Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
23 Май 2022, 12:00

Үҙе һылыу, үҙе гүзәл

Салауат ҡыҙы Алһыу Ғилманова “Башҡортостан гүзәле - 2022” Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты булды.

Үҙе һылыу, үҙе гүзәл
Үҙе һылыу, үҙе гүзәл

Салауат ҡыҙы Алһыу Ғилманова “Башҡортостан гүзәле - 2022” Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты булды.

Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостан гүзәле” Бөтә Рәсәй матурлыҡ һәм йолалар конкурсын ябыу тантанаһы уҙҙы. Тыуған еребеҙ һылыуы исеме өсөн алты ҡыҙ көс һынашты, улар араһында Салауаттан Алһыу Ғилманова ла бар. Ул был гүзәллек бәйгеһенендә I дәрәжә дипломанты булды. Алһыуҙы салауаттарҙың күбеһе белә, сөнки ул “Һылыуҡай” ҡала конкурсында еңеү яуланы, шулай уҡ Башҡортостан һылыуы - 2019 конкурсында беренсе вице-һылыу исемен алды.
Алһыу Ғилманованы һәр ваҡыт конкурстар йәлеп итә, айырыуса, үҙеңде күрһәтеү генә түгел, туған телеңде белеү кимәлен сағылдырыу мөмкинлеге биргән бәйгеләрҙә һынау тоторға ярата ул. Былтыр ул 2-се кадет мәктәбен тамамлап, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжына “Башланғыс кластар уҡытыусыһы” һөнәре буйынса уҡырға инә. Алһыу яҡшы уҡыу ғына түгел, шулай уҡ эшләргә лә өлгөрә. Кистәрен ҡыҙ Салауат драма театрында контролер, шулай уҡ матурлыҡ студияһында маникюр мастеры булып хеҙмәт итә.
- Алһыу, еңеүең менән ҡотлайбыҙ! Ни өсөн был конкурста ҡатнашырға булдың?
- Быға тиклемге конкурстарҙа һынаған тойғоларҙы яңынан иҫкә төшөрөп, кисерергә, көнәркәшлеккә ҡарамай, бәйгелә ҡатнашыусылар менән танышырға, дуҫлашырға, үҙемде сәхнәлә төрлө образдарҙа күрһәтергә теләнем.
- Финалға нисек әҙерләндең?
- Һәр ял көндәрендә беҙ бейеү матур итеп дефилела йөрөргә өйрәндек. Өйҙә мин әҙерлекте дауам иттем, һәр хәрәкәтте, хис-тойғоларҙы, үҙ-үҙемә ышанысллыҡҡы нығытырға тырыштым. Быларҙың барыһы ла почетлы урын алыуға ярҙам иткәндер, тип уйлайым.
- Жюри ағзаларын нимә менән ғәжәпләндерҙең?
- Минеңсә, ихласлығым һәм үҙенсәлегем менәндер. Был конкурста ҡатнашыусы тураһында “визитка”ны ир-егет, йә атай, йә ағай, йә олатай кеше һөйләй. Атайым минең хаҡта күктән һөйләһә, ә мин сәхнәлә уның тауышын эҙләһәм, уны тыңлаһам, һүҙҙәренә ҡыуанһам, бик мәғәнәле булыр, тип уйланым. Шулай килеп сыҡты ла. Ярҙам һорап Салауат драма театры режиссеры Лиана Ниғмәтуллинаға мөрәжәғәт иттем. Атайымдың һүҙҙәрен тетар актеры Мирас Йомағужин еткерҙе. Тамашасылар битараф ҡалманы.
- Бөтә Салауат һинең өсөн көйгәндер.
- Конкурс барышында миңә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтлемен. Бөтә Рәсәй конкурсында ҡала данын яҡларға Рөстәм Юлтимеров мөмкинлек бирҙе. Матур костюмдар һәм тауыш биреүҙә ярҙам өсөн тыуған колледжыма рәхмәт. “Визитка”ны әҙерләүҙә Салауат драма театры ныҡ ярҙам итте. Был конкурста ҡатнашҡан минең иң яҡын әхирәтем Эльвина Семенова репетициялар ваҡытында һәр саҡ янымда булды.
- Конкурстан ниндәй тәьҫораттар ҡалды?
- Иң сағыу. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла матурҙар, һәйбәттәр, ҡайһы берҙәре менән аралашыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, миндә еңеүгә ынтылыш ныҡ, шуға корона алғанмындыр ҙа. Тирә-йүндәгеләр ҙә еңеү миндә буласағына инандылар. Әҙерәк кенә тулы еңеүгә етә алманым, шуға күрә, минең киләһе коронам тағы ла сағыуыраҡ һәм ҙурыраҡ булырға тейештер.

Фото: "Выбор" гәзитенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: