамдар конкурсының “Һынлы сәнғәт” номинацияһында иң яҡшыһы тип таныла.

Андрей һүрәт төшөрөү менән өс йәштән алып ҡыҙыҡһына башлай.
- Мин ябай ҡәләм менән караптар төшөрөргә яраттым, артабан фотореалитистик рәсемдәр башҡара башланым: ҡалаҡ, тамсы, бөркөт күҙе. Һуңынан пастель, гуашь, акварель менән пейзаж төшөрә башланым, хәҙер майлы буяуҙарға күстем. Интернет аша оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап улар буйынса төшөрәм, - тип һөйләй йәш рәссам.
Һәләтле егеттең әсәһе Ольга художество мәктәбен бөткән, ә бына Андрей һүрәт төшөрөргә тулыһынса үҙ аллы өйрәнә. Андрей майлы буяу менән төшөрә, ә бит күп кен әпрофессионал рәссамдар ҙа был техникаға тотоноп бармай.
Андрей әйтеүенсә, ул бер эште ҡайһы берҙә ике сәғәттә лә башҡарып сығыуы мөмкин, ҡайһы берҙә аҙна эсендә төшөрә.
- Һәр ваҡытта төрлөсә килеп сыға, иң мөһиме был шөғөл миңә бик оҡшай, - ти ул. - Бер картина яҙғандан һуң 1-2 аҙна ял итем алам, шунан яңыһын төшөрә башлайым.
Бөтә донъя буйлап таланттарҙы эҙләп табыу һәм уларға үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге биреү маҡсаты менән ойошторолған “Golden Time Talent” конкурсына Андрей Репин “Ҡыш” тигән картинаһын тәҡдим итә. Бәйге шарттары буйынса, ҡатнашыусылар картинаның яҙылыу процесын күрһәтеүсе видеоролик ебәрергә тейеш була. Сюжеттарҙы белгестәрҙән торған жюри баһалай. Конкурс апрелдә иғлан ителә, ә һөҙөмтә ошо арала яһала. Йыл һайын унда Рәсәй, Латвия, Литва, Грузия, Польша, Болгария, Әрмәнстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа ил вәкилдәре ҡатнаша.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: