газета "Салауат"
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
17 Июль 2022, 13:00

Күңеленә ятҡан шөғөлдө тапҡас...

Салауат үҫмере үҙәк телеканалдарының береһендә барған “Кондитер. Балалар” реалити-шоуында ҡатнашты. 15 йәшлек Иван Шувалов данлыҡлы кондитерҙар һәм тапшырыуҙы алып барыусылар хөкөмөнә өс төрлө шоколадтан бешерелгән “Шайтанҡай” тортын сығара.

Күңеленә ятҡан шөғөлдө тапҡас...
Күңеленә ятҡан шөғөлдө тапҡас...

Салауат үҫмере үҙәк телеканалдарының береһендә барған “Кондитер. Балалар” реалити-шоуында ҡатнашты. 15 йәшлек Иван Шувалов данлыҡлы кондитерҙар һәм тапшырыуҙы алып барыусылар хөкөмөнә өс төрлө шоколадтан бешерелгән “Шайтанҡай” тортын сығара.

Иван - “Генийҙар мәктәбе”нең туғыҙынсы класы уҡыусыһы. Уның остаздары билдәләүенсә, егет һәр ваҡыт кондитер оҫталығына ынтыла. Шулай ҙа үҙеңдең кухняңда ғына тәмлекәстәр әҙерләү - бер, ә оҫталығыңды бөтә
донъяға күрһәтеү - ул икенсе, тип иҫәпләй йәш кеше.

- Бер ваҡыт шулай социаль селтәрҙәрҙең береһендә капкейк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресенә тап булдым. Шул ваҡыт әҙерләп ҡарарға кәрәк тигән ҡарарға килдем. Миңә бик оҡшаны һәм мин ошо йүнәлештә үҫешә, төрлө кондитер изделиелары эшләйбашланым, - тип һөйләй Иван.  - Күләмле шоуҙа ҡатнашыу,танырға кәрәк, бик ҡурҡыныс ине. Әммә кондитерҙар донъяһына сумғас, Ренат Әғзәмов минең кумирыма, ә “Кондитер” шоуына эләгеү минең хыялға әүерелде.

Әллә яҙмыш ҡушыуы, әллә Ивандың үҙенең ныҡышмал характеры арҡаһында егет үҙенең уйын тормошҡа ашырыуға ирешә. 2021 йылдың ноябрендә Салауат үҫмере “Кондитер. Балалар” реалити-шоуының өсөнсө миҙгелендә ҡатнашыусылар йыйылыуы хаҡында белеп ҡала. Егет уйлап та тормай заявка ебәрә. 

- Бер нисә көндән минең кастингты үтеүемде һәм тапшырыуҙа төшөү өсөн Мәскәүгә килергә кәрәклеген белдереп хәбәр ебәрелде, - тип иҫкә ала Иван. 

Тапшырыу алдынан әҙерәк тулҡынлана үҫмер. “Беҙҙең йәш һәм талантлы ҡатнашыусыбыҙ, һине ҡаршы алабыҙ!” - тип саҡыралар уны студияға.
- Мин һеҙгә “Шайтанҡай” тигән торт алып килдем. Эслеге сейә менән өс төрлө шоколад, - тип жюриҙарҙы үҙенең хеҙмәт емеше менән таныштыра йәш кондитер. - Стилле һәм матур торт. Ҡыҙыл, ялтырауыҡлы, ҡупшы!
Афарин, бик матур итеп эшләгәнһең. Дизайн менән эшләргә өйрәнгәнһең, хәҙер эслекте яҡшыраҡ итеү бурысы тора. Киләһе миҙгелдә көтөп ҡалабыҙ. Уңыштар! - ти дегустациянан һуң Иванға
Ренат Әғзәмов.
- Кондитер донъяһы оҫталарының тәнҡитен, һүҙҙәрен ҡабул иттем һәм үҙ өҫтөмдә, был сәнғәттә камиллашыу йүнәлешендә тағы ла эшләүемде дауам итәсәкмен. Күберәк тәжрибә туплап, һуңыраҡ ололар араһында уҙғарылған “Кондитер” шоуында үҙемдең көсөмдө һынап ҡарарға теләйем, - ти һәләтле йәш кеше һәм тапшырыу төшөрөү майҙансығында дуҫтарса мөхит тантана итеүен билдәләй.

- Мин унда ҡатнашыусылар менән дуҫлаштым һәм хәҙер беҙ аралашып торабыҙ. Иван ирешелгәндәрендә генә туҡталып ҡалмай, үҙенең  тормошон кондитерлыҡ сәнғәте менән бәйләргә ниәт итә. Әйткәндәй, Иван Шувалов был шоуға эләккән беренсе Салауат кешеһе түгел, 2020 йылда унда Люциә Бәширова ҡатнашты һәм жюри хөкөмөнә “Гармун” тигән тортты тәҡдим иткәйне.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: