Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
5 Июль 2022, 16:05

Йәшлектең ялҡынлы сағы

Салауатта Йәштәр көнө яңы урында - төҙөкләндерелгән Ағиҙел буйында байрам ителде.

Йәшлектең ялҡынлы сағы
Йәшлектең ялҡынлы сағы

Салауатта Йәштәр көнө яңы урында - төҙөкләндерелгән Ағиҙел буйында байрам ителде.

Сараға стартты ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова бирҙе. Ул йәштәр хәрәкәтенең һәм ойошмаларының активистарын Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Рәсми өлөш тамамланыу менән спорт һәм ижади майҙансыҡтар эшләй башланы.
Бейеү батлында ҡатнашыу өсөн тәүҙә бик күп кеше ғариза бирмәһә лә, һуңынан күрше Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларынан бейеүселәр ҡушылды. Һәр ҡайһыһының хәрәкәттәрен халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте, аҙаҡтан алҡыштарға күмде. Был төр бәйгелә Стәрлетамаҡтан Артур Байназаров еңеү яуланы.
Скейт-парк зонаһында самокаттарында һәм скейтбордтарында төрлө фигураларҙы еңел генә итеп башҡарыусылар йыйылды. Улар был шөғөлдә оҫталыҡтарын күрһәтте. Трюклы самокатта йөрөү буйынса алдынғылыҡҡа Тимур Ғәлиев, скейтбордсылар араһында Антон Сиухин сыҡты. Мауыҡтырғыс велоквеста Руслан Абдуллин еңеүсе тип табылды.
Шулай уҡ пляж футболы, волейбол, өҫтәл теннисы буйынса ярыштар ҡыҙыу барҙы. Һуңынан ошо бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү үтте.
Ярыштар барған арала сәхнә буш торманы, унда Салауат йәштәре, йырсылар, бейеүселәр, “Зажигай громче” ҡала конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары сығыш яһаны. Шулай уҡ баш ҡаланан да ҡунаҡтар саҡырылғайны, “5 июль” кавер-төркөмө һәм ИРДАН башҡарыуындағы йырҙар салауаттарҙың күңеленә хуш килде.
Йәштәр көнө күбекле шоу менән тамамланды.

Надежда Фаррахова фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: