Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
17 Октябрь 2022, 10:45

Салауат уҡыусылары шайморатовсылар сафында

Республика көнө билдәләнгәндә баш ҡалабыҙ Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, легендар 112-се кавалерия дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Был сарала республиканың йәш шайморатовсылары, шул иҫәптә Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһының 6-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.

Салауат уҡыусылары шайморатовсылар сафында
Салауат уҡыусылары шайморатовсылар сафында

Республика көнө билдәләнгәндә баш ҡалабыҙ Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, легендар 112-се кавалерия дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Был сарала республиканың йәш шайморатовсылары, шул иҫәптә Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһының 6-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.

Һәйкәл асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Донецк халыҡ республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пишулин, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский ҡатнашты. Улар республика халҡын әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы.
- Был бөйөк монумент менән беҙ легендаға, халыҡтың ғорурлығына, уның батырлыҡ символы - Миңлеғәле Шайморатовҡа мөрәжәғәт итәбеҙ.
Илебеҙ президенты Владимир Путинға дивизия командирына Рәсәй Геройы исемен биреп тарихи ғәҙеллекте тергеҙеүе өсөн ысын йөрәктән рәхмәт белдерәбеҙ.
Генерал Шайморатовҡа һәйкәл, Саур ҡәберлегендә тергеҙелгән Мемориаль комплекс, совет һалдатына Ржев мемориалы... Былар барыһы ла илдә тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса алып барылған ҙур эштең бер өлөшө.
Һәйкәлдең нигеҙендә - комдив һәләк булған ерҙән алып ҡайтылған тупраҡ. Беҙ генерал Шайморатов иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған өсөн Донбасс халҡына рәхмәт әйтәбеҙ.
Ошонда килеп, мәңгелеккә йоҡоға талған геройҙар иҫтәлеге алдында баш эйербеҙ. Беҙ бер ҡасан да уларҙың батырлығын онотмаҫбыҙ. Бында балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә Ватан тарихы тураһында һөйләрбеҙ, уларҙы ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләрбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Тантанала ҡатнашыусылар генерал Шайморатов батырлығы тураһында бик күп тарихи мәғлүмәт ишетте. Ил азатлығын яҡлап һәләк булған батырҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Байрамда ҡатнашыусы йәш шайморатовсылар өсөн республика Башлығы Радий Хәбиров уларҙың антын ҡабул итеүе иң тулҡынландырғыс мәл булды. Анттан һуң шайморатовсылар кластарына уларҙың байраҡтары тапшырылды.
- Хәҙер һеҙ - шайморатовсылар! Шайморатовсы булыу - ул почетлы һәм яуаплы. Хәҙер һеҙ шайморатовсы символикаһы менән форма кейеү хоҡуғы алғас, һеҙҙең иңдә юғары яуаплылыҡ ята, һеҙ легендар дивизия командиры иҫтәлеген лайыҡлы һаҡларға, беҙҙең республиканың һәм илдең ысын патриоттары булырға тейеш, - тип ҡотланы уҡыусыларҙы Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич.
Шайморатовсылар сафына ҡабул итеү тантанаһы шайморатовсылар класы гимнына әйләнгән билдәле «Шайморатов генерал» йырын башҡарыу менән тамамланды.
- Бөгөн Республика көнөндә Өфөлә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Был тантаналы сарала Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһының 6б класы уҡыусылары ҡатнашты. Улар шайморатовсы исемен лайыҡлы йөрөтөргә, Тыуған ил өсөн һәләк булыусылар исеменә тап төшөрмәҫкә, Тыуған еребеҙҙең тоғро улы һәм ҡыҙы булырға ант бирҙе, - тип яҙҙы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
25-се башҡорт гимназияһының шайморатовсылар класы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн Өфөлә 8-ҙән алып 11 октябргә тиклем була. Класс етәксеһе Альмира Ғайсина һөйләүенсә, уларҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатына урынлаштыралар. Шунда уҡ республиканың башҡа ҡала һәм төбәктәренән килгән шайморатов класы уҡыусылары ла йәшәй.
- 9 октябрҙә тантана репетицияһы Алкинола уҙҙы. Унан ҡайтҡас, беҙ бергәләшеп Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын, «Шайморатов генерал» йырын һәм антты ятланыҡ. 10 октябрҙә репетиция Совет майҙанында булды. Төштән һуң район һәм ҡала вәкилдәрен төрлө музейҙарға бүлеп, экскурсияға алып киттеләр. Беҙ Милли музейға эләктек. Ҡыҙыҡлы, фәһемле экскурсия ойошторолдо, уҡыусыларға бик оҡшаны. Гимназия-интернатында беҙҙең өсөн төрлө ярыштар ҙа уҙғарылды. Беҙҙекеләр волейбол ярышында ҡатнаштылар, шулай уҡ үҙҙәренең көстәрен көрәш, бокс майҙандарында һынап ҡаранылар. Ундағы тренерҙарҙан маҡлаулы һүҙҙәр ишетеү ҙур ғорурлыҡ булды, - тип һөйләй Альмира Алик ҡыҙы.
11 октябрҙә шайморатовсылар һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнаша һәм шайморатовсылар антын бирә.
- Беҙҙең уҡыусылар үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтергә тырышты. Тантана башланғас бик тулҡынландырҙы. Был байрам, мемориаль комплекс, әлбиттә, беҙҙең хәтерҙә һоҡланғыс ваҡиға булараҡ иҫебеҙҙе ҡаласаҡ. Бындай сарала ҡатнашыу бөтә кешегә лә бирелмәй, шуға күрә беҙҙең үҙебеҙгә лә, балаларға ла был сара тик ыңғай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ, - тип билдәләй ҡалабыҙҙағы шайморатовсылар класы етәксеһе Альмира Ғайсина.
Ә беҙ йәш шайморатовсылар тантаналы шарттарҙа биргән анттарына тоғро ҡалып, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булырына ышанабыҙ .

Белешмә
Яңы ҡалҡҡан һәйкәл Рәсәйҙәң халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузовтың бергә ижад иткән проектына ярашлы эшләнгән монументаль ансамблеяһының мәғәнәүи үҙәге булып тора.
Постаментты ике яҡтан уратҡан колоннада хәүеф, дошман янағанда халыҡтың берләшеүен сағылдыра, барлыҡ ансамблгә тантаналыҡ һәм мөһабәтлек бирә.
Скульптор Миңлеғәле Шайморатовтың кавалерия дивизияһын яуға күтәргән сағындағы торошон сағылдырған. Уның аша башҡорт халҡының бөтә ҡаһарманлығы күрһәтелгән. Постамент фасадында геральдик ҡалҡан ҡуйылған, шунда уҡ Рәсәй Геройының Алтын йондоҙо ла урын алған. Ҡалҡанда: “Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатҡа” тип яҙылған.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: