газета "Салауат"
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
31 Август 2022, 10:15

Улар үткәндәрен ҡәҙерләй

Салауаттан йәш һүрәт төшөрөүсе “Боронғо дөйә” конкурсында еңә.

Улар үткәндәрен ҡәҙерләй
Улар үткәндәрен ҡәҙерләй

Урал батыр һәм Заятүләк ниндәй булған? Ә Ҡуңғыр буға, боронғо мамонттар һәм дөйәләрҙе нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? “Боронғо дөйә” республика конкурсында ҡатнашыусылар тап ошо һорауға яуап биреп, күҙаллауҙарын үҙҙәренең эштәрендә сағылдыра. Салауат ҡалаһының сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Кира Фәхриева ошо ижади бәйгелә еңеү яулай.
Конкурсҡа ҡатнашыусылар Шүлгән-таш мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре, мифик геройҙар, башҡорт эпостары, легендалары һәм әкиәттәре образдары, сюжеттары буйынса яһалған эштәрен тәҡдим итә. Кира Фәхриева балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Наталия Безпалько етәкселегендә ижади бәйгегә Шүлгән-ташта мәмерйәһенең ҡаяһында тарихҡа тиклемге хайуанды төшөрөүсе боронғо кешеләрҙе һүрәтләй.
Йәш рәссам теманы һайлауға бер аҙ юмор менән ҡарай.
- Мин мәмерйәлә йәшәүсе бала стенала үгеҙ төшөрөүен, ә әсәһенең уны бының өсөн әрләүен күҙ алдына килтерҙем. Ошо ҡыҙыҡлы эпизодты төшөргөм килде, - тип һөйләй Кира эшенең темаһы нисек килеп сығыуы хаҡында.
- Конкурс йомғаҡтары буйынса дипломдар һәм наградалар яңыраҡ асылған “Шүлгән-таш” музей комплексында тапшырылды. Унда Кира әсәһе менән барҙы. Еңеүсе балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн музей буйлап экскурсия, төрлө ҡыҙыҡлы бәйгеләр һәм оҫталыҡ кластары ойошторола, - тип һөйләй Наталия Безпалько.
- Балаларҙың аҡыллы һәм изге күңелле кешеләр булыуын күрәбеҙ. Иң мөһиме - улар үҙҙәренең үткәндәрен һәр ваҡыт ҡәҙерләй. Конкурста ҡатнашҡан һәм ошо йолаларҙы дауам иткән балаларға ҙур рәхмәт. Беҙҙең ҙур илебеҙ халыҡтарының боронғо тарихы, уның мәҙәниәтен һеңдергән балалар аша тапшырыла. Әгәр балалар уны ҡабул итеп, артабан тапшырһа - тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәге бар, - тип билдәләне бүләкләү тантанаһынан һуң жюри ағзаһы, совет һәм Рәсәй скульпторы, педагог, профессор Салауат Щербаков.
Конкурс Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-производство үҙәге, “Аҡбуҙат” балалар журналы һәм Дүртөйлө балалар сәнғәт мәктәбе тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы сиктәрендә ойошторолдо.

Наталия Безпалько фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: